Кулинич-Сорокина Анна Юрьевна

Анна Юрьевна Кулинич-Сорокина (ҡыҙ фамилияһы Сорокина; 27 июнь 1992 йыл, Чебоксар, Рәсәй Федерацияһы) — Рәсәй еңел атлеты. 2012 йылғы Йәйге паралимпия уйындарының көмөш призеры, һөңгө ырғытыу буйынса донъя һәм Европа чемпионы. Йүгереүҙә Европа чемпионатының ике тапҡыр призеры (400 м һәм 200 м). Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры.

Кулинич-Сорокина Анна Юрьевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 27 июнь 1992({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (31 йәш)
Тыуған урыны Чебоксар, Рәсәй
Һөнәр төрө еңел атлет
Спорт төрө паралимпийская лёгкая атлетика[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
II  дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы

Биографияһы үҙгәртергә

Анна Юрьевна Кулинич-Сорокина Чебоксар ҡалаһында тыуған. Атаһы — Сорокин Юрий Флорович — Сыуашстандың Аликово районы Үрге Татмыш ауылынан[1].

Анна — Чебоксар һуҡырҙар һәм насар күреүселәр өсөн махсус (коррекцион) дөйөм белем мәктәбенең еңел атлетика секцияһы тәрбиәләнеүсеһе[2]: 2004 йылда 12 йәшенән секцияға килә. Башҡортостан физик культура институтын (филиалы УралГАФК) тамамлай[1].

Спорт һөҙөмтәләре үҙгәртергә


14 йәшкә тиклемге спортсылар араһында еңел атлетика буйынса донъя чемпионаты (2005): оҙонлоҡҡа һикереү буйынса —  ; 60 метрға йүгереү буйынса —  ; 200 метрға йүгереүҙә —  .
Юниорҙар араһында Европа чемпионаты (2006): оҙонлоҡҡа һикереү, 800 һәм 400 метрға йүгереү буйынса —  .

Наградалары үҙгәртергә


II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орден миҙалы (10 сентябрь 2012 йыл) — физик культура һәм спорт үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн, 2012 йылда Лондонда XIV йәйге паралимпия уйындарында юғары спорт ҡаҙаныштар өсөн (Бөйөк Британия)[3].
Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2012)[4].

Ғаиләһе үҙгәртергә


Ире — Иван Кулинич — еңел атлетика буйынса Рәсәй йыйылма командаһы массажисы[5].
Ҡыҙы София.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә