Кунжу́т, йәки Сеза́м (лат. Sésamum) — педалиялар (Pedaliaceae) ғаиләһенә ингән үлән үҫемлектәр ырыуы.

Кунжут
Һинд кунжуты
Һинд кунжуты (Sesamum indicum)
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Sesamum L. (1753)

Төр өлгөһө

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
GRIN  g:11096
IPNI  ???

Атамаһы үҙгәртергә

Латинса атамаһы Sesamum — σήσαμον тигән боронғо грек һүҙенән, ә боронғо грек теленә семит телдәренән (арами телендә shūmshĕmā, ғәр. سمسم‎‎) күскән, һуңғы осор бабил теленән shawash-shammu, ассирий теленән shamash-shammū, shaman shammī — «майлы үлән» тигән мәғәнә биргән һүҙҙәрҙән барлыҡҡа килгән.

Ботаник һүрәтләнеше үҙгәртергә

 
Һинд кунжуты . «Köhler’s Medizinal-Pflanzen», 1887 китабынан ботаник иллюстрация

Бер йыллыҡ йәки күп йыллыҡ үлән үҫемлектәр. Япраҡтары сиратлап, йәки ҡапма-ҡаршы, йәки аҫта ҡапма-ҡаршы, өҫтә сиратлап урынлашҡан, бөтөндәр йәки өс теллеләр (һирәкләп өскә бүленгәндәр).

Сәскәләре эре, биш киҫекле, ҡуйынлы, дихазияларҙа 1—3-әр. Сәскә һаптары ҡыҫҡа, төбөндә икешәр сәскә яны япраҡсаһы бар. Каса япрағы бишкә бүленгән, тажы ҡыңғырау йәки буранка-төрөпкә һымаҡ, ике иренле тип әйтергә лә була, 3 (һирәкләп 5) ҡалаҡлы түбәнге һәм ҡыҫҡа ике ҡалаҡлы өҫкө иренле. Һеркәстәре 4 (5—10) (ғәҙәттә бер йәки ике һеркәсе етлекмәгән була һәм стаминодияға әйләнә). Емшәне өҫкө, ике емеш япраҡлы, өҫтәмә ялған бүлкәле, үҙәк бағаналы, уға күп һанлы орлоҡтар йәбешә; емешлек ауыҙы ике ҡалаҡлы.

Емеше — оҙонса, төбөнә тиклем асылыусан, ҡыҫыҡ дүрт ҡырлы, һабаҡҡа һылашҡан ҡумта.

Таралыуы үҙгәртергә

Ырыу төрҙәре нигеҙҙә Африкала осрай. Бер төрө — һинд кунжуты (Sesamum indicum) — ҡырағай хәлдә билдәле түгел, бөтә тропик һәм субтропик төбәктәрҙә үҫтерелә, ҡайһы берҙә ҡырағайлана.

Хужалыҡта ҡулланылыуы үҙгәртергә

Ҡулланыу өсөн һинд кунжуты Sesamum indicum) ҡиммәтле майлы үҫемлек булараҡ мөһим һанала. Орлоғо кәзинәк эшләү һәм икмәк-ҡалас өҫтөнә һибеү өсөн файҙаланыла. Кулинарияла киң ҡулланыла.

Төрҙәренең исемлеге үҙгәртергә

Кунжут ырыуына 10 төр инә[1]:

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Список видов рода Кунжут на сайте The Plant List 2013 йыл 4 июль архивланған. (инг.) (Тикшерелеү көнө: 21 июль 2012)

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Васильченко И. Т. Род Кунжут — Sesamum L. // Флора СССР. В 30 т. / Начато при руководстве и под главной редакцией акад. В. Л. Комарова; Ред. тома Б. К. Шишкин. — М.—Л.: Изд-во АН СССР, 1958. — Т. XXIII. — С. 12—13. — 776 с. — 2300 экз.
  • Камелин Р. В. Род Кунжут — Sesamum L. // Флора европейской части СССР / Отв. ред. Ан. А. Фёдоров. — Л.: Наука, 1981. — Т. V. Ред. тома Р. В. Камелин. — С. 315—316. — 380 с. — 4200 экз.

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • Кунжут: таксон тураһында «Плантариум» проектында мәғлүмәт.  (Тикшерелеү көнө: 21 июль 2012)