Кәзә һөтө — йорт кәзәһенең һөтөнөң ҡуйылығы 3,6 проценттан — 6 процентҡа тиклем һәм унан да юғары булыуы мөмкин (тоҡомона ҡарап), ул дауалау үҙенсәлектәренә эйә.

Кәзә һөтө
Рәсем
Етештерелә Кәзә
 Кәзә һөтө Викимилектә
Йорт кәзәһе

Тарихы үҙгәртергә

Борондан уҡ кәзә һөтө медицинала мөһим урынды алып торған. Уның ярҙамында Гиппократ туберкулез менән сирләүселәрҙе дауалаған булған[1]. Швейцарияла әлеге ваҡытта ла тау курорттарында кәзә һөтө менән анемия, рахит һәм туберкулез менән яфаланыусыларҙы дауалайҙар[1].

Һөт бирә торған кәзәләрҙе Рәсәйгә тәүге тапҡыр кенәз Урусов 1905 йылда алып килә һәм Петербург ҡалаһының Йәйге баҡсаһында кәзә һөтөн тәмләп ҡарау ойоштора[1].

Совет осоронда Мәскәү янындағы совхозда сит илдән килтерелгән зааннен тоҡомло кәзәләр үрсетелә, уларҙың һөтө менән Мәскәүҙәге Партия аппараты тәьмин ителә.

Составы үҙгәртергә

Кәзә һөтөнөң химик составы һәм үҙенсәлектәре һыйыр һөтөнөкөнә яҡын. Тик аҡһым, май һәм кальций күп булыуы менән генә айырыла; каротин да күп, шуға күрә ул аҡһыл һары төҫтә була. Кәзә һөтөнөң майында каприн кислотаһы һәм линолй кислотаһы күп, май бөртөксәләре лә вағыраҡ, был кеше организмының уны яҡшыраҡ үҙләштереүенә булышлыҡ итә. Уның аҡһымындағы аминокислоталар составы әсә һөтөндәге аминокислоталар составына яҡын, ләкин казеин мицеллалары эрерәк, 133 нм һәм унан да юғарыраҡ. Кәзә һөтө казеинында α-фракцийлар аҙыраҡ (10—15 %), шуға ла ҡаты булып эремәй. Кәзә һөтөнөң ҡуйылығы 3,6 проценттан 6 процентҡа етә һәм малдың тоҡомона ҡарап унан да артығыраҡ булып китә.

Кәзә һөтө А витаминына һәм ниацинға бай, һыйыр һөтөндәгенә ҡарағандан унда тимер һәм магния ҙа байтаҡҡа күберәк.

Кәзә һөтөнөң әселеге — 17—19 °Т (рН = 6,4÷6,7), тығыҙлығы — 1033 кг/м³. Составында ионлаштырылған кальций булғанға күрә кәзә һөтө тиҙ генә йылына.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Ермилова Н. «Козье молоко, козий сыр и козья шерсть». — М.: «АСТ», 2010. — 160 с. — ISBN 978-5-17-070034-9.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 Ермилова Н. «Козье молоко, козий сыр и козья шерсть», 2010.