Ковалёв Митрофан Иванович

Ковалев Митрофан Иванович (13 июнь 1922 йыл28 декабрь 2002 йыл) — юрист, СССР-ҙың енәйәт хоҡуғы һәм криминология белгесе; Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. юридик фәндәр докторы, диссертацияһын енәйәттә ҡатнашыу тураһында яҡлаған (1963); Свердловск юридик институтының енәйәт хоҡуғы кафедраһы профессоры һәм мөдире (1964); РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1976).

Ковалёв Митрофан Иванович
Тыуған көнө

13 июнь 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})

Вафат көнө

28 декабрь 2002({{padleft:2002|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (80 йәш)

Ғилми дәрәжәһе

юридик фәндәр докторы

Награда һәм премиялары 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре
РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре

Биографияһы үҙгәртергә

Митрофан Иванович Ковалев 1922 йылдың 13 июнендә Подпешенский утарында тыуған, артабан был утар Түбән Волга крайының Хопер округы) Серафимовичский районының бер өлөшөнә әйләнә, ә Рәсәй империяһы ваҡытында Царицын губернаһының бер өлөшө булып тора. 1939 йылдарҙа ул Клеть станицаһының урта мәктәбен тмамлай. Шул уҡ йылда И. М. Калинин исемендәге Ленинград юридик институтына уҡырға инә. Әммә Ковалев 1940 йылда Ҡыҙыл Армия сафына хеҙмәткә саҡырыла, миномет-артиллерия училищеһын тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы фронттарына 1942 йылдың ғинуарында алына һәм хәрәкәт итеүсе армияла һуғыштың аҙағына тиклем була. Хәрби хеҙмәттәре өсөн ул I дәрәжә Ватан һуғышы ордены, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм алты миҙал менән бүләкләнгән. Гвардия капитаны дәрәжәһендә хәрби хеҙмәтте тамамлай.

1947 йылда, демобилизацияланғандан һуң , Ковалев Мәскәү юридик институтының икенсе курсына ҡабул ителә; 1949 йылда ул юғары юридик белем ала һәм аспирантураға уҡырға инә. 1952 йылда аспирантура тамамлай һәм «Уголовная ответственность за укрывательство» темаһына кандидатлыҡ диссертациялһы яҡлай — юридик фәндәр кандидаты була. Совет юғары уҡыу йорттарында уҡыта: Һарытау юридик институтының енәйәт хоҡуғы кафедраһы мөдире һәм фәнни эштәр буйынса ректор урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы була. 1954 йылда доцент дәрәжәһен ала. Бынан тыш, Германияла стажировка үтә һәм Канаданың заккондар сығарыу органдарының почетлы ағзаһы булып тора.

1955 йылдың авгусында РСФСР-ҙың Юғары белем министрлығы ҡарамағындағы Свердловск юридик институтында енәйәт хоҡуғы кафедраһының мөдире вазифаһын биләй. 1963 йылда Ковалев «Соучастие в преступлении» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай — юридик фәндәр докторы булып китә. Бер йылдан һуң, 1964 йылда ғалимдар уның профессор исемен раҫлай. Икенсе Халыҡ-ара енәйәт хоҡуғы конгресының эшендә ҡатнаша. 1976 йылда «РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре» маҡтаулы исеменә лайыҡ була. 2002 йылдың 28 декабрендә вафат була.

Хеҙмәттәре үҙгәртергә

Митрофан Ковалев 170-тән ашыу ғилми эштәр авторы һәм авторҙаштары булып тора, шулай уҡ бер нисә монография һәм дәреслектәр, Фәндәр академияһының дәүләт һәм хоҡуҡ академияһы сығарған алты томдан торған «Курс уголовного права» китабы авторҙарының береһе. Ковалев етәкселеге аҫтында 10 докторлыҡ һәм кандидатлыҡ һәм 57 диссертацияһы яҡлана. Совет енәйәт хоҡуғы һәм енәйәт-башҡарыу хоҡуҡтары проблемалары шулай уҡ — криминология менән шөғөлләнә. СССР-ҙа хужалыҡ килешеү мөнәсәбәттәрен тикшереүсе юридик институтты ойоштороусыларының береһе була. Тикшеренеүҙәрен Уралда, шул иҫәптән, Түбәнге Тагил һәм Магнитогорск металлургия комбинаты, шулай уҡ — Үрге Исәт завод тарында үткәрә.

  • «Соучастие в преступлении»,
  • «Основы криминологии»,
  • «Введение в уголовное право»,
  • «Советский уголовный закон»,
  • «Понятие преступления и его признаки»,
  • «Проблемы объективной стороны состава преступления»,
  • «Правовые проблемы защиты жизни, здоровья и генетического достоинства человека» (1996).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Российский юридический журнал. — 2006. — № 1. — С. 34.
  • Видные ученые-юристы России (Вторая половина XX века) : энцикл. словарь биографий : по состоянию на 1 авг. 2004 г. / Рос. акад. правосудия; под ред. В. М. Сырых. — Москва : Рос. акад. правосудия, 2006. — 547 с. : портр.; 30 см; ISBN 5-93916-056-5.

Һылтанмалар үҙгәртергә