Кузнецов Александр Игнатьевич

Кузнецов Александр Игнатьевич (15 август 1915 йыл — 11 февраль 1991 йыл) — уҡытыусы, партия органдары хеҙмәткәре, яҙыусы. 1984 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1942 йылдан КПСС ағзаһы.

Кузнецов Александр Игнатьевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 15 август 1915({{padleft:1915|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Өфө, Өфө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 11 февраль 1991({{padleft:1991|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (75 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР
Яҙма әҫәрҙәр теле урыҫ теле
Һөнәр төрө яҙыусы
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
I дәрәжә Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Александр Игнатьевич Кузнецов 1915 йылдың 15 авгусында Өфө ҡалаһында эшсе ғаиләһендә тыуа. Атаһы фронтта һәләк булғандан һуң, Кузнецовтар ғаиләһе әсәһенең тыуған иленә — Благовещен районының Удельно-Дыуанай ауылына күсеп килә.

Саша 14 йәшендә улус комсомол комитеты секретары була. Төҙөлөш техникумында уҡый, уны тамамлағандан һуң урман хужалығында эшләй. 1937 йылдан Ҡыҙыл Армия сафында — һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Артабан Хабаровскиҙа хәрби-сәйәси мәктәптә уҡый.

Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында рота политругы, батальон командиры урынбаҫары була. Курск дуғаһында һуғыша, Днепрҙы һуғышып аша сығыуҙа, Киевты азат итеүҙә ҡатнаша, дошман тылында махсус задание башҡара. Өс тапҡыр яралана. Польша биләмәһендә өсөнсө тапҡыр ауыр яраланғандан һуң демобилизациялана.

Һуғышынан һуң Александр Игнатьевич БАССР-ҙың Благовещен районында мәктәп директоры булып эшләй. 1948 йылдан алып — ВКП(б)-ның район комитетында пропаганда бүлеге мөдире; 1950—1979 йылдарҙа Өфө ҡалаһының 6-сы һанлы профессиональ-техник училищеһында уҡытыусы булып эшләй.

Кузнецов Александр Игнатьевич хеҙмәт эшмәкәрлеген әҙәби эш менән бергә алып бара. Уның күп кенә әҫәрҙәренең темаһы — ауылда совет власының нығыныуы, коллективлаштырыу, һуғыш. Ул үҙенең әҫәрҙәрен «Совет Башҡортостаны», «Ленинсы», «Киске Өфө» гәзиттәрендә баҫтыра. Хәрби тематикалы хикәйәләре «Йәш гвардия» нәшриәтендә, «Подвиг» альманахында баҫылып сыға[1]

Әҫәрҙәре үҙгәртергә

  • Роман-дилогия «Отчего хлеб сладок» (кн. 2., 1974—1982)
  • Повесть «Протальник» (1984)
  • Хикәйәләр һәм повестары «Иду к друзьям» (1979)
  • «Судьбой единой» (1987)
  • Кузнецов, А. И. Отчего хлеб сладок: Роман — дилогия. Кн. 1. Трудные рассветы [Текст] / Александр Кузнецов. — Уфа: Башк. кн. изд-во, 1989. — 400 с.
  • Кузнецов, А. И. Отчего хлеб сладок: Роман — дилогия. Кн. 2. Земли хозяева [Текст] / Александр Кузнецов. — Уфа: Башк. кн. изд-во, 1990. — 431 с.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

  • 1-се (1985) һәм 2-се (1944) дәрәжә Ватан һуғышы ордены.
  • Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943, 1944).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 март 2018)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 март 2018)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит. (Тикшерелеү көнө: 4 март 2018)