Кэстль Джон

XVIII быуат рәссамы, XVIII быуаттың тәүге яртыһындағы Кесе Жуз ҡаҙаҡтарының һәм шулай уҡ Ырымбур экспедицияһының Рәсәйҙәге һәм Ҡаҙағстандағы э

Джон Кэстль (Ян (Яган, Иоһанн) Кассель[1]булараҡ та билдәле; Jean Cassel[2] (Jan[1], Johann), Джон Касл) — XVIII быуат рәссамы, XVIII быуаттың тәүге яртыһындағы Кесе Жуз ҡаҙаҡтарының тарихы һәм мәҙәниәте буйынса мөһим сығанаҡ булып тороусы һәм шулай уҡ Ырымбур экспедицияһының Рәсәйҙәге һәм Ҡаҙағстандағы эштәре тураһында ҡиммәтле мәғлүмәт биргән иллюстрацияланған тарихи көндәлек авторы.

Биографияһы үҙгәртергә

 
Башҡорт. Джон Кэстль пастеле ГТГ.

Кэстль биографияһы тураһында мәғлүмәт бик ярлы. Фаразланғанса, британ-прус сығышлы[3] Гамбургта тыуып үҫкән.

1734 йылда Рәсәй империяһының Санкт-Петербург фәндәр академияһы менән хеҙмәт контракты төҙөгән. Иван Кириллович Кириловтың Ырымбур экспедицияһы составында һүрәтсе булып эшләгән. Шулай уҡ өс рус уҡыусыһын да өйрәтергә тейеш булған. Фәндәр Академияһы архивында бына шундай документ һаҡланған:

«Уҙған (1)734 йылдың 16 июлендә Император Ғали йәнәптәренең Ырымбур экспедицияһына һынлы сәнғәт оҫтаһы живописного художества мастер һамбурглы Яган Кассель, контракт буйынса, өс йылға хеҙмәткә алынды, ул бер ыңғай һынлы сәнғәт оҫталығына малярному художеству тағы өс кешене өйрәтеүҙе үҙ өҫтөнә алды. Шуның өсөн уҡыусылар Михайла Некрасов, Алексей Малиновкин, Иван Шерешперовты йәлеп иттеләр, әммә Кэстль һәр ваҡыт походтарҙа йөрөгәнлектән, ошо уҡыусылар күрһәтелгән художество оҫталығына ныҡлап өйрәнә алманылар»

Уҡыусылар Академияға уҡырға ҡабул ителгән һәм ундағы уҡытыусыларға уларҙы өйрәтергә ҡушылған: «рәсем төшөрөргә Вортманға, буятыуҙы малевание — Гзелгә». Ә Кэстль экспедицияла эшен дауам иткән. Ул 1735 йылда Орск ҡәлғәһенә нигеҙ һалған ваҡытта шунда булған.

 
Башҡорт. Джон Кэстль пастеле. Рус музейы

Экспедицияла эшләгән ваҡытта көндәлек яҙған һәм уларға 13 иллюстрация яһаған, шул иҫәптән "дүрт бастион"лы Үр ҡәлғәһе күренешен дә. Урындағы таштар коллекцияһын: аҡыҡ, йәшел йәшмә, зөбәржәт, колчедан һәм башҡаларҙы йыйған.

1736 йылда Абулхәйер-ханға ике аҙналыҡ визит яһай, Рәсәй хөкүмәте исеменән уның менән һөйләшеүҙәр алып бара. Был сәйәхәт билдәһеҙ территория буйлап, башҡорт ихтилалы сәбәпсе булған фетнә осоронда ойошторолған. Артабан И. Кириллов Кэстлде рус илсеһе сифатында Һиндостанға ебәрергә планлаштырған, әммә Кэстль П. И. Рычков аша тәҡдим ителгән эш хаҡына (йылына 800 һум) риза булмаған[4].

1737 йылдың 16 октябрендә, контракт срогы үтеү менән, Кэстль эштән китергә тейеш булған, әммә экспедицияның яңы башлығы Василий Татищев Кэстль менән яңы контракт төҙөгән, һәм һуңынан, 1739 йылдың 28 июнендә, уның менән оло хөрмәт күрһәтеп хушлашалар[5].

1741 йылдан һуң уның яҙмышы билдәһеҙ[6].

