Кар Василий Алексеевич

генерал-майор, сығышы менән Кар дворян нәҫеленән

Кар Василий Алексеевич (1730 — 25 февраль 1806, Мәскәү) — сығышы буйынса Кар дворян нәҫеленән, генерал-майор. Ете йыллыҡ һуғышта ҡатнашыусы, Е. И. Пугачев ихтилалын баҫтырыуға йүнәлтелгән беренсе хөкүмәт карателдәр экспедицияһының командующийы. Ҡамауҙа ҡалған Ырымбур юлында Яйыҡ казактарынан отпор алғандан һуң үҙ белдеге менән ғәскәрҙәрҙе ҡалдырып, Мәскәүгә ҡайта, бынан һуң хурлыҡ менән армиянан сығарыла һәм баш ҡалаларҙа йәшәүҙән мәхрүм ителә.

Кар Василий Алексеевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Хеҙмәт итеүе Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 1730
Вафат булған көнө 25 февраль 1806({{padleft:1806|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй империяһы
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Хәрби звание генерал-майор[d]
Һуғыш/алыш Ете йыллыҡ һуғыш һәм 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы
Ғәскәр төрө Урыҫ император армияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден Святого Станислава

Биографияһы үҙгәртергә

Шотланд рыцарь нәҫеленән[1], Нарва һәм Полтава янындағы алыштарҙа ҡатнашыусы, Тоҙ контораһы начальнигы подполковник Кар Алексей Филипповичтың (1680—1756) улы.

Кар Василий хеҙмәткә 1740 йылда инә. 1742 йылдың 4 ғинуарында Елизавета Петровнаның һарайы ҡарамағындағы паж итеп тәғәйенләнә, әммә атаһының талабы буйынса 1748 йылда армияға Вилена пехота полкына поручигы итеп күсерелә. Ете йыллыҡ һуғыш башланыуға секунд-майор итеп үрләтелә, урыҫ армияһы составында алыштарҙа ҡатнаша, артабан 1757 йылда Австрия армияһы ҡарамағында волонтер була, 1758 йылда — француз, һуңғы өс кампанияла — ҡабаттан Рәсәй армияһы составында[2].

1763 йылдың 17 апреленән полковник дәрәжәһенә үрләтелә. 1766—1768 йылдарҙа Польшала була, унда конфедераттарға ҡаршы хәрби ғәмәлдәрҙә ҡатнаша, Кенәз Радзивилла ҡарамағында була. 1768 йылдың 22 сентябрендә бригадир дәрәжәһенә үрләтелә. 1769 йылдың майында төҙөлә башлай. командиры итеп тәғәйенләнә. Төркиә менән һуғыштың башында булдырылған легиондың командиры итеп тәғәйенләнә, легион башта — Сит ил, һуңынан Санкт-Петербург тип исемләнә. 1770 йылдың 1 ғинуарынан — генерал-майор дәрәжәһендә[2].

Пугачев ихтилалы осоронда үҙгәртергә

1773 йылда Кар Петербургта рекрутлыҡҡа йыйыу менән шөғөлләнә. Яйыҡ казактары араһында бола башланыуы тураһында хәбәрҙәр килеп еткәс, 15 (26) октябрҙә Яйыҡҡа боласыларҙы баҫтырыуға Кар етәкселегендәге корпус ебәрелә. Ашығыс рәүештә ойошторолған корпус составына гарнизон роталары, айырым батальон частары һәм иррегуляр ҡалмыҡ һәм башҡорт частары индерелә. 1773 йылдың октябрь аҙағында Кар Ҡазандан Ырымбурға табан юллана.

Өс көнлөк һуғыш барышында хөкүмәт ғәскәрҙәре еңелеүгә дусар була һәм 9 ноябрҙә Кар Бөгөлмәгә табан сигенергә мәжбүр була Ырымбур тирәһендә полковник Чернышев етәкселегендәге тағы ла бер бик ҙур хөкүмәт отряды әсирлеккә эләгеүе тураһында ишеткәс, Карҙың «рухы һына» һәм ул артабан боласыны ауыҙлыулау тураһында түгел, үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғырта. Корпус командованиеһын генерал-майор Фрейманға тапшырып, Кар ауырыуына һылтанып, Мәскәүгә ҡасыу яғын ҡарай[3]. 1773 йылдың 7 ноябрендә Карҙың авангардына Юзей ауылы янында Андрей Овчинников һәм Чика-Зарубин етәкселегендәге ихтилалсы-казактар һөжүм итәләр. Һуғыш барышында башҡорт отрядтары артиллерияла өҫтөнлөгө булған ихтилалсылар яғына күсәләр.

Императрица Екатерина II Карҙың тәртибе асыуыһын ҡабарта һәм ул уны хеҙмәттән сығарырға бойора, шулай уҡ уға баш ҡалаларҙа йәшәү тыйыла [4].

Отставкала үҙгәртергә

1775 йылда Кар аукционда кенәз Голицындың имениеһын — Горяиново ауылын (хәҙер Калуга өлкәһенең Ферзиковский районы Кольцово ауылын)[5] һатып ала, бында ул ялан хужалығын йәйелдереп ебәрә һәм бик ҙур уңыштарға өлгәшә. Алдынғы ауыл хужалығы технологиялары бик ҡаты крепостнойлыҡ тәртип менән оҙатыла. Ялҡауҙарҙы ул ауыл эргәһендә төҙөлгән Ленивка биҫтәһенә урынлаштыра. Шул уҡ ваҡытта крәҫтиәндәр үҙҙәренең бөтә мөлкәтенән һәм ер биләмәләренән мәхрүм ителәләр һәм «месячинаға» күсерәләләр. Улай ғына ла түгел, ата-әсәләренән баларын тартып алып. уларҙы балаһыҙ крәҫтиән ғаиләләренә йәки һөнәрселәргә бирә. Крәҫтиәндәрҙең өҫтөнән күҙәтеү өсөн крепостнойҙар араһынан аҫаба идарасы тәғәйенләнә. Аяуһыҙ алпауытты Пушкин «Пугачев тарихының» күрһәтмәләрендә крәҫтиәндәр ҡулынан үлем тапҡан, тип яҙа[6].

Замандаштар фекере буйынса, беренсе осорҙа Кар менән аралашырға ҡурҡалар, әммә бай һәм ҡунаҡсыл Кар бик етеш йәшәй һәм бер ҡасан да хеҙмәттән ебәрелеү сәбәбе тураһында иҫкә алмай[7].

Екатерина II үлгәндән һуң Ҡарҙы император Павел I Петербургка саҡырып ала, уға имениеһынан сығып йөрөгә рөхсәт ителә.1796 йылда ул Мәскәүҙә Яңы Басман урамындағы йортонда төпләнә, әлеге йортта 1806 йылдың 25 февралендә (9 мартта) вафат була. Үҙенең имениtһы — Клин өйәҙендәге Воскресенское ауылында ерләнә, христиан дине буйынса йыназа уҡырға Мәскәү епархияһынан епископ Дмировский Августин килә, йәғни, ерләү «беренсе разряд буйынса» үтә[8].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Отрасль знаменитого шотландского клана Керр (Кер)
  2. 2,0 2,1 Овчинников, 1988, с. 164164
  3. Овчинников, 1988, с. 164—165164—165
  4. Овчинников, 1988, с. 165—166165—166
  5. Сергиевское (Горяиново, Карово). Исторические Достопримечательности России (24 ғинуар 2007). Дата обращения: 23 май 2012.
  6. Овчинников, 1988, с. 166—171166—171
  7. Рассказы бабушки и воспоминаний пяти поколений, записанные и собранные её внуком Д. Благово. — Л.: Наука, 1989. — С. 68, 84.
  8. Овчинников, 1988, с. 176—177176—177

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Грот Я. К. Материалы для истории пугачёвского бунта. Бумаги Кара и Бибикова // Записки Императорской Академии наук : Приложение. — 1862. — Т. 1. — № 4.
  • Дубровин Н. Ф. Пугачёв и его сообщники. Эпизод из истории царствования Императрицы Екатерины II. В 3 томах. — СПб.: тип. Н. И. Скороходова, 1884.
  • Крестьянская война в России 1773—1775 годах. Восстание Пугачёва. Том II / отв.ред. Мавродин В. В.. — Л.: Издательство Ленинградского университета, 1966. — 512 с. — 2000 экз.
  • Овчинников Р. В. Пушкинская заметка о генерале В. А. Каре // За Пушкинской строкой. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1988. — С. 163—181. — 206 с. — 5000 экз. — ISBN 5-7688-0074-3.

Һылтанмалар үҙгәртергә