Катаев Николай Анатольевич

Катаев Николай Анатольевич (22 ноябрь 1939 йыл) — ғалим-хоҡуҡ белгесе, юғары мәктәп һәм йәмәғәт эшмәкәре.1992 йылдан Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты начальнигы. Юридик фәндәр кандидаты, генерал-майор, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советыны Президиумы ағзаһы. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Катаев Николай Анатольевич
Зат ир-ат
Тыуған көнө 22 ноябрь 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (84 йәш)
Тыуған урыны Сокол[d], Вологда өлкәһе, РСФСР, СССР
Биләгән вазифаһы Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты
Уҡыу йорто Һарытау дәүләт юридик академияһы

Биографияһы үҙгәртергә

Катаев Николай Анатольевич 1939 йылдың 22 ноябрендә Вологда өлкәһе Сокол ҡалаһында тыуған. Милләте буйынса рус, юғары белемле — 1964 йылда йылда Һарытау юридик институтын (хәҙерге Һарытау дәүләт юридик академияһы) тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1956 йылда Герьев балыҡ комбинатында эшсе булып башлай. Институтты тамамлағас шул уҡ институтта уҡтыусы, өлкән уҡытыусы булып эшләй. 1971—1985 йылдарҙа өлкән уҡытыусы, СССР Эске эштр министрлығының Рязань юғары мәктәбендә кафедра начальнигы, партком секретары. 1985—1988 йылдарҙа СССР Эске эштәр министрлығы Һарытау юғары курстарында начальник урынбаҫары. 1992 йылдан Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты начальнигы. [1]

Өфө ҡалаһының Киров районы 20-се Перовский һайлау округы Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советыны Президиумы ағзаһы. [2]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 34

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104

Һылтанмалар үҙгәртергә