Конти Николас

 

Футбол
Николас Конти
Информация
Тыуа 1904
Монтевидео, Уругвай
Вафат 1990
Гражданлығы Уругвай Уругвай
Карьера
Клуб карьераһы*
Уругвай Сан-Карлос ? (?)
1923—1931 Уругвай Монтевидео Уондерерс 152 (42)

* Профессиональ клуб өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе милли чемпионаттарҙың төрлө лигалары өсөн генә һанала.


Николас Конти (1904-1990) — Уругвай футболсыһы.1926 йылда Чилиҙа үткәрелгән футбол буйынса Көньяҡ Америка чемпионатында еңеүсе.

КарьераһыҮҙгәртергә

Клуб карьераһыҮҙгәртергә

Конти Николас башта уң вингер йәки уң һөжүмсе позицияһында уйнай башлай. Һуңынан, 1920-се йылдарҙың икенсе яртыһында, ул хәҙерге көн амплуаһындағы ярым һөжүмсе позицияһына күсеп китә. 1929 йылдан башлап үҙ карьераһының аҙағына тиклем Конти Николас һул яҡ һөжүмсеһе булып уйнап килә.

Конти Николас иң тәүҙә, 1910-сы йылдар аҙағында, «Сан-Карлос» клубы өсөн уйнай. Һуңынан ул «Монтевидео Уондерерс» өсөн сығыш яһай башлай, һәр хәлдә, 1923 йылдан алып 1929 йыл бөткәнсе һәм 1931 йылда был команда өсөн уйнай. Был осорҙа «Уондерерс» 1923 йылда Уругвай футбол федерацияһы (ФУФ) ойошторған чемпионатта еңеүсе була — ул саҡта уругвай футболы бер үк ваҡытта параллель рәүештә ике чемпионат үткәреп килгән була, клуб «Атлетико Уондерерс» исеме аҫтында сығыш яһай. 1924 йылда клуб турнирҙың вице-чемпионы исемен яулап ала. Шул йылда уҡ команда Альдао Кубогын яулап ала. 1931 йылда Конти Николас «Уондерерс» командаһы составында Уругвай чемпионы титулына эйә була, ә был саҡта чемпионат Уругвай футбол ассоциацияһы эгидаһы аҫтында үткәрелгән була. Дөйөм алғанда Конти «Уондерерс» өсөн 152 уйын үткәрә һәм бөтәһе 42 гол индерә. Артабан Контиға уйындарҙа алған йәрәхәттәре арҡаһында үҙ карьераһын тамамларға тура килә[1].

Милли йыйылма командалаҮҙгәртергә

Конти башта ФУФ йыйылма командаһына саҡырыла.Чилиҙа үткән Көньяҡ Америка чемпионатында төп команда составында була, унда Уругвай командаһы чемпион титулын яулай. Әммә турнир барышында Конти уйнамай ҡала[2]. 1927 йылда ул Чилиҙың «Коло-Коло» клубына ҡаршы иптәштәрсә матчта уйнай.

ҠаҙаныштарыҮҙгәртергә

ИҫкәрмәҮҙгәртергә