Кузнецов Николай Иванович (артиллерист)

Кузнецов Николай Иванович (29 апрель 1922 йыл — 11 сентябрь 2008 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, старшина, орудие командиры, Советтар Союзы Геройы, Дан орденының тулы кавалеры. («Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ булған Дан орденының дүрт тулы кавалерының береһе).

Кузнецов Николай Иванович (артиллерист)
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 29 апрель 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})
Тыуған урыны Пытручей[d], Сельское поселение Андомское[d], Рәсәй
Вафат булған көнө 11 сентябрь 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (86 йәш)
Вафат булған урыны Пестово[d], Новгород өлкәһе, Рәсәй
Ерләнгән урыны Пестово[d]
Һөнәр төрө артиллерист
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание старшина[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Жуков миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) "Севастополде обороналаған өсөн" миҙалы "Кёнисбергты алған өсөн" миҙалы «Хеҙмәт ветераны» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә алтмыш йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә илле йыл» юбилей миҙалы «Алтын Йондоҙ» миҙалы III дәрәжә Дан ордены II дәрәжә Дан ордены II дәрәжә Дан ордены I дәрәжә Дан ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы юбилейная медаль «50 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «60 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «70 лет Вооружённых Сил СССР»

Биографияһы үҙгәртергә

Николай Иванович Кузнецов Пытручей ауылында, хәҙер Вологда өлкәһенең Вытегорск районы, крәҫтиән ғаиләһендә тыуа.

7-се кластан һуң фабрика-завод уҡыусылыҡ мәктәбен тамамлай. 1936 йылдан Зашеек станцияһында (хәҙер Полярные Зори ҡалаһы составындағы ҡала тибындағы ҡасаба). ФЗУ-нан һуң Мурманск өлкәһендә Кандалакшск электр станцияһын төҙөүҙә ҡатнаша.

1940 йылда Разведка мәктәбендә уҡығандан һуң Кенигсберг ҡалаһында абвер подразделениеһына элемтә офицеры итеп индерелә. Бер операция ваҡытында ҡаты яралана. Разведканан ҡайтҡандан һуң оҙаҡ дауалана, һуңынан артиллерия частарында һуғыша.

1941 йылдың авгусынан Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында. 1944 йылдан КПСС ағзаһы. 369-сы айырым истребителдәр-танкка ҡаршы артиллерия дивизионының (3-сө Белорус фронты, 43-сө армия, 263-сө уҡсылар дивизияһы) орудие командиры өлкән сержант Кузнецов Севастополь һәм Литваны азат иткәндә, Көнсығыш Пруссия территорияһындағы хәрби хәрәкәттәрҙә айырылып тора. Һуғыш ваҡытында орудие расчеты дошмандың 11 танкыһын юҡ итә. Кенигсберг ҡалаһын штурмлағандаорудие расчеты дошмандың бер нисә ут нөктәһен, взвод самаһы һалдатын юҡ итә.

1944 йылдың 23 апрелендә Севастополь (1965 йылдан — герой-ҡала) ҡалаһынан 10 км көнсығыштараҡ урынлашҡан Мекензия тораҡ пункты янындағы алышта 369-сы айырым истребитель-танкка ҡаршы артиллерия дивизионының 45 миллиметрлы орудие командиры (4-се Украина фронты, 51-се армия, 263-сө уҡсылар дивизияһы) сержант Николай Кузнецов үҙенең расчеты менән дошмандың ике пулеметының өнө тыға һәм уҡсылар подразделениеһының артабанғы хәрәкәтен тәьмин итә. Һуңыраҡ, дошмандың танкыларын асыҡлап, беренсе атыуҙан уҡ уларҙың береһен яндыра.

1944 йылдың 17 майындағы алыштарҙа күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн Кузнецов Николай Иванович 3-сө дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.

1944 йылдың 1 декабрендә икенсе тапҡыр 2-се дәрәжә Дан ордены менән наградлана.

1945 йылдың 10 февралендә ҡабаттан 2-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.

СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән 1945 йылдың 19 апрелендә немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткән өсөн старшина Николай Иванович Кузнецовҡа «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә һәм Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 6264) тапшырыла.

СССР Юғары Советы Президиумының 1980 йылдың 12 марттағы Указы менән немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн отставкалағы старшина Николай Иванович Кузнецов 1-се дәрәжә Дан ордены менән наградлана (№ 2656) һәм дан орденының тулы кавалеры була.

1945 йылдың 24 июнендә Н. И. Кузнецов Ленин мавзолейы алдына трофей байраҡтарҙы ташлаусы йыйылма батальон составында Еңеү парадында ҡатнашада.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Слава солдатская. — Рига, 1970;
  • Бундюков А. Т. Сол­да­ты сла­вы не ис­ка­ли. — М.: ДОСААФ, 1981;
  • Дриго С. В. За под­ви­гом — под­виг. 2-е изд. — Ка­ли­нин­град, 1984;
  • Кузнецов В. К. Прямой наводкой: О Герое Советского Союза, полном кавалере ордена Славы Н. И. Кузнецове. — М.: Политиздат, 1984. — 112 с. — (Герои Советской Родины). — 200 000 экз.
  • Безродный В. Ро­до­слов­ная под­ви­га // Ка­ва­ле­ры ор­де­на Сла­вы трех сте­пе­ней. — М., 1986.
  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Кавалеры ордена Славы трёх степеней: краткий биографический словарь. — М., 2000;
  • Сорокажердьев В. В. Они сражались в Заполярье. — Мурманск, 2007.

Һылтанмалар үҙгәртергә