Көндәлектәре үҙгәртергә

Экспедицияла эшләү дәүерендә Джон Кэстль үҙенең күргән урындарҙан, кешеләрҙән һәм йолаларҙан алған тәьҫораттарын, ҡайһы берҙә иллюстрациялар менән биҙәп, көндәлегенә яҙып барған. Көндәлектә Рәсәй империяһы һәм Кесе Жуз араһындағы сәйәси мөнәсәбәттәр, Ҡаҙағстандың географияһы һәм этнографияһы, экспедицияның рус һәм сит ил ағзалары араһында ҡатмарлы мөнәсәбәттәр тураһында киң мәғлүмәт бар. 1741 йылда Кэстль уны төрлө материалдар менән тулыландырған һәм, император Иван VI исеменә хат яҙып, рус хөкүмәтенә тапшырған:

… был көндәлек император ғали йәнәптәренә һәм дәүләткә, уларға тәрән буйһоноулы бағышлау аша, минең тоғролоғом шаһиты булыр тигән маҡсаттан бөтә кешегә мәғлүм булырлыҡ итеп төҙөлдө … Көндәлектә ысын һәм дөрөҫ ваҡиғалар тураһында яҙылған, һәм уның дөрөҫлөгө, Ырымбур канцелярияһында һаҡланған отчёт менән сағыштырғанда, тағы ла ысыныраҡ булып күренә. Ҡыҙғаныс, мин был яҙмама көнсығыш халыҡтарын һәм иғтибарға лайыҡ башҡа нимәләрҙе һынландырған һүрәттәремдең һәм һыҙмаларымдың алдараҡ иҫкә алынған Ырымбур канцелярияһында ҡалған төп нөсхәһен ҡушып бирә алмайым. Мин тәрән күндәмлек һәм мәрхәмәтле рөхсәтегеҙ менән был һүрәттәрҙең күсермәһен генә түгел, һәм тағы ла бик оҡшатып Әбилхәйер хандың, Ырымбурға килгән хандың улы — Ерали солтандың, башҡорттарҙың данлыҡлы хәрби начальнигы — Алдарҙың, уның ҡыҙының, шулай уҡ тәржемәсе татар мырҙаһы портреттарының төп нөсхәһен һынландырҙым. Шуны ла өҫтәп әйткем килә, был ҡырағай халыҡтар араһында йөрөгәндә Рәсәй империяһы именлеге өсөн барыһын да эшләргә ниәт иттем. Был портреттарҙы минән мәрхәмәтлек менән, күңел асыу һәм ғәжәпләнеү маҡсатында ҡабул итегеҙ: улар бит, ҡылҡәләм булмағанлыҡтан, бары тик бармаҡ һәм ҡул ярҙамында яҙылды

Джон Кэстль. 1736 йылда Ырымбурҙан Әбилхәйергә, ҡырғыҙ-ҡайсаҡ урҙаһы ханына, сәйәхәт Көндәлеге: Вольфганг Штаркенбергтың немец теленән тәржемәһе. — Алматы: Жибек жолы, 1998. — С. 8—10. — 152 с.

1741 йылғы һарай түңкәрелешенән һуң был отчёттың төп нөсхәһе һәм бер күсермәһе Вольфенбюттелға, килеп эләгә, һәм әлегә тиклем шунда: бер данаһы — Вольфенбюттель дәүләт архивында[7][8], икенсеһе Герцог Август китапханаһында һаҡлана. Рус ғалимы Нил Попов 1861 йылда, Кэстль көндәлегенең ике данаһы Мәскәүҙә Эске эштәр министрлығы архивында «Jurnal der 1736 a. Orenburg nvch dem Abul-Gair-Chan der Kirgis-Kaijsacken Horda aus freyem Willen zu des Reiches, Besten höchst-nöthig unternommene Reisse, glüklich abgeleget durch Jogann Castle, Kunstmahler bey der Kayserl. Orenburgschen Expedition»[9] исеме аҫтында һаҡлана.

Сәйәхәт хаҡында отчёт 1784 йылда Ригала немец телендә[10] Рәсәй тарихы буйынса материалдар йыйынтығында нәшер ителгән, әммә артабан оҙаҡ йылдар иғтибарҙан ситтә ҡалған.

1958 йылда совет тарихсыһы Матвиевский уны табып ала һәм ҡыҫҡа йөкмәткеһен тасуирлай[6]. Шул ваҡыттан алып тарихи, этнографик һәм географик документ ғалимдарҙың иғтибарын йәлеп иткән. 1996 йылда көндәлектәрҙең ҡаҙаҡ теленә[11], 1998 йылда — рус теленә тәржемәһе баҫылған[12], 2014 йылда Кэстль экспедицияһына бағышланған[3] китап инглиз телендә сыҡты.

Картиналары үҙгәртергә

 
Һамар

Үҙенән һуң Өфө панорамаһы рәсемдәрен ҡалдырҙы. Кэстлдең таҡтаға тартылған пергаментта эскиз манераһында башҡарған башҡорттар портреттары Третьяков галереяһында[2] һәм Рус музейында[1] һаҡлана.

Джон Кэстль Башҡортостанда беренсе рәссам-пастелист[13]булған. Шулай уҡ Һамарҙың ул саҡтағы беренсе дөрөҫ һүрәтен ҡалдырған[14]. Шулай уҡ ул Ҡаҙағстандың беренсе рәссам-графиктарының береһе булған. Уның көндәлеге менән эштәре: «Абулхәйер хан портреты», «Кэстлде хандың ҡабул иткәне аудиенция», «Ҡаҙаҡтарҙың сәләмләүе», «Ҡаҙаҡ ғаиләһенең күсенеүе»[15] нәшер ителгән.

Хәҙерге Ҡаҙағстан тарихсылары фекере буйынса, Джон Кэстлдең музейҙарҙа «Башҡорт» һәм «Йәш башҡорт» тип аталған һүрәттәре ысынында иһә Кесе Жуз ханы Әбилхәйер хандың һәм уның улы Ералиның үҙҙәре иҫән саҡта төшөрөлгән портреттары булып тора[16], тип иҫәпләй.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 Голдовский Г.Н. Государственный Русский музей. Живопись. Каталог. Санкт-Петербург. Palace Editions. — Русский музей, 1998. — С. 96. — 206 с. — ISBN 5-900872-73-4.
  2. 2,0 2,1 Государственная Третьяковская галерея. Каталог живописи XVIII-начала XX века (до 1917 года). — М.: Изобразительное искусство, 1984. — С. 544.
  3. 3,0 3,1 Beatrice Teissier. Into the Kazakh Steppe: John Castle's Mission to Khan Abulkhavir (1736). — Signal Books Ltd, 2014. — 196 с. — ISBN 978-1909930087.
  4. Юрий Смирнов Деятельность Оренбургской экспедиции под руководством И. К. Кирилова в Заволжье // Наука и человек : электронный журнал. — 2011. — № 1.
  5. Джон Кэстль. Дневник путешествия в году 1736-м из Оренбурга к Абулхаиру, хану киргиз-кайсацкой орды: перевод с немецкого Вольфганга Штаркенберга. — Алматы: Жибек жолы, 1998. — С. 83—84. — 152 с.
  6. 6,0 6,1 Павел Евменович Матвиевский Дневник Джона Кэстля как источник по истории и этнографии казахов // История СССР. — 1958. — № 4. — С. 133—145.
  7. Карточка журнала к каталоге архива(недоступная ссылка)
  8. Карточка 12 рисунков Кэстля, прилагавшихся к дневнику, в каталоге архива(недоступная ссылка)
  9. Н.А.Попов. В.Н. Татищев и его время. Эпизод из истории государственной, общественной и частной жизни в России первой половины прошедшего столетия. — Издание К. Солдатенкова и Н. Щепкина, 1861. — С. 551. — 803 с.
  10. Materialien zu der russischen Geschichte seit dem Tode Kaisers Peters des Grossen: Theil 2 / 1730 - 1741 : Mit XIII. Kupfertafeln / Christoph von Schmidt-Phiseldek. — Riga: Bey J. F. Hartknoch, 1784. — 867 с.
  11. Игибаев С.К. Казахстан в источниках и материалах. — Усть-Каменогорск: ВКГУ им. С.Аманжолова, 2010. — С. 394.
  12. Джон Кэстль. Дневник путешествия в году 1736-м из Оренбурга к Абулхаиру, хану киргиз-кайсацкой орды: перевод с немецкого Вольфганга Штаркенберга. — Алматы: Жибек жолы, 1998. — С. 152.
  13. Neil Jeffares. Dictionary of pastellists before 1800. — Online edition.
  14. Московский О.В. Провинциальный город: судьба и образ (на материалах Самары) // Вояджер: мир и человек : теоретический и научно-методический журнал. — Самара: Самарский муниципальный институт управления, 2011. — № 1. — С. 119. — ISSN 2225-0018. Архивировано из первоисточника 18 октябрь 2014.
  15. Гюльнара Нурпеисова Казахстан на старинных полотнах // Казахстанская правда : газета. — 2006-03-03. Архивировано из первоисточника 18 октябрь 2014.
  16. Бимендиев А.Ш. и др. Казахи. История и культура / Ускенбай К.. — Алматы: АБДИ Компани, 2013. — С. 21–27. — 656 с. — ISBN 9965-832-21-8.

Әҙәбиәт үҙгәртергә