Киҫкен күтәрелеш (ҡыт. трад. 大躍進, упр. 大跃进, пиньинь: Dàyuèjìn, палл.: Даюэцзинь. Юғалтыу) — 1958 йылдан 1960 йылға тиклем Ҡытайҙа индустриаль базаны нығытыуға һәм ил иҡтисадының киҫкен күтәрелешенә, шул уҡ ваҡытта ҡытай халҡы өсөн донъяуи фажиғәле эҙемтәләргә килтергән иҡтисади һәм сәйәси кампания. Был ваҡытта Ҡытай 90 процентҡа аграр ил була, уға модернизациялау бик талап ителә. Мао Цзэдун етештереүсе көстәрҙең марксистик теорияһы ярҙамында Киҫкен күтәрелеш сәйәсәтен уйлап таба. Әммә иҡтисади үҫеште киҫкен коллективизация юлы менән көсәйтеү һәм һөнәрселекте энтузиазм менән алмаштырыу, шулай уҡ ауыл хужалығы өлкәһендә дөрөҫ булмаған ҡарарҙар ҡабул итеү һәләкәткә килтерә: 20 — 40 млн кешенең үлеме Киҫкен күтәрелеш эҙемтәһе булып тора, һәм ул XX быуаттың ғәйәт ҙур социаль һәләкәте була (Икенсе донъя һуғышын иҫәпкә алмағанда).

Киҫкен күтәрелеш
ҡыт. 大跃进
ҡыт. 大跃进
Рәсем
Дәүләт  Ҡытай
Булдырыусы Мао Цзэдун
Башланыу датаһы февраль 1958[1]
Тамамланыу датаһы 1962
 Киҫкен күтәрелеш Викимилектә

Тарихи тәүшарттар үҙгәртергә

Киҫкен күтәрелеш алдынан Ҡытай тарихында ҡатмарлы ваҡиғалар була. Оҙайлы һуғыштан һуң ил яйлап тергеҙелә, сәнәғәт ойошторола.

Бер нисә реформа үткәрелә, атап әйткәндә, дини ойошмалар һәм мистик йолалар тыйыла, өлөшләтә коллективлаштырыу үткәрелә һәм бәләкәй крәҫтиән хужалыҡтары ойошторола, дәүләт ауыл хужалығы продукцияһын бүлеүгә контроллек итеүҙе үҙ өҫтөнә ала. Ҡытай башта СССР тәжрибәһенә оҡшатырға тырыша һәм совет белгестәрен ҡуллана.

Мао хупламаған Сталиндың шәхес культы фашланғандан һуң, Ҡытай менән СССР араһында фекер айырымлыҡтары барлыҡҡа килә. Мао Цзэдун күрһәтмәһе буйынса, Ҡытай матбуғаты, ҡытай халҡында «сәләмәт булмаған ҡыҙыҡһыныу» уятмаҫ өсөн, КПСС-тың XX съезы ҡарарҙары тураһында һөйләмәҫкә тейеш була[2].

XX съезд ҡарарҙары урынына КПК етәкселеге 1956 йылдың майында «йөҙ төҫлө сәскә атһын, йөҙ мәктәп үҙ-ара ярышһын» тигән билдәләмә тәҡдим итә. Һуңынан был боролошто компартия диктатураһының бөтә идеологик дошмандарын асыҡларға мөмкинлек биргән ҡотҡо таратыу тип баһалайҙар[3][3].

Ҡытай Коммунистар партияһының һул өлөшөндә, халыҡтың дөйөм энтузиазмына таянып, иҡтисадтағы үҫеште көсәйтеү идеяһы барлыҡҡа килә. 1958 йылдың майында КПК-ның VIII съезының ябыҡ режимда эшләгән Икенсе сессияһы саҡырыла. Ул Мао Цзэдун тәҡдим иткән генераль линияны раҫлай[4].

«Уң» коммунистар был сәйәсәткә ҡаршы була, әммә көрәштә еңелә. Ваҡ коммуналарҙы эре коммуналар менән алмаштыу һәм ҡорос етештереүҙе глобаль масштабта башлау ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә алдынғы илдәрҙе ҡыуып етеү мөмкинлеген биреренә ышаныу нығына. 1957 йылдың ноябрендә коммунистик һәм эшсе партиялар вәкилдәренең Халыҡ-ара кәңәшмәһендә Н. С. Хрущевтың «Американы ҡыуып етергә һәм уҙып китергә» тигән саҡырыуына яуап итеп, Мао Цзэдун Ҡытай Халыҡ республикаһы өсөн 15 йыл эсендә ҡорос етештереү һәм башҡа сәнәғәт продукцияларын етештереүҙә Бөйөк Британияны ҡыуып етеү һәм уҙып китеү маҡсатын ҡуя.

