Кәбиров Рөстәм Рәсшәт улы

Ботаник. Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре

Кәбиров Рөстәм Рәсшәт улы (30 октябрь 1948 йыл) — ботаник. Биология фәндәре докторы (1991), профессор (1992). Рәсәй Федерацияһы юғары профессиональ белем биреүҙең почётлы хеҙмәткәре (2007)[1].

Кәбиров Рөстәм Рәсшәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 30 октябрь 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (75 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө университет уҡытыусыһы, ғалим
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә биология фәндәре докторы[d] һәм профессор[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре

Биографияһы үҙгәртергә

Кәбиров Рөстәм Рәсшәт улы 1948 йылдың 30 октябрендә Өфө ҡалаһында тыуған. 1971 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Диплом алғандан һуң 1972—1973 йылдарҙа Өфөнөң 4‑се дауаханаһында эшләй. 1976 йылдан алып Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыта, 1992—2014 йылдарҙа ботаника, биоэкология һәм ландшафты проектлау кафедраһы мөдире була[1].

Фәнни эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Кәбиров Рөстәм Рәсшәт улының фәнни эшмәкәрлеге тупраҡ ылымыҡтарының берләшмәләрен өйрәнеүгә арналған. Рөстәм Рәсшәт улы тарафынан Урал төбәгенең тупраҡ һәм ҡар япмаһының ағыулы булыуын билдәләү өсөн тест-система эшләнә. Ул Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалалары өсөн уларҙың ағыулылыҡ карталарын төҙөй. Нефть сығарыу сәнәғәтендә ҡулланылған химик матдәләрҙең ағыулы булыуын баһалай. Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәренең нефть ятҡылыҡтарында тупраҡтың нефть, нефть продукттары, өҫкө йөҙҙә актив матдәләр, радионуклидтар, ауыр металдар менән бысраныуына ылымыҡтарҙың сыҙамлылығын өйрәнә. Рөстәм Рәсшәт улы Кәбиров 200‑гә яҡын фәнни хеҙмәт, 5 уйлап табыу авторы[1].

Хеҙмәттәре үҙгәртергә

  • Альготестирование и альгоиндикация (методические аспекты, практическое использование). Өфө, 1995;
  • Популяционная альгология. Өфө, 2008 (авторҙаш);
  • Флора и синтаксономия почвенных водорослей и цианобактерий урбанизированных территорий. Өфө, 2011 (авторҙаш).


Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • "Рәсәй Федерацияһы юғары профессиональ белем биреүҙең почётлы хеҙмәткәре (2007).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә