Косарев Михаил Фёдорович

Косарев Михаил Федорович (3 декабрь 1931 йыл — 28 апрель 2017 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең ғалим-археологы. тарих фәндәре докторы, профессор.

Косарев Михаил Фёдорович
рус. Михаил Фёдорович Косарев
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 3 декабрь 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})
Тыуған урыны Ярок[d], Городское поселение город Карасук[d], Карасукский район[d], Западно-Сибирский край[d], РСФСР, СССР
Алтай крайы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 28 апрель 2017({{padleft:2017|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (85 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Эш урыны Институт археологии РАН[d]
Уҡыу йорто Томск дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә тарих фәндәре докторы[d]

Урал һәм Көнбайыш Себер археологияһы өлкәһендә белгес. Көнбайыш Себерҙә төрлө дәүерҙәге һәм төрлө мәҙәниәттәге археологик ҡомартҡыларҙы тикшереүсе, был төбәктең боронғо һәм урта быуат тарихын өйрәнеүгә палеогеографик һәм палеоэтнографик тикшереүҙәрҙе яҡлаусы. 220-ҙән артыҡ фәнни мәҡәлә, шул иҫәптән бер нисә монография авторы[1].

Биографияһы үҙгәртергә

Михаил Федорович Косарев 1931 йылдың 3 декабрендә Алтай крайы Карасукский районы Ярок ауылында тыуған (хәҙер Новосибирск өлкәһендә).

Белеме үҙгәртергә

1954 йылда Томск дәүләт университетының тарих-филология факультетын тамамлай, артабанғы биш йылда Новосибирск өлкәһендә халыҡ мәғарифы системаһында эшләй. 1962 йылда СССР Фәндәр академияһының Археология институты (хәҙерге РФА Археология институты) аспирантураһында уҡыуын тамамлай һәм бер йылдан һуң штатҡа алына.

1964 йылда «Урта Обь-Иртыш Бронза быуаты» тигән темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай, ә 1976 йылда — «Көнбайыш Себерҙең Бронза быуаты» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.[2].

Эшмәкәрлеге үҙгәртергә

1950—1960 йылдарҙа М. Ф. КосаревТомск өлкәһендә археологик эштәр башҡара: Десятов ерҙегендә, Новокусковский һәм Лавровский торлаҡтарында, Шеломок-1 ҡалаһында ҡаҙыу эштәрен алып бара, шулай уҡ Парабель культ урынын, Самусь һәм Самусь-4 ҡәберлеген ҡаҙыуҙа ҡатнаша.

1981 йылдан — Урал-Себер археологияһы төркөмө етәксеһе, 1989—1994 йылларҙа — РАН Археология институтының таш һәм бронза быуаттар бүлеге мөдире булып эшләй.

Аспиранттар менән етәкселек итә (15 кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлайҙар); Воронеж, Урал, Омск һәм Томск дәүләт университеттарында махсус курстан алып бара[1].

2017 йылдың 28 апрелендә Мәскәүҙә вафат була.Мәскәү өлкәһе Солнечногорск райлны Перепечено ауылында ерләнгән.[3].

Иҫкәрмә үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Молодин В. И. К семидесятилетию Михаила Федоровича Косарева // Мировоззрение древнего населения Евразии : Сборник статей. — М.: Старый сад, 2001.

Һылтанмалар үҙгәртергә