Коммунистик урам (Өфө)

Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөләге урам

Коммунистик урам — Өфө ҡалаһының Ленин һәм Киров райондарында урынлашҡан. Сенный урамы аҙағынан башланып һәм Соҡалаҡ йылғаһы менән тамамланып, көнбайыштан көнсығышҡа тиклем һуҙыла.

Коммунистик урам
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Өфө, Киров районы һәм Ленин районы
Оҙонлоҡ 3,5 ± 0,1 km
 Коммунистик урам Викимилектә

Тарихы үҙгәртергә

Хәҙерге Коммунистик урамдың өҫкө өлөшө башта Сенный, ә аҫҡы өлөшө Зыярат урамы тип аталған, сөнки Өфөнөң төньяҡ-көнбайыш ситендә ҡала православиеһы зыяраты урынлашҡан булған. 1796 йылда алпауыт ҡатын Аничкова үҙе һатып алған Аллаһ Әсәһе Успения ағас сиркәүен зыяратҡа күсерә. Һуңынан был урам сиркәүе исеме менән Успенский урамы тип атала башлай.

XVIIIXIX быуат сиктәрендә зыярат ҡала эсендә булғанға күрә, уның өсөн икенсе урын бүленә. Иҫке зыяраттан көнбайышҡа килгән урам Иҫке зыярат урамы, ә көнсығышҡа табан барған урам элеккесә Успенский урамы тип йөрөтөлә. 1819 йылдың планы буйынса Сенный майҙанының урам өлөшө Нижегородкаға төшөү урынынан башланып Өҫкө сауҙа майҙанына тиклем Сенный урамы тип атала башлай. 1824 йылда зыярат тулыһынса ябыла, ағас сиркәү мәхәллә итеп яһала, ә эргәһенә таштан Успенский сиркәүе төҙөйҙәр. Урамдың аҫҡы өлөшө Успенский тип кенә аталыуын дауам итһә лә, өҫкө урамды хәҙер Ҙур Успенский урамы тип йөрөтәләр.

1918 йылда, Октябрь революцияһынан һуң Өфө революционер-эсер Е. С. Сазонов хөрмәтенә урамдың исеме үҙгәртелә. 1937 йылда Өфөгә партия функционеры Андрей Жданов килер алдынан Өфө властары яңылышлыҡ ебәргәндәрен аңлап ҡала — ҡалала Сталин урамы юҡ. Ҙур Успенский урамы тиҙ арала юлбашсы хөрмәтенә Сталин урамы тип үҙгәртелә һәм 1961 йылдың октябренә тиклем шул исем менән йөрөтөлә, артабан ил буйлап бөтә Сталин урамдары Коммунистик урам тип үҙгәртелә. Ошондай исемде урам хәҙерге көнгә тиклем йөрөтә.

Тарихи биналар һәм ҡоролмалар үҙгәртергә

Транспорт үҙгәртергә

Коммунистик урам буйлап автобус һәм маршрут таксиҙары йөрөй. Коммунистик урам ҡушылған Арал урамында транспорттың һуңғы туҡталышы урынлашҡан. Коммунистик урамда шулай уҡ троллейбустар ҙа хәрәкәт итә.

Иҫтәлекле урындар үҙгәртергә

Коммунистик урамда Ленин скверы һәм Маяковский скверы сығып тора.

Галерея үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Синенко С. Неторопливые прогулки по Уфе. Городской путеводитель. — Уфа: Китап, 2010. — 376 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-295-05148-7.