Ландкоф Самуил Наумович

Ҡалып:ФИО

Ландкоф Самуил Наумович
Файл:Ландкоф Самуил Наумович.jpg
Тыуған көнө

6 (18) ғинуар 1887({{padleft:1887|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})

Тыуған урыны

Кременчуг,
Полтавская губерния,
Российская империя

Вафат көнө

30 сентябрь 1970({{padleft:1970|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (83 йәш)

Вафат урыны

Харьков, СССР

Ил

Ҡалып:РИ
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Ғилми даирәһе

юриспруденция

Эшләгән урыны

ХИНХ, ХФЭИ, КГУ, СЮИ, КИНХ, ХЮИ

Альма-матер

Харьковский университет

Награда һәм премиялары
«1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы
«1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы

Ландкоф Самуил Наумович (18871970) — рус һәм совет ғалимы, юридик фәндәр докторы (1949), профессор (1926).

Биографияһы үҙгәртергә

Ландкоф Самуил Наумович 1887 йылдың 6 ғинуарында (яңы стиль буйынса 18 ғинуар) Полтава губернаһы Кременчуг ҡалаһында тыуған.

1915 йылда Харьков юридик университетының (хәҙер В. Н. Каразин исемендәге Харьков милли университеты) юридик факультетына уҡырға инә, 1919 йылда уҡыуын тамамлай. Артабан ул присяжный ышаныслы ярҙамсыһы булып эшләй һәм Харьков ҡалаһы буйынса аҙыҡ бүлегендә (продотделда) юрисконсульт булып эшләй; Харьков губерна идаралығының тәфтиш бүлеге мөдире була.

Самуил Ландкоф 1920 йылда ғилми-педагогик эшмәкәрлеген башлай. 1920-1930 йылдар дауамында ул Харьков халыҡ хужалығы институтының граждандар хоҡуғы һәм процесы кафедраһында уҡытыусы һәм профессор булып эшләй. 1931 йылда Харьков халыҡ хужалығы институты тарҡалғандан һуң ойошторолған Харьков финанс-иҡтисади институтында (ХФЭИ, хәҙерге Харков милли иҡтисад университеты) һәм Идара итеүҙе рационалләштереү институтында эшләй.

1938 йылдан алып — профессор, Киев дәүләт университетының граждандар хоҡуғы кафедраһы мөдире (КГУ, хәҙер Тарас Шевченко исемендәге Киев милли университеты). 1941 йылда Самуил Ландкоф Һарытау ҡалаһына эвакуациялана, унда Һарытау юридик институты профессоры булып эшләй (ҺЮИ, хәҙерге Һарытау дәүләт юридик академияһы), ә 1942 йылдан Ҡыҙыл Урҙала эвакуацияла булған Берләшкән украин дәүләт университетының хоҡуҡ тарихы һәм теорияһы кафедраһын етәкләй. Киев азат ителгәндән һуң Киев дәүләт университетының граждандар хоҡуғы кафедраһы мөдире һәм профессоры булып эшләй. «Основные проблемы советского изобретательского права» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлап юридик фәндәр докторы ғилми дәрәжәһенә дәғүә итә.[1] 1958 йылда Киев (КИНХ, хәҙерге Вадим Гетьман исемендәге Киев иҡтисади милли университеты) халыҡ хужалығы институтында уҡытыусы булып эшләй башлай. 1970 йылда Харьков юридик институтында (ХЮИ, хәҙер Ярослав Мудрый исемендәге милли юридик университеты) профессор-консультант вазифаһын биләй.

Самуил Наумович Ландкоф хужалыҡ предприятиелары эшмәкәрлеген хоҡуҡи көйләү проблемалары, уйлап табыу мәсьәләләре, авторлыҡ һәм патент хоҡуғы мәсьәләләре өҫтөндә эшләй. Төрлө закондар ҡабул итеүҙе әҙерләүҙә туранан-тура ҡатнашҡан, атап әйткәндә Украина һәм РСФСР граждандар кодексы проекттары (икеһе лә 1922 йыл) һәм УССР Граждандар кодексы (1964 йыл). Бик күп хеҙмәттәр авторы[2][3] һәм бик күп быуын юристары уҡыған «Основы советского гражданского права» дәреслегенең дә авторы.[4] 18 фән кандидаты әҙерләнгән.

1970 йылдың 30 сентябрҙә Харьковта вафат була. Атаһы - совет математигы Ландкоф Наум Самойлович.[5]

Миҙалдар менән бүләкләнгән, улар араһында «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалы. Рәсәй иҡтисады дәүләт архивында С. Н. Ландкофҡа ҡараған документтар бар.[6]

Иҫкәрмә үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә