Коваленко Владимир Леонтьевич

Коваленко Владимир Леонтьевич (4 февраль 1938 йыл) — СССР һәм Рәсәй патологоанатомы, Рәсәй Медицина фәндәре академияһының мөхбир-ағзаһы (2000), Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2014).

Коваленко Владимир Леонтьевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 4 февраль 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})
Тыуған урыны Запорожье, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Вафат булған көнө 23 декабрь 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (82 йәш)
Вафат булған урыны Силәбе, Рәсәй
Һөнәр төрө университет уҡытыусыһы
Уҡыу йорто Омск дәүләт медицина университеты
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре

Биографияһы үҙгәртергә

Владимир Леонтьевич Коваленко Украина ССР-ының Запорожье ҡалаһында 1938 йылдың 4 февралендә тыуған.

1961 йылда отличие менән Омск дәүләт медицина институтын тамамлай, патологик анатомия өлкәһендә шөғөлләнә һәм унда 1976 йылға тиклем эшләй.

1966 йылда — кандидатлыҡ, ә 1974 йылда — докторлыҡ диссертацияларын яҡлай.

1976 йылдан алып 2006 йылдың июленә тиклем — Силәбе медицина институтын (хәҙер — Көньяҡ-Урал дәүләт медицина университеты) патологик анатомия кафедраһы мөдире, ә 2006 йылдың сентябренән алып — был кафедраның профессоры.

1990 йылда Владимир Коваленко инициативаһы менән Силәбе ҡалаһында Рәсәйҙә беренсе өлкә патологик анатомия ғилми-уҡыу производство берекмәһе булдырыла. Уның етәксеһе В. Л. Коваленко була, ул шулай уҡ штаттан тыш өлкә патологоанатомы һәм өлкә патологик анатомия бюроһы начальнигы ла булsg тора.

2000 йыл — Рәсәй Медицина фәндәре академияһының мөхбир-ағзаһы итеп һайлана.

2014 йыл — Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы була.

Фәнни эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Владимир Леонтьевич Коваленконың төп эштәре үпкә шеше ауырыуҙары һәм патогенезына арналған.

Ололар үпкәһенең периферия гамартомы тәбиғәтен, ҡатмарлы экологик шарттарҙа йәшәгән Көньяҡ Урал халҡының үпкә патологияһында бәшмәк флораһының ролен аса, аҙ билдәле бер нисә пневмомикоз тураһында яҙа.

Владимир Леонтьевич Коваленко — 500-ҙән ашыу фәнни эш, шул иҫәптән 22 монография, төрлө ҡулланмалар, уҡытыу-методик әсбаптары, табиптар өсөн методик тәҡдимдәр авторы.

Владимир Леонтьевич Коваленко етәкселегендә 50-нән ашыу кандидатлыҡ һәм 13 докторлыҡ диссертациялары яҡланған.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә