Касперский Евгений Валентинович

Евгений Валентинович Касперский (4 октябрь 1965 йыл) — Рәсәй программисы, мәғлүмәт хәүефһеҙлеге өлкәһендә донъяның алдынғы белгестәренең береһе[7]. Нигеҙ һалыусыларҙың береһе, әлеге башлығы АО төп хужаһы һәм «Касперский лабораторияһы» акционерҙар йәмғиәтенә[8] — IT-хәүефһеҙлекте тәьмин итеү юлдарын эшләү менән шөғөлләнеүсе, 30-ҙан ашыу төбәк офисы булған һәм донъяның 200 иле менән сауҙа эшен алып барған халыҡ-ара компания ойоштороусы һәм уның төп хужаһы. 2008 йыл өсөн фән һәм технологиялар өлкәһендә дәүләт премияһы лауреаты.

Касперский Евгений Валентинович
рус. Евгений Валентинович Касперский
Рәсем
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Рәсәй
Патронимы йәки матронимы Валентинович[d]
Тыуған көнө 4 октябрь 1965({{padleft:1965|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})[2][1] (59 йәш)
Тыуған урыны Новороссийск, Краснодар крайы, РСФСР, СССР
Хәләл ефете Касперская, Наталья Ивановна[d]
Балалары Иван Касперский[d]
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө специалист в области информатики, программист, уйлап табыусы, яҙыусы, эшҡыуар
Эшмәкәрлек төрө кибернетическая безопасность[d]
Эш урыны Лаборатория Касперского[d]
Уҡыу йорто Криптография, элемтә һәм информатика институты
Принадлежит к Лаборатория Касперского[d][1][3][4][…]
Строка принадлежности Kaspersky Lab[1][3][4][…]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы Ежегодная встреча Всемирного экономического форума 2014 г.[d][1], Ежегодная встреча Всемирного экономического форума 2013 г.[d][3], Ежегодная встреча Всемирного экономического форума 2015 г.[d][4], Ежегодная встреча Всемирного экономического форума 2016 г.[d][5] һәм Ежегодная встреча Всемирного экономического форума 2017 г.[d][6]
Ойошма ағзаһы Общественная палата Российской Федерации третьего состава (2010—2012 год)[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсми сайт eugene.kaspersky.ru
Рәсми блог eugene.kaspersky.com
 Касперский Евгений Валентинович Викимилектә

Иртә йылдары

үҙгәртергә

Евгений Касперский 1965 йылдың 4 октябрендә тыуа, ғаиләлә берҙән-бер бала була. Мәскәү эргәһендә Долгопрудный ҡалаһында Гастелло исемендәге 3-сө мәктәптә уҡый башлай. Мәктәптә үк Касперский махсус курс сиктәрендә математиканы тәрән өйрәнә башлай. 1980 йылда математика олимпиадаһында еңгәндән һуң[9] Мәскәү дәүләт университеты ҡарамағындаға А. Н. Колмогоров исемендәге 18-се физика-математика мәктәп-интернатына алына һәм уны 1982 йылда таммалай.

1987 йылда Мәскәүҙә КГБ юғары мәктәбенең (хәҙерге ваҡытта Рәсәй ФСБ-һы Академияһының Криптография, элемтә һәм информатика институты) 4-се (техник) факультетын тамамлай[10], унда математика, криптография һәм компьютер технологияларын өйрәнә, «инженер-математик» һөнәрен алып сыға.

Карьераһы

үҙгәртергә

1987 йылда Касперский СССР Оборона министрлығы ҡарамағындағы күп профилле фәнни-тикшеренеү институтында эшләй башлай. Тап бында, 1989 йылда Cascade вирусы менән осрашҡандан һуң компьютер вирустарын өйрәнә. Вирустың кодын анализлап, уның дауалау өсөн махсус утилита эшләй һәм тематика менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башлай[9].

1991 йылда Евгени Касперский КАМИ Мәғлүмәт технологиялары үҙәгендә эшләй башлай, вирусҡа ҡаршы программалар эшләүсе ҙур булмаған белгестәр төркөмөн етәкләй.

1992 йылдың ноябрендә төркөмөндә беренсе сифатлы AVP 1.0 продукты сығара. 1994 йылда ул Гамбург университетында үткән тест һынауҙарында еңеү яулай[11]. Был продуктҡа халыҡ-ара билдәлелек килтерә һәм эшләүселәр үҙ сит илдәрҙең технологияларын IT-компанияларына лицензиялай башлай.

1997 йылда Касперский һәм уның коллегалары үҙ компанияларын булдырырға ҡарар ҡабул итә һәм "Касперский лабораторияһы"н ойоштороусы булып сығыш яһайҙар. Евгений компанияла үҙ фамилияһы күренеүен теләмәй, әммә уны ҡатыны — Наталья Касперская күндерә. 2000 йылдың ноябрендә AVP продукты атамаһын алмаштырып, Касперский Антивирусы тип йөрөтөлә башлай[9].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 https://data.qz.com/2014/davosattendees/data/davos14list.json
  2. Jewgeni Kasperski // Munzinger Personen (нем.)
  3. 3,0 3,1 3,2 https://data.qz.com/2013/davosattendees/data/davosdata.json
  4. 4,0 4,1 4,2 https://data.qz.com/2015/davos/data/davos2015.json
  5. https://data.qz.com/2016/davos-2016/data/davos-2016-clean.csv
  6. https://data.qz.com/2017/davos-2017/data/davos-2017-clean.csv
  7. ИТ-личность: Евгений Касперский. Компетентный взгляд. Обзор. Dailycomm.ru. www.dailycomm.ru. Дата обращения: 28 декабрь 2018.
  8. Касперский Евгений Валентинович. Forbes.ru. Дата обращения: 28 декабрь 2018.
  9. 9,0 9,1 9,2 Владислав Юрьевич Дорофеев, Татьяна Петровна Костылева. Глава 1, Белые камушки цели // Принцип Касперского: телохранитель Интернета. — М.: Эксмо, 2011. — 332 с. — ISBN 978-5-699-49120-9.
  10. Киви Бёрд. Веришь — не веришь. журнал «Домашний Компьютер» (4 апрель 2008). Дата обращения: 14 август 2015. Архивировано 13 август 2009 года. 2009 йыл 13 август архивланған.
  11. Касперский: антивирус был моим хобби. РИА Новости (20120712T1754+0400Z). Дата обращения: 28 декабрь 2018.

Һылтанмалар

үҙгәртергә