Кизилдере сиркәүе

Кизилдере сиркәүе — ысын мәғәнәһендә милли әһәмиәттәге мәҙәни ҡомартҡы. Көньяҡ Грузияла Самцхве-Джавахети төбәгенең Аспиндза муниципалитетында Ахалцихе ауылының көнсығыш өлөшөндә Отис йылғаһының ярында урынлашҡан. Диңгеҙ кимәленән 1897 метр бейеклектә урынлашҡан.

Сиркәү VIII-IX быуаттарға ҡарай. Һоро, аҡ таштарҙан төҙөлгән үтеп йөрөү урындары сиркәүҙең көньяҡ һәм көнбайыш яҡтарында урынлашҡан. Көньяғында ике мәхәлләһе бар.

Сиркәү биҙәлгән, уның ҡалдыҡтары алтарь яғында һаҡланған. Бында Ғайса пәйғәмбәр һүрәтләнгән. Уның һул яғында Суҡындырыусы һүрәте тора, әммә ул ныҡ зыян күргән. Сиркәү диуарының көньяғында ике киҫелгән таш бар, Был кәрниз булыуы ихтимал.

Кизилдере сиркәүе 2006 йылдың 7 ноябрендә Грузия президенты указына ярашлы милли әһәмиәттәге мәҙәни ҡомартҡы исемлегенә индерелә[1].

Бөгөнгө көндә ҡомартҡы емереклектәрҙә, Диуарҙары айырым тора, ә аркаһы тулыһынса емерелгән. Изге урыны өлөшләтә емерелгән.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • გიორგი ბოჭორიძე, მოგზაურობა სამცხე-ჯავახეთში, თბ., 1992, გვ., 22-23

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

ეკლესია ყიზილდერესი 2019 йыл 30 июль архивланған.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә