Лавров Сергей Андреевич

учёный-конструктор

Лавров Сергей Андреевич ( 6 ноябрь 1935 йыл) — ғалим-конструктор, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр кандидаты (1974). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1977). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1969).

Лавров Сергей Андреевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 6 ноябрь 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (88 йәш)
Тыуған урыны Ҡаҙағстан
Һөнәр төрө инженер-конструктор
Эш урыны Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе
Уҡыу йорто Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр кандидаты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре «Почёт Билдәһе» ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Лавров Сергей Андреевич — 1935 йылда хәҙерге Ҡаҙағстандың Жана Семей ҡасабаһында тыуған. 1969 йылда Ҡазан дәүләт авиация институтын (хәҙер Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты) тамамлай[1].

1959 йылдан Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһенең өлкән инженер конструкторы

1960 йылдан Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһенең баш конструктор урынбаҫары.

1964 йылдан — баш конструктор.

1991 йылдан — тәжрибә конструкторлыҡ бюроһы начальнигы.

1994-1996 йылдарҙа конструкторлыҡ-техник бүлек начальнигы.

1996 йылдан Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты, бер үк ваҡытта 2005—2012 йылдарҙа Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы.

Ғилми эшмәкәрлеге һәм хеҙмәттәре үҙгәртергә

Лавров Сергей Андреевич етәкселегендә хисаплау техникаһының (борт цифрлы хисаплау машиналары), электр бритваларының, донъялағы тәүге «Ағиҙел‑1К» космик бритваһының төрлө модификациялары эшләнә һәм етештереүгә индерелә. 30‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 7 уйлап табыу авторы[1].

  • Динамическая погрешность вибрационного гироскопа с мультипликатором // Технология авиационного приборо- и агрегатостроения (авторҙаш) Саратов,1969;
  • Динамические характеристики роторного вибрационного гироскопа (авторҙаш), Саратов;
  • Погрешности вибрационного гироскопа с мультипликатором, обусловленные угловым движением основания (авторҙаш),Саратов.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1977)

«Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1969)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә