Кузьмин Николай Михайлович
Кузьмин Николай Михайлович (21 декабрь 1919 йыл — 9 февраль 1963 йыл) — 1-се Украин фронтының 4-се танк армияһы 93-сө танк бригадаһы рота командиры, лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1945 йыл).
Николай Михайлович Кузьмин | ||||||
Файл:Kuzminnm2.jpg | ||||||
Тыуған ваҡыты | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны |
Рыбинск ҡалаһы, Ярославль өлкәһе, РСФСР | |||||
Үлгән ваҡыты | ||||||
Вафат урыны |
Ленинград, РСФСР, СССР | |||||
Хеҙмәт иткән урыны | ||||||
Ғәскәр төрө |
Танк ғәскәрҙәре | |||||
Хеҙмәт итеү йылдары |
1942—1946 йылдар | |||||
Хәрби звание | ||||||
Часть |
93-сө танк бригадаһының 68-се гвардия танк полкы | |||||
Командалыҡ итеү |
рота командиры | |||||
Хәрби алыш/һуғыш | ||||||
Наградалар һәм премиялар |
|
Биографияһы
үҙгәртергәНиколай Михайлович Кузьмин 1919 йылдың 21 декабрендә Ярославль өлкәһе хәҙерге Рыбинск ҡалаһына ингән Гаврилково ауылында тыуған.
Милләте — рус. 7 класс белемле. 1944 йылдан — Советтар Союзы Коммунистар партияһы ағзаһы. Рыбинск ҡалаһы машиналар төҙөү заводында эшләгән. Эвакуацияланғандан һуң Өфө моторҙар эшләү заводында эшләгән.
1942 йылдың октябрендә Өфө ҡалаһынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына алынған. Камышин танк училищеһын тамамлаған.
1-се Украин фронты составында һуғышҡан. Лейтенант Н. М. Кузьмин 1944 йылдың 30—31 ғинуарында Зофиенталь тораҡ пункты янында дошмандың контрһөжүмен кире ҡаҡҡанда айырыуса батырлыҡ күрһәткән.
1946 йылдан өлкән лейтенант Н. М. Кузьмин — запаста. Дәүләт именлеге органдарында хеҙмәт иткән.
1963 йылдың 9 февралендә 44-се йәшендә Ленинградта вафат булған. Санкт-Петербург ҡалаһының Ново-Волково зыяратында ерләнгән[1].
Батырлығы
үҙгәртергә1-се Украин фронтының 4-се танк армияһы 93-сө танк бригадаһының рота командиры, лейтенант. «Лейтенант Н. М. Кузьмин 1944 йылдың 30—31 ғинуарында Зофиенталь тораҡ пункты (Польша, Гура ҡалаһынан көньяҡҡа 13 км) янында дошмандың контрһөжүмен кире ҡаҡҡанда дошмандың ике танкыһын, 5 орудиеһын һәм 150-гә яҡын гитлерсыны айырыуса батырлыҡ күрһәткән».
Советтар Союзы Геройы исеме Н. М. Кузьминға 1945 йылдың 10 апрелендә бирелгән.
Наградалары
үҙгәртергә- Советтар Союзы Геройының «Алтын Йондоҙ» миҙалы;
- Ленин ордены;
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены;
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены;
- миҙалдар.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Кузьмин Николай Михайлович . Дата обращения: 16 март 2013.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
- Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 3. З-К. 2007. −672 с. ISBN 978-5-88185-064-7.; науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Кузьмин Николай Михайлович . «Герои страны» сайты.
- Кузьмин Николай Михайлович.