Илдә иген етештереү тураһында дөрөҫлөккә тап килмәгән мәғлүмәттәрҙе файҙаланып, Мао Цзэдун 1958 йылдың авгусында Бэйдайхэлағы киңәйтелгән кәңәшмәлә «иген проблемаһы, нигеҙҙә, хәл ителде» типн белдерә һәм 1958 йылда бөтә көстө металл етештереүҙе 1957 йыл менән сағыштырғанда ике тапҡырға арттырыуға йүнәлтергә тәҡдим итә[5].

Бэйдайхэ кәңәшмәһе бөтә ерҙә лә халыҡ коммуналарын булдырыу тураһында ҡарар ҡабул итә. Халыҡ коммуналарында сәнәғәт, ауыл хужалығы, мәғариф һәм хәрби эш берләшәсәк, тип күҙаллана. Шулай итеп, Мао инициативаһы менән башланған Ҡытай ауылын коммунизациялау процесы законлаштырыла[6].

Ҡабул ителгән ҡарарҙар менән етәкселек итеп, Чжоу Эньлай тарафынан тәҡдим ителгән Икенсе биш йыллыҡ планы урынына Ҡытай Халыҡ Республикаһының Дәүләт планы 1958—1962 йылдарға биш йыллыҡ пландың яңы вариантын төҙөй. Яңы план буйынса иҡтисади үҫеш темптарының ҡырҡа тиҙләтеүен күҙ уңында тота. сәнәғәт продукцияһын 6,5 тапҡырға, ауыл хужалығы продукцияһын 2,5 тапҡырға арттырыу планлаштыра Ә уртаса йыллыҡ үҫеш сәнәғәттә 45 %, ауыл хужалығында 20 % тәшкил итергә тейеш[7].

Киҫкен күтәрелеш өсөн 1956 йылғы мадьяр ихтилалы, Суэц кризисы һәм Ираҡ республикаһының барлыҡҡа килеүе халыҡ-ара ерлек булып тора.

Далай-ламаның Һиндостанға китеүенә һәм артабанғы Ҡытай-Һиндостан мөнәсәбәттәренең насарайыуына килтергән 1959 йылғы Тибет ихтилалы һөҙөмтәһендә өҫтәмә көсөргәнеш хасил була.

Киҫкен күтәрелеш сәйәсәте үҙгәртергә

Файл:Yi Gang Wei Gang Quan Mian Yue Jin.jpg
Лозунг, пропагандирующий малую металлургию. На знамени иероглиф «сталь». Текст: «Сталь — основа скачка во всех направлениях»

Киҫкен күтәрелеш күп кеше ҡатнашлығында үткәрелгән Бөтә Ҡытай кампанияларына әйләнеп китә, уларға бөтә халыҡ йәлеп ителә, һаны буйынса миллиард кешегә яҡынлаша.

Икенсе Ҡытай биш йыллығы (1958—1963) Киҫкен күтәрелеш тип атала.

Социаль үҙгәртеп ҡороуҙар үҙгәртергә

Мао Цзэдун социаль структураны үҙгәртеп ҡороуҙы СССР-ҙа коллективлаштырыу тәжрибәһе нигеҙендә әҙерләй. «Халыҡ коммунаһы» Ҡытайҙа хасил буласаҡ идеаль ижтимағи ҡоролош киләсәгенең нигеҙе булырға тейеш. "Халыҡ коммунаһы, — тип яҙа Мао, — социализмдан коммунизмға күсеүҙең иң яҡшы формаһы һәм үҫешендә ул киләсәктә буласаҡ коммунистик йәмғиәттең тоташтырыу структураһы буласаҡ[8]. 1958 йылдан массовый рәүештә «коммунизация» башлана. Коммуна ағзаларының бөтә тормошон дөйөмләштереү төп принцип булып иҫәпләнә. Был төркөмдәрҙә аҡсаға алмашҡа «эш көндәре» ҡулланыла. Мао Цзэдундың Бэйдайхэлағы сығышнан өҙөк: «Усадьба яны участкалары бөтөрөлә. Тауыҡтар, өйрәктәр, йорт тирәһендәге ағастар әлегә крәҫтиәндең милке булып ҡала… Эш хаҡын аҡсата түләүҙе бөтөрөү һәм бушлай тәьминәт системаһын булдырыу тураһында уйланырға кәрәк…». Коммуна административ ячейкаға әйләнә. Коммуна идараһы урындағы админитстратив орган булып тора[9].

Ауыл хужалығы менән бер рәттән, коммуналарҙа сәнәғәт производствоһын үҫтерергә кәрәк була. Крәҫтиәндәр үҙҙәре металл иретергә, ауыл хужалығы инвентары һәм транспорт саралары эшләргә тейеш. 1958 йылдың аҙағына 26 мең коммуна булдырыла, уларҙың уртаса күләме 20 мең кешегә етә[9]. Һәр завод һәм ҡала районы шулай уҡ ауыл коммунаһына әйләнергә тейеш була[8].

Ауылды коммунизациялау крәҫтиәндәргә яңы ауырлыҡтар килтерә. Ялан эштәренән һуң ял итеү урынына уларға ауыл йорттарында суйын иретеү менән шөғөлләнергә тура килә, ҡайһы берҙә хатта ауыл металлургия мейестәрендә ҡорос иретергә тура килә[10]. Һөҙөмтәлә күп кенә яландарҙы эшкәртеүгә ваҡыт етмәй, шулай итеп улар ташландыҡ ерҙәр булып китә. Турғайҙарҙы атып бөтөргәндән һуң ауыл хужалығы ерҙәрен ҡара сиңерткә кеүек ҡоротҡостар ҡаплап ала. Урындағы властар ғәмәлдәге хәлдәр торошон йәшерергә тырыша, ялған отчеттар төҙөп, начальство тикшерегә килгәндә күҙ буяу менән шөғөлләнә[10].

Кесе металлургия үҙгәртергә

Иҡтисадты күтәреүҙең һәм индустриялаштырыуҙың төп проблемаһы булып ҡорос етештереү һанала. Бөтә ерҙә лә мәғдәндән ҡорос етештереү буйынса оҫтаханалар төҙөлә башлай, шул уҡ ваҡытта тейешле инфраструктура һәм ҡорос һәм мартен мейестәре тураһында фундаменталь белем булмай. Партия директиваларына ярашлы, бөтә ерҙә лә балсыҡтан бәләкәй мейестәр төҙөлә. 1958 йылдың көҙөнә бөтә Ҡытай буйынса 700 меңдән ашыу кустар домна мейестәре эшләй, 100 млн кеше металл етештереүгә ылыҡтырыла[11].

1959 йылда уҡ, проблемаларҙы һәм тәүге тәжрибәләрҙе өйрәнгәндән һуң, яҡшы сифатлы ҡорос ҙур фабрикаларҙа, коксланған күмерҙе ҡулланып, эре мейестәрҙә генә етештереүҙең мөмкин булыуы асыҡлана, әммә проект дауам итә, халыҡ урындарҙа күмер сығарыуҙы ойоштора һәм мейестәрҙе модернизацияларға тырыша.

Һөҙөмтәлә кустар мейестәрҙә етештерелгән суйынды ҡоросҡа әйләндереү өсөн өҫтәмә эшкәртеү талап ителә. Уны тик һабан һәм сүкештәр эшләү өсөн ҡулланып була. "Ҡорос өсөн көрәштең " һөҙөмтәһе — 2 млрд юанға тиң була[12].

Әммә етәкселек дөйөм күтәрелеш менән һоҡлана, ә белгестәр кампаниянан һуң тәнҡит менән сығыш яһарға ҡурҡа.

Ауыл хужалығы реформалары үҙгәртергә

Киҫкен күтәрелеш йылдарында ауыл хужалығы киң масштаблы социаль һәм агросәнәғәт эксперименттары өсөн полигон була.


Иген сәсеү буйынса эксперименттар шулай уҡ совет академигы Лысенконың (һуңыраҡ тәнҡитләнә) һәм уның эйәрсендәренең эшләнмәләренә нигеҙләнә.

Турғайҙарҙы юҡ итеү кампанияһы экологик баланстың боҙолоуына килтерә, һөҙөмтәлә уңыш юҡҡа сығарыусы бөжәктәрҙең популяцияһы ҡырҡа арта.

Волюнтаристик эксперименттар коллективлаштырыу менән бергә киң аслыҡҡа килтерә.

Киҫкен күтәрелештең эҙемтәләре үҙгәртергә

 
Хубэй провинцияһындағы ауыл ғибәҙәтханаһы, уның стенаһында лозунг: «Мао Цзедун —Ҡытай халҡының ҡотҡарыусыһы» Лозунг Киҫкен күтәрелеш осоронда яҙылғандыр, күрәһең.

Аслыҡ башланыуы үҙгәртергә

1958 йылда һауа торошо яҡшы була, һәм яҡшы уңыш көтөлә. Күп һанлы кешеләрҙе ҡорос иретеүгә йүнәлтеү һәм турғайҙарҙы юҡ итеү кампанияһы һөҙөмтәһендә, рәсми мәғлүмәттәр уңыштар тураһында хәбәр итһә лә, уңыш юғары булмай. Рапорттар шулай уҡ иген һаҡлағыстарға ташылған иген һанына нигеҙләнгән. Крәҫтиәндәргә таратыла торған иген күләмен кәметеү юлы менән дә-ләткә тапшырыуҙарҙы арттырыуға өлгәшәләр.

1959 һәм 1960 йылдарҙа ике йыл рәттән насар һауа торошо була, был ҡайһы бер провинцияларҙа бик түбән уңышҡа һәм аслыҡҡа килтерә. Өҫтәүенә Янцзы йылғаһының ташҡыны арҡаһында ерҙәрҙе һыу баҫа, унан ике миллион кеше һәләк була.

Айырыуса 1960 йылда көслө ҡоролоҡ була, Бигерәк тә төньяҡ провинциялар ҡот осҡос хәлгә төшә. Ҡоролоҡ коллективлаштырыуҙың һәм турғайҙарҙы юҡ итеү буйынса эксперимент эҙемтәләренә һалына. Иң уңдырышлы ерҙәре булған Сычуань провинцияһында бик күп кеше аслыҡтан үлә. Шул уҡ ваҡытта рәсми статистика тағы ла эштең ысын хәленә тап килмәй, сөнки бөтә уңыш крәҫтиәндәрҙән дәүләт һаҡлағыстарын планға ярашлы тултырыу өсөн тартып алына (был статистик мәғлүмәттәргә ингән), ә крәҫтиәндәргә аҙыҡ-түлек өсөн бер нәмә лә ҡалмай тиерлек, халыҡ аслыҡтан ҡырыла.

1961 йылдың ғинуарында КПК Үҙәк Комитетының IX пленумы үтә, ул ауыл хужалығында Киҫкен күтәрелеш сәйәсәтен туҡтатырға ҡарар итә һәм Канаданан һәм Австралиянан иген һатып алыу буйынса ғәҙәттән тыш саралар күрә.

Иҡтисади һөҙөмтәләре үҙгәртергә

Ҡалаларҙа реаль эш хаҡы 10 процентҡа кәмей. Дөйөм алғанда, Ҡытай өсөн Киҫкен күтәрелеш 70 миллиард долларға тиерлек төшә, был илдең тулайым милли продуктының өстән бер өлөшөн тәшкил итә[13].

Тарихсылар фекеренсә, Киҫкен күтәрелеш тиҫтәләрсә миллион кешенең һәләкәтенә килтергән. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса 18 миллион кешенең һәләк булыуын күрһәтһә, әммә Ҡытай тарихсыһы Юй Сигуандың киң тикшеренеүҙәре һәләк булғандарҙың һаны 56 миллионға яҡын булыуын фаразлай.. Американың The Epoch Times антикоммунистик баҫмаһы мәғлүмәттәре буйынса, 1958 һәм 1962 йылдар араһында яҡынса 45 миллион ҡытай кешеһе аслыҡтан һәләк була.[14]

Лушань партконференцияһы һәм уның эҙемтәләре үҙгәртергә

 
Мао Цзэдун самолет бортында, 1957 йыл

1959 йылдың июлендә Лушань Үҙәк Комитеты партияһы конференцияһында маршал Пэн Дэхуай беренсе булып Киҫкен күтәрелеш сәйәсәтен ҡаты тәнҡитләй. Ул кустар рәүештә бөтә илде ҡорос иретеүгә мобилизациялау сәйәсәте менән риза булмауын белдерә, коммунизация үткәреүҙә ашығыуға күрһәтә, КХП Үҙәк Комитеты Политбюроһында барлыҡҡа килгән хәлде тәнҡитләй, илдә килеп тыуған хөл өсөн Партия етәкселәренең, «Шул Иҫәптән иптән Мао Цзедун да» яуаплы[15]. Артабан Мао Цзэдун уны бөтә вазифаларынан бушата, уның урынына Линь Бяо тәғәйенләнә.

