Күсермә яһау аппараты

Күсермә яһау аппара́ты (ҡыҫҡаса копи́р;күп күсермә яһау аппара́ты; ксе́рокс) — ҡағыҙҙа йәки башҡа материалдарҙа документтар, фотографиялар, һүрәттәр һәм башҡа ике камералы күренештәрҙең күсермәһен эшләү өсөн тәғәйенләнгән сара. Полиграфия машиналарынан айырмалы китап, брошюра һәм башҡаларҙың ҙур булмаған тиражын баҫтырырға мөмкинлек бирә. Махсус машиналарҙан тыш күсермә яһау аппаратттарына факсимиле аппараты, дупликатор һәм бер-береһенә тоташтырылған сканер менән принтер, шулай уҡ берҙәм күп функциялы ҡоролма эсендә булғандары ла инә.

Күсермә яһау аппараты
Рәсем
Продукция photocopy[d]
Пиктограмма
Код в Гармонизированной системе 9009[1]
 Күсермә яһау аппараты Викимилектә
Копировальный аппарат

Сифаттары үҙгәртергә

Күсермә яһау аппараттарының сифаттары:

  • төп нөсхәнең һәм күсермәнең форматы;
  • күсермә яһау тиҙлеге;
  • күсермә яһау хаҡы;
  • күсермә яһарға мөмкин булған кимәл (ресурс).

Һүрәтте (күренеште) яһау ысулдары үҙгәртергә

 
Общая схема электрографии (ксерографии): 1) На поверхность фотобарабана наносится электрический заряд. 2) Отраженный от копируемого документа свет выборочно разряжает участки барабана. 3) На барабан наносится тонер, он задерживается на участках, сохранивших заряд. 4) Тонер переносится с барабана на бумагу, имеющую больший отрицательный заряд.

Күсермә яһау аппараттарында баҫтырыуҙың электрографик ысулы, ҙур тираж булғанда трафарет ҡулланыла. Шулай уҡ (факсимиле аппараттарында һәм ҡыйбат булмаған төҫлө күсермә яһау аппараттарында) һиптертеп баҫтырыу һәм термобаҫтырыу ысулы ҡулланыла. Һүрәт эшләүҙең башҡа ысулдары киң ҡулланылмай йәки күсермә эшләү техникаһы баҙарында урын тапмай .

Сығанаҡ материалды эшкәртеү буйынса күсермә аппараттар аналог йәки цифрлы була. Улар һүрәттең төп нөсхәһенән күсермәгә тапшырылыу ысулы менән айырыла. Аналог аппараттарында (электрографик), төп нөсхәнән күсеп йөрөгән көҙгәләр системаһы һәм объектив аша яҡтылыҡ фотобарабанға ебәрелә. Цифрлыла төп нөсхәнән һүрәт башта фотосензитив элементтар ярҙамында контролләүсе хәтеренә сканирлана (фотодиод), билдәле алгоритм буйынса эшкәртелә (ҡайһы ваҡытта хаталар ҙа була[2]), шунан принтер аша сығарыла. Был осраҡта принтер күсермә яһаусы аппараттың айырылғыһыҙ бер өлөшө булып тора (күп функциялы ҡоролма — МФУ йәки многофункциональный аппарат — МФА).

Цифр күсермә аппараттары монохром һәм күп төҫлө була.

Етештереүсәнлеге буйынса аҙ ( 20 күсермә/мин), уртаса (20—40 күсермә/мин) һәм юғары етештереүсән ( 40 күсермә/мин артыҡ) копирҙар була.

Компановка буйынса копирҙар иҙән һәм өҫтәл аппараттарына бүленә . Өҫтәл аппараттары араһында күсереп йөрөтә торғандары (портатив) ла була .

A4 форматлы аҙ етештереүсән өҫтәл аппараттары шәхси аппарат , ҙур форматлылары (А0, А1) инженер системалары тип атала.

Классификацияһы үҙгәртергә

  • Ҙурлығы буйынса:
    • портатив;
    • өҫтәл;
    • күп етештереүсән стационар аппартатар.
  • Сканирлау принцибы буйынса:
    • аналог;
    • цифрлы.
  • Төҫ тапшырыу буйынса:
    • монохром;
    • күп төҫлө.
  • Функциялары буйынса:
    • стандарт ( А4, А3 ҡағыҙы өсөн);
    • махсус (нәшриәт комплекстары өсөн);
    • киң форматлы (һыҙмалар һыҙыу өсөн).
  • Күпме эш эшләй ала:
    • 30 күсермә/көнәнә;
    • 100 күсермә/көнәнә;
    • 600 күсермә/көнәнә ;
    • 10000 күсермә/көнәнә ;
    • 1000000 күсермә/көнәнә.
  • Күсермә эшләү тиҙлеге буйынса:
    • 6 күсермә/мин;
    • 20 күсермә/мин;
    • 40 күсермә/мин;
    • 100 күсермә/мин.

Аппаратты эшләйҙәр үҙгәртергә

Ҡарағыҙ үҙгәртергә

 
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлектә «ксерокс» мәҡәләһе бар

Һылтанмалар үҙгәртергә

Документалистика

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә