Ковшова Наталья Венедиктовна

Ковшова Наталья Венедиктовна (26 ноябрь 1920 йыл14 август 1942 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған ҡыҙылармеец, снайпер. Советтар Союзы Геройы (1943, үлгәндән һуң).

Наталья Венедиктовна Ковшова
Тыуған ваҡыты

26 ноябрь 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы
Өфө ҡалаһы

Үлгән ваҡыты

14 август 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (21 йәш)

Вафат урыны

Новгород өлкәһе Парфин районы
Сутоки ауылы

Хеҙмәт иткән урыны

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Ғәскәр төрө

пехота

Хеҙмәт итеү йылдары

19411942

Хәрби звание

ҡыҙылармеец

Хәрби алыш/һуғыш

Бөйөк Ватан һуғышы

Наградалар һәм премиялар
Советтар Союзы Геройы
Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены

Ғаиләһе үҙгәртергә

Әсәһе — Нина Дмитриевна Араловец, 1902 йылда билдәле революционерҙар ғаиләһендә тыуған. Көньяҡ Уралдағы йәштәр хәрәкәте эшмәкәре. Ҡыҙы һәләк булғандан һуң китап яҙып сығара: «Наташа Ковшова: Советтар Союзы Геройы әсәһенең яҙмалары», рус телендә китап уның үлеменән һуң нәшер ителә, һуңынан ул болгар теленә тәржемә ителә. 1951 йылда вафат була[1]. Атаһы — Венедикт Дмитриевич Ковшов, 1898 йылда тыуған, Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1914—1917 йылдарҙа — Златоустағы механик-техник училищеһында уҡый (хәҙерге ваҡытта П. П. Аносов исемендәге техникум). 1917 йылдың апреленән РСДРП ағзаһы, 1917—1918 йылдарҙа — РСДРП-ның Златоуст комитетының ағзаһы, БОНВ ағзаһы, В. К. Блюхерҙың партизан армияһының данлыҡлы рейды ҡатнашыусыһы. 1918—1919 йылдарҙа — Богоявленскийҙағы 3-сө армияның уҡсылар полкы комиссары. 1919 йылдың сентябрендә — РКП-ның Златоуст өйәҙ комитетының секретары, 1920—1922 йылдарҙа — РКП(б)-ның Өфө губерна комитетының мөдире, аҙаҡ — Мәскәүҙә партия эшендә була. 1931—1933 йылдарҙа көнсығыш илдәрен өйрәнеү институтында белем ала. Троцкистар оппозицияһында ҡатнашыуы өсөн 1927 йылда партиянан сығарыла, аҙаҡ ағзалыҡта тергеҙелә. 1935 йылда партиянан ҡабаттан сығарыла, ҡулға алына, 1949 йылға тиклем Колыма лагерҙарында була, 1949—1954 йылдарҙа — Красноярск крайында һөргөндә. 1955 йылда аҡлана, ҡайһы бер мәғлүмәттәргә ярашлы 1968 йылда вафат булған, әммә ҡәберташында 1971 йыл күрһәтелгән[2].

Атаһы яғынан олатаһы — Граждандар һуғышы геройы Виталий Ковшов[3].

Биографияһы үҙгәртергә

Наталья Венедиктовна Ковшова 1920 йылдың 26 ноябрендә Өфө ҡалаһында тыуған. Аҙаҡ ғаиләһе менән Мәскәү ҡалаһына күсенгәндәр. 1940 йылда Улан тыҡрығындағы 281-се мәктәпте (хәҙер 1284-се[4]) тамамлай. «Оргавиапром» авиация сәнәғәтен ойоштороу тресыны эшкә урынлаша, кадрҙар инспекторы булып эшләй. 1941 йылда Мәскәү авиация институтына инергә әҙерләнә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас та үҙ теләге менән Ҡыҙыл армияһына китә. Снайперҙар курсын тамамлай. Фронтта 1941 йылдың октябренән.

Мәскәү тирәһендәге алыштарҙа 3-сө Мәскәү коммунистик уҡсылар дивизияһында һуғыша. Дивизия Мәскәү өсөн киҫкен булған 1941 йылдың көҙ көндәрендә ирекле батальондарҙан ойошторола, батальондарға студенттар, профессорҙар, оло йәштәге эшселәр, мәктәп йәшендәге балалар инәр[5]. 1942 йылдың ғинуарынан алып снайпер 528-се уҡсылар полкы снайперы (130-сы уҡсылар дивизияһы, 1-се һөжүм итеүсе армия, Төньяҡ-Көнбайыш фронты). Снайпер Ковшованың шәхсән иҫәбендә 167 юҡ ителгән дошман һалдаты һәм офицеры. (Уның полкташы Георгий Баловневтың күрһәтеүе буйынса: 200-ҙән кәм түгел[5]; бүләкләү ҡағыҙында, Ковшова тейҙергән сәптәр араһында «кукушкалар» — дошман снайперҙары һәм дошман пулемёт расчеты булыуы айырыуса иҫкә алына). Хеҙмәт иткән саҡта яугирҙарҙы мәргән атыу оҫталығына өйрәтә.

1942 йылдың 14 авгусында Новгород өлкәһенең Парфин районы Сутоки ауылы янында әхирәте Мария Поливанова менән дошманға ҡаршы алышҡа инә. Тиңһеҙ алышта икеһе лә яралана, әммә алышты туҡтатмайҙар. Патрондарҙың булған запасын атып бөткәс, ҡамап алған дошман һалдаттары менән бергә үҙҙәрен гранаталар менән шартлаталар[6].

Новгород өлкәһенең Старорус районы Коровитчино ауылында ерләнгән[7]. Новодевичье зыяратындағы атаһының ҡәберендә — кенотаф.

Советтар Союзы Геройы исеме үлгәндән, 1943 йылдың 14 февралендә, бирелә (М. С. Поливанова менән бергә) — алышта күрһәткән фиҙаҡәрлеге һәм батырлығы өсөн[8].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Хәтер үҙгәртергә

  • Наталья Ковшова мәңгелеккә 130-сы уҡсылар дивизияһы исемлегенә индерелгән.
  • Наталья Ковшова исемле диңгеҙ судноһы - ҙур балыҡ тотоу траулерына бирелгән.
  • Өфө, Силәбе,Мәскәү ҡалаларында Наталья Ковшова исемен йөрөткән урамдар бар.
  • Өфө ҡалаһының Сипайлово биҫтәһендәге Наталья Ковшова исемендәге урамдың 6-сы йорто фасадына Советтар Союзы Геройының портреты төшөрөлгән. Граффити авторы — Артур Фазылов[9]
  • Өфө ҡалаһындағы Пушкин урамындағы 117-се йортта (Наталья Ковшова йәшәгәнйорт) башҡорт һәм рус телендә мемориаль таҡта ҡуйылған. 2005 йылда йортто емергәндән һуң, бер мемориаль таҡтаһы Башҡортостан Республикаһының Милли Музейына бирелә, ә икенсеһе - Өфө ҡалаһындағы балалар китапханаларының береһенә тапшырыла. 2008 йылда Пушкин урамындағы яңы йорттарҙың береһенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылды[10].
  • 1964 йылда Мәскәүҙә 281-се һанлы мәктәпкә (хәҙер 1284-се) Наташа Ковшова исеме бирелә. 60-сы йылдарҙа мәктәптә музей-бүлмә ойошторола, музейҙа уның кейеме, дәфтәрҙәре, китаптары һаҡлана. Наташаның тыуған көнөндә традицион байрам - Мәктәптең Намыҫ көнө (День чести школы) үткәрелә. Бина һаҡланмаған. Мәскәү хөкүмәте ҡарарына ярашлы бина һүтелә, уның урынында яңы мәктәп төҙөлә. Ләкин 2003 йылда ул мәктәпте емереп, яңы мәктәп төҙөйҙәр. Ингән ерҙә - мемориаль таҡта: «В этой школе с 1936 по 1940 год училась Герой Советского Союза Наташа Ковшова».
  • Силәбелә Н. Ковшова исемендәге урам һәм 56-сы һанлы мәктәп бар. Мәктәп ишеге алдында 1978 йылда Советтар Союзы Геройы Наташа Ковшоваға һәйкәл-бюст асылған. Авторҙарыы — скульптор Э. Э. Головницкая, архитектор Н. З. Хасанова[11]..
  • Өфө ҡалаһында йылда Наталья Ковшова иҫтәлегенә еңел атлет ярышы уҙғарыла.[12].

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Ковшова Наталья Венедиктовна // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — С. 680—681. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Глуховский С. Всегда вдвоём // Героини: очерки о женщинах — Героях Советского Союза / ред.-сост. Л. Ф. Торопов; предисл. Е. Кононенко. — Вып. 1. — М.: Политиздат, 1969. — 447 с.
  • Сражалась за Родину : Письма и документы героинь Великой Отечественной войны. — М., 1964.
  • Мурманцева В. С. Женщины в солдатских шинелях. — М., 1971.
  • Бессмертные подвиги. — М.: Воениздат, 1980. — С. 281—292.
  • Великая Отечественная война 1941—1945: События. Люди. Документы. — Политиздат, 1990.
  • Натыкин В. Помните их имена. — Новгород, 1981. — С. 47-48.
  • Славные сыны Башкирии. — Уфа: Башкирское кн. изд-во, 1968. — Кн. 3. — С. 97-144.
  • Шаги в бессмертие. — М.: Московский рабочий, 1965. — С. 205—224.
  • Араловец-Ковшова Н. Как я воспитывала мою дочь. // Советская женщина. — 1945. — № 1. — С. 27-30.
  • Ушаков А. П. «Во имя Родины. Рассказы о челябинцах — Героях и дважды Героях Советского Союза». // Южно-Уральское книжное издательство, 1985.
  • Илья Симанчук. Ребята из дивизии «Таран»//М. Военное издательство министерства обороны. 1981.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Араловец Нина Дмитриевна. Златоустовская энциклопедия. Дата обращения: 13 июнь 2013. Архивировано 14 июнь 2013 года.
  2. Ковшов Венедикт Дмитриевич. Златоустовская энциклопедия. Дата обращения: 13 июнь 2013. Архивировано 14 июнь 2013 года.
  3. Абрамов А. У кремлёвской стены. — М.: Политиздат, 1978. — С. 130. — 407 с. — 200 000 экз.
  4. Школа № 1284 имени Наташи Ковшовой, Москва. Историческая справка(недоступная ссылка).
  5. 5,0 5,1 От солдата до генерала: Воспоминания о войне. Том 5, стр. 35-37, Баловнев Георгий Григорьевич.
  6. Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында.
  7. Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында.
  8. Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682525, д. 4, л. 9).
  9. В Сипайлово появится граффити-портрет Натальи Ковшовой
  10. Информационное агентство «Башинформ» 2015 йыл 14 февраль архивланған..
  11. Энциклопедия «Челябинск».
  12. Официальный сайт г. Уфа 2015 йыл 14 февраль архивланған..