Партияла етди ҡапма-ҡаршылыҡ барлыҡҡа килә, ул Мәҙәни революцияға тиклем дауам итә. Һөҙөмтәлә Мао Цзэдун асыҡтан-асыҡ хаталарын таный, ул хатта 1959 йылдың апрелендә ҠХР Рәйесе вазифаһын ҡалдыра, уны Лю Шаоци (КХП рәйесе һәм Хәрби Совет рәйесе булып ҡала). Лю Шаоци һәм Дэн Сяопин туранан-тура хужалыҡ эшмәкәрлегенә тотона, уларға килеп тыуған хәлде юлға һалыу өсөн байтаҡ ҡына саралар күрергә тура килә. Улар деколлективизацияны башлап ебәрә, өлөшләтә идара итеүҙең «кариталистик» ысулдарына ҡайтыуҙы ойоштора. Ә Мао Цзедун Мәҙәниәт революцияһы дәүерендә еңелеүе өсөн ҡаты итеп үс ала. Пэн Дэхуай, Лю Шаоци һәм Дэн Сяопин репрессияларға дусар ителә.

Шаңдауҙар үҙгәртергә

Мао вафатынан һуң Хуа Гофэн (ҠХР-ҙың яңы һәм күпкә абруйлы булмаған лидеры) үҙенең позицияларын яңы Киҫкен күтәрелеш үткәрергә маташыу юлы менән нығытырға тырыша. Был инициатива Дэн Сяопиндың һәм башҡа партия ветерандарының абруйы менән юҡҡа сығарыла.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

  • Турғайҙарҙы юҡ итеү
  • Кесе металлургия
  • Рязань мөғжизәһе
  • Мао Цзэдун

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Immanuel C.Y. Hsü The Rise of Modern China (ингл.) — 6 — USA: OUP, 2000. — P. 655. — 1136 p. — ISBN 978-0-19-512504-7
  2. Непомнин О. Е., 2011, с. 504
  3. Непомнин О. Е., 2011, с. 505
  4. Непомнин О. Е., 2011, с. 514
  5. Непомнин О. Е., 2011, с. 516
  6. Непомнин О. Е., 2011, с. 517
  7. История Китая, 2002, с. 658
  8. 8,0 8,1 История Китая, 2002, с. 659
  9. 9,0 9,1 Непомнин О. Е., 2011, с. 518
  10. Непомнин О. Е., 2011, с. 520
  11. Непомнин О. Е., 2011, с. 521
  12. Непомнин О. Е., 2011, с. 526
  13. История Китая, 2002, с. 667
  14. Китайские СМИ раскрывают запрещённые страницы истории Китая. Великая Эпоха. Дата обращения: 29 май 2016. Архивировано 18 май 2015 года.
  15. История Китая, 2002, с. 664

Өҙөмтә хатаһы: <references> билдәләнгән "libé" исемле <ref> тамға алдағы текста ҡулланылмай.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Большой скачок // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
  • Did Mao Really Kill Millions in the Great Leap Forward? (Архив күсермәһе, 4 июль Machine), Monthly Review, September 2006.
  • Грин, Феликс. Аңлашылмаусанлыҡ шаршауы: Ҡытай: Америка нисек алдана. Лондон: Jonathan Cape, 1965.
  • Ли Жисуи. The Private Life of Chairman Mao.
  • Джаспер Беккер. Аслыҡлы рухтар: Йәшерен аслыҡ. 1998.
  • Шорт Ф.[en]. Мао Цзэдун = Mao: a Life. М.: АСТ, 2001. 632 с. ISBN 5-17-005694-X.
  • Юн Чжан, Джон Холлидэй Билдәһеҙ Мао. Үҙәк полиграф, 2007.
  • История Китая : учебник / Под ред. А. В. Меликсетова. — М. : Издательство МГУ, Издательство «Высшая школа», 2002.
  • Непомнин О. Е. История Китая. XX век. — М.: ИВ РАН, Крафт+, 2011.
  • Ярёменко Ю. В. «Большой скачок» и народные коммуны в Китае. — М.: Политиздат, 1968. — 143 с.