Ленин һәйкәле (Стәрлетамаҡ, Ленин проспекты)

Ленин һәйкәле Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ ҡалаһында, Башҡорт дәүләт драма театры янындағы майҙанда (элекке Химиктар мәҙәниәт һарайы), Ленин проспектында урынлашҡан.

Ленин һәйкәле
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Стәрлетамаҡ

Төҙөү һәм асыуҮҙгәртергә

Ленин һәйкәлен асыу ҡаланың 200-йыллығына тап килтерелә. 1966 йылдың 2 июлендә Химиктар мәҙәниәт һарайы янындағы майҙанда (хәҙерге Башҡорт драма театры) байрамса демонстрацияла В. И. Ленин һәйкәле асыла.

Һәйкәлдең авторҙары — атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, БАССР-ҙың халыҡ рәссамы Т. П. Нечаева һәм БАССР-ҙың халыҡ рәссамы Борис Фузеев. Майҙандың барлыҡ биҙәлеше улар тарафынан эшләнә — аҡ кафель түшәлгән ҙур булмаған бассейн, бетон плиталар, улар араһында үләндәр йәшәрә, майҙандың ситендә трибуна.

Һәйкәл майҙандың көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан һәм гранит постаменттағы торстан ғибәрәт. Лениндың кәүҙәһе алға төбәлгән, яурыны һәм йөҙ һыҙаттары асыҡ беленә. Һәйкәлде бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә — ике ай эсендә эшләйҙәр. Эшселәр һәйкәлде төҙөү өҫтөндә тәүлегенә 18 сәғәт эшләйҙәр.

ӘһәмиәтеҮҙгәртергә

СССР мәлендә һәйкәл эргәһендәге трибуна ҡаланың партия етәкселеге сығыш яһау өсөн ҡулланыла, ә майҙан буйынса Беренсе май һәм Октябрь демонстрациялары үтә. Бөгөн һәйкәл янында йәштәр йыйыла, ә трибунаһы Еңеү көнө парад үткәргәндә ҡулланыла.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә