Клементьев Юрий Леонидович

Клементьев Юрий Леонидович (10 апрель 1961 йыл — 1 сентябрь 2016 йыл) — СССР һәм Украина рәссамы. 2000 йылдан Украина рәссамдарының милли берекмәһе ағзаһы.

Клементьев Юрий Леонидович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 10 апрель 1961({{padleft:1961|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны Козятын, Винница өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Вафат булған көнө 1 сентябрь 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (55 йәш)
Һөнәр төрө рәссам
Ойошма ағзаһы Национальный союз художников Украины[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Ю́рий Леонидович Клементьєв 1961 йылдың 10 апрелендә Украина ССР-ының Винница өлкәһенең Казатин ҡалаһында тыуған.

1988 йылда Молдавияның Кишинёв ҡалаһында И. Ю. Репин исемендәге Республика сәнғәт-педагогия училищеһының сәнғәт һәм педагогия бүлеген тамамлай һәм артабан Кишинёвтағы Республика сәнғәт мәктәбендә уҡыта.

Украина рәссамдарының милли берекмәһе (НСХУ) ағзаһы (2000). Молдова рәссамдар берекмәһенең йәштәр ойошмаһы ағзаһы (1988), «Эскадрон» (1989—1992) һәм «Фантом» (1990—1994) ижади төркөмдәрендә ҡатнаша.

Юрий Клементьєвтың сәнғәте юғары тойоу художество сфераһына ҡарай. Уның картиналарына реаль күҙәтеүҙәр хас түгел, хатта көндәлек тормош күренештәрен үҙенсәлекле сағылышын тыуҙырыу ҙа әҙәби реминисценциянан мәхрүм. Автор першоформа, төҫ һәм фактура менән эш итә. Рәссам, төҫтө физик һәм ассоциатив башланғыстан арындырыу өсөн, буяуҙы тәбиғи материалдар: тупраҡ, ҡом, лак менән тулыландыра.

Абстракцияның геометрик төҫтәренән айырмалығы булып, Ю. Клементьевтың XVII быуаттағы голланд һәм испан рәссамдары репертурынан алынған ирониялы гротеск аша ҡайтанан ҡаралған сюжеттарҙан фигуративлыҡҡа мөрәжәғәт итеүе тора.

Молдованың өлкә һәм республика конкурстарында 1987 йылдан ҡатнаша, Украинала — 1994 йылдан, Француз мәҙәни үҙәге галереяһында — 1995 йылдан, Мәскәү ҡалаһындағы Марат Гельман галереяһында үткән йәш рәссамдар күргәҙмәһендә 1995 йылдан башлап ҡатнаша.

Персональ күргәҙмәләре: Винница ҡалаһында 1994 йылдан алып 2001 йылға тиклем — 8 күргәҙмә. Хмильникта үткәрелгән сәнғәт пленэрҙарҙа ла әүҙем ҡатнаша.

Ул автор техникаһында абстракт-символик композиция жанрында ижад итә.

Төп хеҙмәттәре: «Сферик объект» («Сферичний об’єкт» (1992); «Таҫмалы сфера» («Стрічкова сфера» (1994); «Композиция. Рациональ-импульсив күнегеү» («Композиція. Раціонально-імпульсивна вправа» (1999); «Йән эйәһе» («Істота» (2000); «Иероглифтар» («Ієрогліф» (2000).

Юрий Клементьев Винницала 2016 йылдың 1 сентябрендә вафат була.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • «Винница сәнғәте» («Мистецтво Вінничини»)

Сығанаҡ үҙгәртергә