Төп менюны асырға

Кемали Исмаил

Албания дәүләтен барлыҡҡа килтереүсе

Исмаил Кема́ли Бей Влёра йәки Исмаил Кема́ли - (төр. İsmail Kemal Bey, алб. Ismail Qemali; 16 ғинуар 1844 йыл, Влёра (Авалона) — 24 ғинуар 1919 йыл, Перуджа) — албан милли хәрәкәте юлбашсыһы, Албания дәүләтенә нигеҙ һалған һәм тәүге башлығы булған шәхес. Милли Йыйылыш рәйесе (28—29 ноябрь, 1912), Ваҡытлы хөкүмәт рәйесе (29 ноябрь, 1912 — 22 ғинуар, 1914 ), Албания сит ил эштәре министры. Албанияның Халыҡ Геройы [3].

Кемали Исмаил
алб. Ismail Qemal Bej Vlora
Рәсем
Заты ир-ат[1][2]
Гражданлығы Flag of the Ottoman Empire.svg Ғосман империяһы
Flag of Albania (1914–1920).svg Албания
Тыуған көнө 16 октябрь 1844({{padleft:1844|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Тыуған урыны Албания, Влёра[d], Влёра[d]
Вафат булған көнө 24 ғинуар 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (74 йәш)
Вафат булған урыны Италия, Перуджа
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе Миокард инфаркты
Балалары Этхем-бей Влёра[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән, дипломат
Биләгән вазифаһы президент Албании[d], председатель Совета министров Албании[d] һәм министр иностранных дел Албании[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Уҡыу йорто Zosimaia School[d]
Ҡултамға
Commons-logo.svg Кемали Исмаил Викимилектә

БиографияһыҮҙгәртергә

Исмаил Кемали (башҡ. Исмәғил Кәмали) Влёрала (Авлоне) бейҙәр затынан бай феодаль ғаиләлә донъяға килгән. Ул тыуған ҡалаһында башланғыс белемд генә алған, артынса уҡ Янина ҡала гимназияһын тамамлаған.

1859 йылда Истанбулға (Константинополь) сығып китә, унда Ғосман империяһы дәүләт хеҙмәткәре булараҡ карьераһын башлай, Миҙхәт паша үткәргән либераль реформалар үткәреүҙә ҡатнаша[4], Балҡан ярымутрауының бер нисә ҡалаһында губернатор вазифаһын биләй. Был йылдар дауамында албан алфавитын стандартлаштырыу һәм Албан мәҙәни ассоциацияһын барлыҡҡа килтереү өсөн ҙур тырышлыҡ күрһәтә.

1877 йылда Исмаил, ниһайәт, ғосман империяһының сәйәси тормошонда алдынғы позиция яулай башлағандай тойола, мәгәр солтан Абдул-Хәмит II Миҙхәт пашаны премьер-министр вазифаһынан ситләштергәс, Кемали көнбайыш Кесе Азияға (Анатолияға) һөргөнгә ебәрелә. Солтан уны кире ҡайтара һәм Бәйрүт губернаторы итеп тәғәйенләй. Мәгәр Исмаил Кемалиҙың либераль ҡараштары арҡаһында солтан менән яңынан низағ тыуа, һәм ул 1900 йылдың майында, британия илсеһе яхтаһында булғанда, сәйәси һыйыныу урыны һорай. Кемалиҙы Төркиәнән алып сығалар, артабан ул һигеҙ йыл эмиграцияла йәшәй, бер үк ваҡытта Ғосман империяһында конституция реформаһын һәм Албания милли хәрәкәте үҫешен әҙерләү өҫтөндә эшләй.

1908 йылда йәш төрөктәр ихтилалынан һуң тергеҙелгән ғосман парламенты депутаты булып китә.

1909 йылда Исмаил Кемали Ғосман Милли ассамблеяһы рәйесе вазифаһын биләй, әммә тиҙҙән Истанбулды бер ҡасан да кире ҡайтмаҫҡа ташлап китергә мәжбүр була. Шунан һуң ул үҙенең эшмәкәрлеген тулыһынса Албания бойондороҡһоҙлоғо мәсьәләләренә генә йүнәлдерә.

Албанияла бойондороҡһоҙлоҡ яулауҮҙгәртергә

Албанияның бойондороҡһоҙлоҡ декларацияһын ҡабул итеүҙә һәм 1912 йылдың 28 ноябрендә бойондороҡһоҙ Албания хөкүмәтен барлыҡҡа килтереүҙә Исмаил Кемали төп фигура булып тора. Шулай итеп, Ғосман империяһының Албания өҫтөнән 500 йылдан ашыу хакимлығы тамам була. Албан яҙыусыһы, шағир, тел белгесе, милли азатлыҡ яулау эшмәкәре һәм сәйәсмән Луидь Гуракучи (алб. Luigj Gurakuqi) менән бергә Влёралағы йорт балконына Албания байрағын элә, шул йортта Декларацияға ҡул ҡуйыла.

1912 йылдан 1914 йылға тиклем Исмаил Кемали Албания хөкүмәтенә етәкселек итә.

Беренсе донъя һуғышы ваҡытында Исмаил Кемали Парижда йәшәй, шунда ҡайһы берҙә Daily Mail гәзитенә мәҡәләләр яҙа, башҡа баҫмалар менән хеҙмәттәшлек итә, шулай үҙенең мемуарҙарын баҫтыра.

1918 йылдың Исмаил Кемали Италияға бара, Албаниялағы үҙенең хәрәкәте өсөн ярҙам алырға уйлай, әммә Италия хөкүмәте уның илде ташлап китеүен тыя, һәм ирекһеҙҙән Перуджалағы ҡунаҡханала тороп ҡала. Тап шунда ул йөрәк өйәнәгенән вафат булып ҡала (24 ғинуар 1919 йыл).

Мәрхүмдең кәүҙәһен Влёра ҡалаһына алып ҡайтып, Бекташи тәриҡәте дәрүиштәре монастырендә ерләйҙәр[5].

ИҫтәлегеҮҙгәртергә

Исмаил Кемали исемен университет йөрөтә («Исмаил Кемали» университеты).

ГалереяҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. VIAF — 2012.
  2. Немецкая национальная библиотека, Берлинская государственная библиотека, Баварская государственная библиотека и др. Record #118866729 // Общий нормативный контроль (GND) — 2012—2016.
  3. "The Albanian legal and constitutional system between the World Wars". Frankfurt am Main, Germany: Vittorio Klosterman GmbH. p. 185. ISBN 978-3-465-04017-0
  4. Skendi, Stavro (1967). The Albanian national awakening. Princeton: Princeton University Press. pp. 458–463. ISBN 9781400847761
  5. Müfid Şemsi Paşa: Arnavutluk İttihad ve Terakki, Ahmed Nezih Galitekin, Constantinople, 1995, p. 209.