Коральп (Коральпа, Коральм[1]; нем. Koralpe, слов. Golica) — көньяҡ Австрияның тау һырты, ул көнсығыш Каринтияны көньяҡ Штириянан айырып тора. Көньяҡ өлөшөндә һырт Словенияға һуҙылған[2]. Төньяҡтан көньяҡҡа ҡарай һуҙылған, көнбайыштан Лаванта йылғаһы һәм көнсығыштан Зюльм йылғаһы менән сикләнгән. Көньяҡта, Словения биләмәһендә, Коральпе Козяк тау һырты менән сиктәш. Коральпе һыртының көнсығыш битләүендә Зекар-Беренталь һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе урынлашҡан[3].

Коральпе
нем. Koralpe, словен. Golica
Бейек нөктәләре
Иң бейек түбәһеГросер-Шпайккогель 
Абсолют бейеклеге2140 м
Урынлашыуы
46°48′ с. ш. 15°00′ в. д.HGЯO
 Коральпе Викимилектә

Түбәләре үҙгәртергә

Иң юғары нөктәһе — Гросер-Шпайккогель тауы (2140 м). Йәйәүле туризм өсөн иң популяр булған урын ул. Тауҙа теле- һәм радиоантенна, шулай уҡ Австрия армияһы радары урынлашҡан. Һырттың төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә Райнишкогель түбәһе урынлашҡан (1463 м.). Ул Грац халҡы араһында популяр туристик объект булып тора.

Геология үҙгәртергә

Коральп тауҙары нигеҙҙә метаморфоз (ер ҡатламында юғары температура, ҙур баҫым, төрлө газ һәм һыу эретмәләре тәьҫиренән үҙгәргән) тау тоҡомдарынан тора, уларҙың ҡайһы берҙәре геологтар һәм аҫыл таш коллекционерҙарында ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Урта өлөшөндә һәм Вайнебене тирәләй (шулай уҡ популяр туристик һәм рекреацион зона) пегматит ҡатлам бар, уларҙың составында һиҙелерлек күләмдә сподумен бар, шунлыҡтан был район Европала иң билдәле литий ятҡылыҡтары булып тора. Кварц һәм ялан шпаты ятҡылыҡтары, ҡуйы урман менән бергә, үткән заманда быяла, керамика, фарфор һәм изоляция материалдарын етештереү сәнәғәте өсөн нигеҙ булып торған[4].

Тимер юл транспорты үҙгәртергә

 
Буласаҡ туннелдең көнбайыш порталы

Коральм тимер юлы төҙөлөү стадияһында. Ул провинциаль баш ҡалалар Клагенфурт һәм Грацты 2022 йылда Коральпе һырттары аҫтынан Коральм тоннеле аша бәйләйәсәк. Тоннелдең проект оҙонлоғо 32,9 км, төҙөлөп бөткәндән һуң ул донъяла иң оҙон туннелдәрҙең береһе буласаҡ[5].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. «Koralm» im Landesgesetzblatt Nr. 37/2005.
  2. Drago Perko. Analiza površja Slovenije s stometrskim Digitalnim modelom reliefa. — Založba ZRC, 2001. — P. 181.
  3. Naturschutzgebiet Seekar-Bärental (abgerufen 30.
  4. Leopold Weber (Hrsg.
  5. Johannes Fleckl-Ernst: Geodätische Herausforderungen beim Projekt «Koralmtunnel»