Ленин премияһы

(Ленинская премия битенән йүнәлтелде)

Ленин премияһы — СССР-ҙа фән, техника, әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәләрендәге ҙур ҡаҙаныштар өсөн бирелгән иң юғары дәрләндереү сараһы. 1926 — 1935 йылдарҙа (ул ваҡытта йыш ҡына В. И. Ленин исемендәге премия тип аталған) һәм 19571991 йылдарҙа бирелгән. СССР тарҡалғандан һуң бирелмәй.

Ленин премияһы
Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Награда төрө

маҡтаулы исем

Статус

бирелмәй

Сиратлылыҡ
Кесерәк награда

СССР-ҙың дәүләт премияһы

[[commons:Category: Medal of the State Lenin Prize Викимилектә|Ленин премияһы]] Викимилектә

Премия тарихы үҙгәртергә

1925 йылдың 23 июнендә ВКП(б)-ның Үҙәк комитеты һәм Халыҡ Комиссарҙары Советының ҡарары буйынса В. И. Ленин исемендәге премиялар булдырыла, улар 1926 йылдан алып 1935 йылға тиклем ғилми хеҙмәттәр өсөн «В. И. Ленин идеяларына яҡын булған фәнни эшмәкәрлек йүнәлешендә, атап әйткәндә, фәндең һәм тормоштоң тығыҙ бәйләнеше йүнәлешендә, дәртләндереү маҡсатында» бирелгән.

1956 йылдың 15 авгусында КПСС-тың Үҙәк комитеты һәм СССР-ҙың Министрҙар Советы В. И. Ленин премияларын тергеҙеү һәм уларҙы йыл һайын В. И. Лениндың тыуған көнөнә ҡарата — 22 апрелдә — биреү тураһында ҡарар ҡабул итәләр[1]. 1957 йылда күренекле фәнни хеҙмәттәр, архитектура һәм техник ҡоролмалары, халыҡ хужалығына, технологик процестарға индерелгән уйлап табыуҙар өсөн Ленин премияларын биреү тергеҙелә; шулай уҡ күренекле әҙәбиәт һәм сәнғәт әҫәрҙәре өсөн Ленин премияһы булдырыла. 1960 йылдың март айында журналистика һәм публицистика өлкәһендә Ленин премиялары булдырыла.

 
СССР маркаһы, 1958 йыл

1957 йылдан алып Ленин премиялары йыл һайын В. И. Лениндың тыуған көнөнә ҡарата бирелә (1958 һәм 1966 йылдарҙан тыш), ә 1967 йылдан — ике йылға бер тапҡыр — йоп йылдарҙа. Йыш ҡына «ябыҡ» йәки «йәшерен» Ленин премиялары (башлыса илдең оборонаһы меннә бәйле эштәр өсөн; уларҙың бирелеүе тураһында ҡарарҙар баҫтырылмай) бирелә. Был осраҡтарҙа «ике йылда бер тапҡыр» ҡағиҙәһе үтәлмәүе мөмкин (лауреаттар исемлеген ҡара).

Башта 42 премия бирелгән. 1961 йылдан алып, положениеға ярашлы, 76 премияға тиклем тапшырылыу ҡарала. Уларҙың алтмышын — фән һәм техника өлкәһендә Ленин премиялары буйынса Комитет һәм ун алтыһын СССР-ҙың Министрҙар Советы янындағы фән һәм сәнғәт өлкәһендә Ленин премиялары буйынса Комитет бирә. 1967 йылда премияның һаны 30-ға тиклем ҡыҫҡартыла. Лауреаттарға диплом, алтын миҙал һәм аҡсалата премия тапшырыла.

19561967 йылдарҙа Ленин премияһы берҙән-бер юғары кимәлдәге дәүләт премияһы булып тора, шуға күрә уның лауреаттар һаны ҙур була. 1967 йылда СССР Дәүләт премияһы булдырыла, был премия Ленин премияһына ҡарағанда түбәнерәк кимәлдә һанала. 1941—1953 йылдарҙа тапшырылған Сталин премияһы дипломдары СССР-ҙың дәүләт премиялһы дипломдарына алыштырыла.

КПСС-тың Үҙәк комитетының һәм СССР-ҙың Министрҙар Советының 1966 йылдың 9 сентябрендәге ҡарарына ярашлы[2], ике йылда бер тапҡыр 30 Ленин премияһы тапшырыла (шул иҫәптән 25 — фән һәм техника, 5 — әҙәбиәт, сәнғәт, архитектура буйынса). 1970 йылда өҫтәмә рәүештә балалар әҙәбиәте һәм сәнғәт әҫәрҙәре өсөн премия булдырыла (КПСС-тың Үҙәк комитетының һәм СССР-ҙың Министрҙар Советының 1969 йылдың 26 мартындағы ҡарары[3]).

Ленин премиялары тураһындағы Положение КПСС-тың Үҙәк комитетының һәм СССР-ҙың Министрҙар Советының 1967 йылдың 17 февралендә раҫлана[4]. Положение Ленин премияларына дәғүә итеү хоҡуғына эйә булған дәүләт, йәмәғәт һәм фәнни ойошмаларҙың даирәһен аныҡлай: СССР-ҙың Фәндәр Академияһы Президиумы һәм союздаш республикаларҙың фәндәр академиялары, СССР-ҙың медицина академияһы, В. И. Ленин исемендәге Бөтә Союз ауыл хужалығы академияһы, СССР-ҙың педагогия фәндәре академияһы, фәнни һәм инженер-техник йәмғиәттәре, СССР-ҙың һәм союздаш республикаларҙың министрлыҡтары коллегиялары, СССР-ҙың союздаш республикаларҙың дәүләт комитеттары, СССР-ҙың Министрҙар Советтары янындағы комитеттар, ВЦСПС Президиумы, ВЛКСМ-дың -ҙәк Комитеты, яҙыусылар, рәссамдар, композиторҙар, архитекторҙар, кинематографистар союздары идаралары, СССР журналистары, СССР-ҙың художество академияһы Президиумы, республика театр театр йәмғиәттәре, фәнни-тикшеренеү, конструкторлыҡ һәм проектлыҡ ойошмалар, нәшриәттәр, гәзит һәм журналдар мөхәрририәттәре, предприятиелар, учреждениелар һәм ойошмалар коллективтары йыйылыштары. Ленин премияһына дәғүә иткән әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура әҫәрҙәре кандидатуралар тәҡдим ителгән срокка тиклем бер йыл алда нәшер ителергә (күмәк еше алдында башҡарылырға, ҡоролорға) тейеш, ә техника һәм етештереү өлкәһендә — уларҙы халыҡ хужалығына индереүҙән һуң.

СССР-ҙың Дәүләт премияһына лайыҡ булған эштәр Ленин премияһына дәғүә итә алмаған. Шулай уҡ бер үк эш Ленин һәм СССР-ҙың дәүләт премияһына дәғүә итеү тыйылған.

Ленин премияһына дәғүә иткән эштәрҙе ҡарау һәм премияларҙы биреү буйынса ҡарарҙар ҡабул итеү СССР-ҙың Министрҙар Советы янындағы Ленин һәм СССР-ҙың дәүләт премиялары комитеттары тарафынан сығарылған. Ленин премияһын биреү тураһында КПСС-тың Үҙәк комитетының һәм СССР-ҙың Министрҙар Советының ҡарарҙары В. И. Лениндың тыуған көнө айҡанлы матбуғатта баҫтырылып сығарыла. Ленин премияһына лайыҡ булған кешеләргә «Ленин премияһы лауреаты» исеме, диплом, маҡтаулы билдә һәм таныҡлыҡ тапшырыла. Ленин премиялары ҡабаттан бирелмәгән[5].

В. И. Ленин исемендәге премия лауреаттары үҙгәртергә

Ленин премияһы лауреаттары үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

  • «Халыҡтар араһында тыныслыҡты нығытыу өсөн» Халыҡ-ара ленин премияһы
  • Ленин комсомолы премияһы
  • СССР-ҙың маҡтаулы исемдәре
  • Рәсәй Федерацияһының дәүләт премияһы
  • Ян Мюрдаль Гран-прийы — Ленин премияһы

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Постановление ЦК КПСС и Совмина СССР от 15 августа 1956 г. N 1127 «О Ленинских премиях за наиболее выдающиеся работы в области науки, техники, литература и искусства»
  2. (СП СССР, 1966, № 21, ст. 188)
  3. СП СССР, 1969, № 8, ст. 48
  4. (СП СССР, 1967, № 6, ст. 29)
  5. Л. И. Брежнев и Н. С. Тихонов являлись лауреатами Ленинской премии по литературе и Международной Ленинской премии «За укрепление мира между народами»

Әҙәбиәт үҙгәртергә