К. К. Грот һәйкәле — скульптуралы һәйкәл. Был һәйкәл рәсәй дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Рәсәйҙә һуҡырҙарҙы бағыу системаһын ойоштороусы К. К. Гротҡа ҡуйылған һәйкәл. Һәйкәл Санкт-Петербург ҡалаһының Шаумян проспектындағы К. К. Грот исемендәге һуҡыр һәм насар күреүсе балалар өсөн мәктәп-интернаттың скверында урынлашҡан. Һәйкәл 1906 йылда скульптор М. М. Антокольский һәм архитектор В. П. Цейдлер тарафынан эшләнгән. Һәйкәл федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты булып тора[2].

К. К. Грот һәйкәле
Нигеҙләү датаһы 1906
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Красногвардейский район[d]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән бронза һәм гранит[d]
Архитектор Цейдлер, Владимир Петрович[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследия list of cultural heritage monuments in Krasnogvardeysky District, Saint Petersburg[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d][1]
Указания, как добраться проспект Шаумяна, 44
Карта
 К. К. Грот һәйкәле Викимилектә

Дәүләт ойошмалары вазифаһынан отставкаға киткәндән һуң, К. К. Грот Рәсәйҙә һуҡырҙарҙы бағыусылыҡты ойоштороу менән шөғөлләнә. 1881 йылда ул император ҡатыны Мария Александровнаның һуҡырҙарҙы бағыусылыҡ ойошмаһын булдыра, һәм 1895 йылға тиклем уны етәкләй. Ул һуҡырҙар өсөн Александро-Мариинский училищеһына нигеҙ һала, бындаһуҡырлыҡтан зәғиф балалар уҡый.

К. К. Грот вафат булғандан һуң, Һуҡырҙар йәмғиәте уға һәйкәл ҡуйыу башланғысы менән сығыш яһай. 1898 йылда император II Николайҙың юғары рөхсәте менән һәйкәл төҙөү өсөн аҡса йыйыу иғлан ителә. 1900 йылда һәйкәлдең скульптураһы өҫтөндәге эш скульптор М. М. Антокольскийға йөкмәтелә. Был скульптура Антокольскийҙың Париждағы оҫтаханаһында әҙерләнә һәм ҡойола. Эш башланғандан һуң, күп тә үтмәй, Антокольский вафат була, ул үҙенең үлеменә тиклем бары тик һәйкәлдәге ҡыҙҙың һынын ғына (ҡыҙ һыныныың моделе һуҡырҙар мәктәбе уҡыусыһы Елена Супсе була) эшләп өлгөрә. К. К. Гроттың бюсын Антокольскийҙың уҡыусыларыы башҡарып сыға. Һәйкәлдең архитектура өлөшөн архитектура академигы В. П. Цейдлер биҙәй. Һәйкәлдең гранит постаменты Житомирҙағы С Оляшкевичтың таш йышыу фабрикаһында башҡарыла. 1906 йылдың 18 октябрендә һәйкәл асыу тантанаһы уҙа[3].

Башта һәйкәл Песочный проспектында (хәҙер Профессор Попов урамы) Александро-Мариинский һуҡырҙар училищеһы бинаһы алдында ҡуйыла. 1963 йылда һәйкәл хәҙерге урынға һуҡыр балалар өсөн мәктәп-интернат менән бергә күсерелә[3].

Тасуирлама

үҙгәртергә
 
Һуҡыр ҡыҙ скульптураһы

Коринф капителе менән тамамланған бейек булмаған гранит колоннала К. К. Гроттың бюсы ҡуйылған. Аҫта, колоннаға терәлеп, һуҡыр ҡыҙ ултыра. Уның тубығында һуҡырҙар өсөн китап ята, ә ҡыҙыҡай уң ҡулы менән хәрефтәрҙе һәрмәй[4]. Был тормошта реаль булған китап — К. Д. Ушинскийҙың «Детский мир» тигән хикәйәләр йыйынтығы. Китаптың 95-се бите асылған,һәм уның тексы һүҙмә-һүҙ һүрәтләнгән[3].

  1. Постановление Правительства РФ № 527 от 10.07.2001
  2. Постановление Правительства РФ № 527 от 10.07.2001
  3. 3,0 3,1 3,2 Энциклопедия Санкт-Петербурга. Гроту К. К., памятник 2020 йыл 27 ғинуар архивланған.
  4. Лисаевич И. И., Бехтер-Остренко И. Ю. Памятники деятелям науки и культуры, выполненные в конце XIX начале XX века // Скульптура Ленинграда — Ленинград: Искусство, 1963.