Карл Густав Юнг

швейцар психиатры, төпкөл психологияһының йүнәлеше булған — аналитик психологияһына нигеҙ һалыусы (1875–1961)

Ка́рл Гу́став Юнг (нем. Carl Gustav Jung [ˈkarl ˈgʊstaf ˈjʊŋ]; 26 июль 1875 йыл, Кесвиль, Тургау, Швейцария — 6 июнь 1961 йыл, Кюснахт, Цюрих кантоны, Швейцария) — швейцар психиатры, төпкөл психологияһының йүнәлеше булған — аналитик психологияһына нигеҙ һалыусы.

Карл Густав Юнг
Carl Gustav Jung
Юнг1909 йылда
Юнг1909 йылда
Тыуған көнө

26 июль 1875({{padleft:1875|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})[1][2][3][…]

Тыуған урыны

Кесвиль, Тургау, Швейцария

Вафат көнө

6 июнь 1961({{padleft:1961|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})[1][4][2][…] (85 йәш)

Вафат урыны

Кюснахт, Швейцария

Ғилми даирәһе

Психиатрия, психология, аналитик психология, психотерапия

Альма-матер

Базель университеты

Ғилми етәксеһе

Эйген Блейлер

Уҡыусылары

Кавай, Сабина Николаевна Шпильрейн, Мария-Луиза фон Франц, Эрих Нойманн

Ниндәй өлкәлә танылған

Аналитик психологияға нигеҙ һалыусы

Автограф

Аналитик психологияһының маҡсаты булып пациенттарҙың барлыҡҡа килгән архетипик образдарына аңлатма биреү тора. Юнг коллектив аңһыҙ даирәнең образдарында (архетиптарҙа), дөйөм кешелек символикаһын шул иҫәптән мифтарҙы һәм төштәрҙе өйрәнеүҙе үҫтерә. («Либидоның метаморфозалары һәм символдары»).

Юнгтың фекеренсә, психотерапияның маҡсаты булып шәхестең индивидуацияһы тора.

Шулай уҡ Юнгтың психологик типтар концепцияһы ныҡ танылыу алған.

Биографияһы

үҙгәртергә

Юнг Швейцарияның Кесвиль ҡалаһында швейцар реформатор сиркәүенең пастор ғаиләһендә тыуған. Атаһы яғынан ҡартатаһы һәм ҡарт олатаһы врач була.

Карл Густав Юнг Базелдә университеттың медицина факультетен тамамлай. 1900 йылдан 1906 тиклем Цюрихтә психиатр клиникаһында танылған психиатр Э. Блейлерҙың ассистенты дәрәжәһендә эшләй. 1909—1913 йылдарҙа Зигмунд Фрейд менән хеҙмәттәшлек итә, психоаналитик хәрәкәттә төп ролде башҡара: Халыҡ-ара психоаналитик ойошмаһының беренсе президенты, психоаналитик журналдың редакторы, психоанализ буйынса лекциялар уҡыусы.

1903 йылдың 14 февралендә Юнг Эмма Раушенбахҡа өйләнә. Тиҙҙән ул ҙур ғаиләнең башлығы булып китә. 1904 йылда уларҙың ҡыҙы Агата, 1906-ла — Грета, 1908-ҙә — улдары Франц, 1910-да — Марианна, 1914-ҙә — Хелена донъяға тыуа.

1904 йылда үҙенең пациенткаһы Сабина Шпильрейн-Шефтель менән таныша һәм аҙаҡтан оҙайлы никахһыҙ мөнәсәбәттә була.

1907—1910 йылдарҙа Юнг менән төрлө ваҡытта мәскәү психиатрҙары Михаил Асатиани, Николай Осипов һәм Алексей Певницкий осрашалар.

 
Юнг 1910 йылда.

1914 йылда Юнг Халыҡ-ара психоаналитик ассоциацияһынан сыға һәм үҙенең практикаһында психоанализ техникаһынан баш тарта. Ул үҙенең «Аналитик психология» тип аталған теорияһын һәм терапияһын ентекләп эшкәртә.

Юнгтың фәнни ҡараштары

үҙгәртергә

Юнг һәм оккультизм

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #118558749 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. Anguera J. E. Enciclopedia universal ilustrada europeo-americana (исп.)Editorial Espasa, 1905. — Т. Suplemento 1961-1962. — P. 233—234. — ISBN 978-84-239-4500-9
  4. Юнг Карл Густав // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.

Һылтанмалар

үҙгәртергә