Куликов Виктор Георгиевич
Куликов Виктор Георгиевич (5 июль 1921 йыл — 28 май 2013 йыл, Мәскәү)[6] — совет хәрби эшмәкәре, Советтар Союзы маршалы (1977 йыл). Хәрби фәндәр академияһы академигы, Ленин премияһы лауреаты (1983). Советтар Союзы Геройы (1981 йыл). КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы(1971—1989).
Биографияһы
үҙгәртергәКуликов Виктор Георгиевич 1921 йылдың 5 июлендә Орел губернаһы Үрге Любовша ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Урыҫ[7]. Ғаилә аслыҡтан көньяҡҡа ҡаса һәм Ставропольеға[8] килеп сыға. 1938 йылдаНевинномысск ҡалаһында 5-се тимер юлсылар мәктәбендә 10 класты тамамлай.
Ҡыҙыл армияла 1939 йылдан. Грозный хәрби-пехота училищеһын да уҡый һәм уны 1941 йылдың июнендә лейтенант дәрәжәһендә тамамлай[8].
Бөйөк ватан һуғышы
үҙгәртергә1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк ватан һуғышында ҡатнаша: —1941 йылдың июненән — Көньяҡ-көнбайыш фронтта 41-се танк дивизияһында мотоциклет рота командиры,— 1941 йылдың октябренән — Мәскәү ҡалаһының автобронетанк үҙәгенең 143-сө айырым танк бригадаһының разведка взводы командиры, Көнбайыш фронтта һуғыша,
— 1942 йылдың февраленән — Калинин фронтында танк батальоны штабы начальнигы һәм тагк бригадаһы штабы начальнигы, — 1943 йылдың февраленән — бригада штабының оператив эш буйынса начальник урынбаҫары, — 1943 йылдың авгусынан 1945 йылдың майына тиклем — 1-се Балтик буйы һәм 2-се Белорус фронттарында 143-сө танк бригадаһы штабы начальнигы (1945 йылдың февраленән бригада айырым гвардия ауыр үҙйөрөшлө-артиллерия бригадаһы тип атала).
Көнбайыш Украинаны обороналау һуғыштарында, Мәскәү өсөн алышта, Ржевский алышында, Смоленск, Белоруссия, Балтик буйы, Көнсығыш Пруссия, Көнсығыш Померан, Берлин һөжүм операцияларында ҡатнаша.
1942 йылдан ВКП(б) ағзаһы,
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #120335034 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Куликов Виктор Георгиевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Viktor Georgiyevich Kulikov // Find a Grave (ингл.) — 1996.
- ↑ Wiktor Georgijewitsch Kulikow // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
- ↑ https://izgotovleniepamyatnikov.ru/mogila/kulikov/
- ↑ Биография маршала СССР Виктора Куликова. РИА Новости.
- ↑ Сайт «Герои страны»
- ↑ 8,0 8,1 Огонек: Брежнев, Жуков, Рокоссовский… Дата обращения: 21 ғинуар 2014. Архивировано 24 сентябрь 2015 года. 2015 йыл 24 сентябрь архивланған. Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тег дөрөҫ түгел: «autogenerated1» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Куликов В. Г. // Куценко А. Маршалы и Адмиралы флота Советского Союза. — Киев.: Полиграфкнига, 2007. — С. 217—223.
- Куликов В. Г. // Маршалы Советского Союза. Личные дела рассказывают. — М.: Любимая книга, 1996. — С. 47—48. — ISBN 5-7656-0012-3.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Куликов Виктор Георгиевич на сайте Министерства обороны Российской Федерации
- Виктор Георгиевич Куликов.