Лексингтон (Массачусетс)

Лексингтон (ингл.  Lexington) — АҠШ-тың Массачусетс штатындағы Мидлсекс округына ҡараған ҡалаһы. Америка бойондороҡһоҙлоғо өсөн һуғыш нәҡ Лексингтон ҡалаһында башланып киткән. Ҡаланың ҡушаматы — Америка азатлығы тыуған урын.

Лексингтон
Флаг
Нигеҙләү датаһы 1640[1][2]
Рәсем
Дәүләт  Америка Ҡушма Штаттары[1][2]
Административ-территориаль берәмек Мидлсекс[d][1][2]
Сәғәт бүлкәте EDT[d]
Статистическая область Boston–Cambridge–Newton NECTA division[d]
Халыҡ һаны 34 454 кеше (1 апрель 2020)[3]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 210 фут[1] һәм 65 метр[4]
Туғандаш ҡала Гатчина, Хайфа, Антони[d], Долорес-Идальго[d] һәм Днепр
Майҙан 16,5 миль²
Почта индексы 02420–02421[5] һәм 2420
Рәсми сайт lexingtonma.gov
Урынлашыу картаһы
Число домохозяйств 11 956 ± 310[6]
Доход на душу населения 87 869 $[7]
Карта
 Лексингтон Викимилектә

Ҡаланың девизы — Америка өсөн ниндәй матур иртә!

Географияһы үҙгәртергә

Лексингтон ҡалаһы Массачусетс штатының көнсығыш өлөшөндә, Массачусетс баш ҡалаһынан һәм океандан 16 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Ҡала майҙаны 42,8 км² тәшкил итә, шуның 0,3 км² — асыҡ һыу биләмәһе. Ҡала аша Вайн-Брук (инг.)баш. ҙур Massachusetts Route 128 автомобиль юлы үтә

Тарих үҙгәртергә

 
Бойондороҡһоҙлоҡ өсөн һуғыштың беренсе һалдаттарына барельеф
 
Велосипед юлы Minuteman Bikeway

1642 йылдар тирәһендә Лексингтонға Кембридж ҡалаһының ауыл хужалығы өлөшө булараҡ нигеҙ һалына. 1691йылда ул мәхәллә булып тора, уға Кембридж-Фармс исеме бирелә. Кембридж- Фармста сиркәү барлыҡҡа килә, ә 1713 йылда уға ҡала статусы бирелә. Ҡала тиҙҙән үҙенең хәҙерге исемен ала. Ҡала исемдәренең килеп сығышы тураһында ике версия бар: уның ьеренсеһе буйынса, ҡала барон Лексинтон хөрмәтенә аталған, икенсеһе буйынса, инглиз Лэкстон (инг.)баш.

Лексингтонда 1775 йылдың 19 апрелендә Америка бойондороҡһоҙлоғо өсөн һуғыштың тәүге атышы яңғырай, һәр йыл һайын апрелдең өсөнсө дүшәмбеһендә ҡалала Патриоттар көнө(День патриотов (инг.)баш.

Лексингтон барлыҡҡа килгән сағынан уҡ Бостонды продукция менән тәьмин итеү өсөн хеҙмәт итә. 1846 йылда ул баш ҡала менән Lexington and West Cambridge Railroad тимер юлы менән бәйләнә, юлдың был тармағы күптәндән бирле эшләмәй, уның буйынса 16 км оҙонлоғондағы Minuteman Bikeway велосипед юлы һалынған.

Демография үҙгәртергә

Халыҡ
Раса составы
  • аҡ тәнлеләр— 75,5 процент
  • азиаттар — 19,8 %
  • афроамерикандар — 1,5 %
  • аҫаба американдар — 0,1 %
  • башҡа раса — 0,5 %
  • ҡатнаш расы — 2,6 %
  • латин американдар (төрлө раса) — 2,3 %
Ата-бабаларының килеп сығышы
  • ирландтар — 18,0 процент
  • инглиздәр — 14,7 %
  • итальяндар — 11,6 %
  • немец — 9,1 %
  • рус — 4,9 %
  • поляктар — 4,4 %[8]

Иҫтәлекле урын үҙгәртергә

 
Старый северный мост (инг.)баш.
 
Бакмен тавернаһы (Buckman Tavern) (1690-сы йылдар тирәһендә төҙөлгән)

Туғанлашҡан ҡалалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә