Категория буйынса фекерләшеү:Белорет районы ауылдары

Исем тикшереү үҙгәртергә

  • Тикшерҙем. Аңлашылып бөтмәй. Рәүәт, Собханғол, Кәрпәсте ауылдары башты бутаны. Собханғол менән Кәрпәсте бер ауыл булһа кәрәк. Ә мәҡәлә икәү. Рәүәт бер ауыл, ә беренсе авторы ике ауыл тип язып киткән. Ҡайһы ауыл, ҡайсан ике ауыл булған? Аңламаҫһың! 2012 йылдың башына районда 98 ауыл. Исемлектә 100. Собханғол менән Кәрпәсте берәү тип һанаһаҡ та бергә артыҡ. Ниңә улай аңламаным, тапманым. --Рөстәм Нурыев (фекер алышыу) 11:41, 15 Июнь (Һөтай) 2012 (UTC)
  • Ҡайһы бер ауылдарҙың рәсми исемендә разъезд, станция, ял йорты һүҙҙәре бар. Төркөмдәге ауыл исемдәрендә ул һүҙҙәр юҡ. Рәсми исемлектә шулай яҙылған - Ҡамаҫҡы станцияһы,Уралтау станцияһы, Айғыр разъезы, Ялан станцияһы, Олойылға станцияһы,Баҫҡан станцияһы, Шушпа станцияһы, "Ар ташы" ял йорты . --Рөстәм Нурыев (фекер алышыу) 11:41, 15 Июнь (Һөтай) 2012 (UTC)
  • Рәсми исемлектә хата Сәрмән - Сермән тип яҙғандар. Ярматай - Йырматау. Түбәнге Бикҡужа - Түбәнге Ятва (Сланцы) тип яҙылған. --Рөстәм Нурыев (фекер алышыу) 11:41, 15 Июнь (Һөтай) 2012 (UTC)
Сәләм,
Әлеге лә баяғы юл күрһәткестәренән күргәнемсә, Уралтау станцияһы 90-сы йылдарҙан уҡ Уралтау тип атала. "Сермән" тигән яҙылыш хата булһа кәрәк.
Кәрпәсте, Ҡурпысыҡ Собханғолдоң икенсе-өсөнсө исеме булһа кәрәк. Күп ауылдар халыҡта ике-өс исем менән йөрөй, ҡайһы осраҡтарҙа, күргәнемсә, ауылдың хатта рәсми исеме лә үҙгәртелә - "халыҡ исеме" рәсми итеп алына. Был бөтөн Башҡортостанға хастыр.
Үҙем белгән ошондай осраҡтарҙы мин бында, Викила, сағылдырырға тырыштым.
Ғөмүмән, Белорет районы - үҙе бер донъя :) ситтән тороп кны белеп булмайҙыр. Сығышы ошо райондан булған кеше генә тулы асыҡлыҡ индерә алалыр. Borovi4ok (фекер алышыу) 09:04, 27 Июнь (Һөтай) 2012 (UTC)
«Белорет районы ауылдары» битенә кире ҡайтырға.