Ҡанбулат (Мәләүез районы)

(Канбулатово битенән йүнәлтелде)

Ҡанбулат (Ҡамбулат)Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районы Ергән ауыл Советына ингән ауыл. Уға юрматы ырыуы Аҙнай түбәһе башҡорттары XVIII быуатта нигеҙ һалған. 1992—2013 йылдарҙа бөткән ауылдар исемлегендә була. 2014 йылда яңынан тергеҙелгән.

Ауыл
Ҡанбулат
башҡ. Канбулатово
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Мәләүез

Ауыл биләмәһе

Ергән ауыл Советы (Мәләүез районы)

Координаталар

53°12′26″ с. ш. 55°58′29″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

1730 йыл

Халҡы

0 кеше (2013)

Этнохороним

канбулатовцы

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453880

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

80 241 830 010

Код ОКТМО

80 641 430 112

Ҡанбулат (Рәсәй)
Ҡанбулат
Ҡанбулат
Ҡанбулат (Мәләүез районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Ҡанбулат

Тарихы үҙгәртергә

Юрматы ырыуы Аҙнай түбәһенең иң боронғо ауылдарның береһе[1].

Ауылға 1730 йылда Ҡанбулат (Ҡамбулат[2]) исемле юрматы кешеһе нигеҙ һала[1]. 1816 йылғы VII ревизияла уның балаларының исемдәре атала. Ҡанбулат улы Ҡангилде (1751—1816)- уның улы Ҡолгилде (уның улы) Ҡолмөхәмәт. 1752 йылғы Табылды Ҡанбулат улы — уның улы Әлимбай (уның улы Сиреғол). 1767 йылғы Ишморат Ҡанбулат улы (уның улдары Мөхәмәтҡөнәфиә, Мөхәтәйәмил, Мөхәмәтхәмил).

1935-1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы ваҡытында Ергәнтау итәгендә Килмәк Нурушев етәкселегендәге башҡорт ғәскәре Ырымбур (Орск) ҡәлғәһен төҙөргә китеп барған хөкүмәт ғәскәре менән алыша (1735 йыл, июль). Алыш урыны тураһында (тауҙың төньяҡ, йәки көньяҡ итәгендә) әлегә тикшеренеүселәр аныҡ ҡына фекергә килмәгән.

1816 йылғы VII ревизия ваҡытында был ауылда указлы мулла Әлимғол Мырҙаҡаев (1751—1820) йәшәгән (ҡатыны Шәрәфә,1780 й.)-уның улы Хисаметдин (уның улы Ғәләүетдин,1811 йылғы). Әлимғолдоң улы Мөхәмәҙи (1805—1831), Әхмәҙи (1806-…). Мөхәмәҙиҙең улдары- Камалетдин (1828 й.), Сәйфетдин (1830 й.).

 
Ергәнтауҙың көнбайыш биләүендә Ҡанбулат ауылы ерҙәре

1970 йылдаҙа Ҡанбулат ауылының күпселеге Ергән һәм Йомаҡ ауылдарына күсә, сөнки ауылға перспективаһыҙ мөһөрө тағыла. Район советы президиумы ҡарары менән Ҡанбулат 1992 йылда иҫәптән төшөрөлә.

Ауыл бер нисә тапҡыр янып бөтә. Башта Ағиҙел буйында урынлашҡан ауыл әкренләп үргәрәк күсә. Һуңғы тапҡыр ауыл халҡы 1928—1929 йылдар тирәһендә әлеге урынға күсенә.

XX быуат башында Ергән улусы старшинаһы итеп Арыҫланғәли Ғәләүетдин улы Әлимғолов (1845-1919) һайлана. Ул оҙаҡ йылдар земство мәктәптәрендә: Стәрлетамаҡ өйәҙе Аҙнай мәктәбендә ( 1876-1881), әлеге Шишмә районы Сафар мәктәбендә (1886-XIX быуат аҙағы) уҡытыусы булып эшләй. Уның улы Әлимғолов Арыҫланбәк Арыҫланғәли улы (1871-1918) хәҙерге Шишмә районы Ҡара Яҡуп ауылында земство мәктәбендә уҡыта, Башҡортостан Республикаһын булдырыуҙа әүҙем ҡатнаша. 1918 йылдың 28 сентябрендә Арыҫланбәк Әлимғолов Стәрлетамаҡ ҡалаһында чехтар тарафынан атып үлтерелгән.

1920-1950 йылдарҙа ауылда башланғыс мәктәп эшләй. 1930 йылдар аҙағында балалар Ергән ете йыллыҡ мәктәбенә һәм Кинйәкәй ете йыллыҡ мәктәбенә йөрөп уҡый. Ергән ауылына уҡырға йөрөгән балалрға яҙлы-көҙлө ике Иҙел аша сығырға тура килһә, Кинйәкәйгә йөрөгәндәргә ҡара урман аша ун биш километр алыҫлыҡтағы ауылға барып, кешелә тороп уҡырға кәрәк була.

Һуғышҡа тиклем колхоз рәйесе Баязитов, бригадир-Баһауетдинов була. 1941 йылдың июнендә Кинйәкәй ауылында мәктәп өсөн утын әҙерләшергә Ҡамбулаттан бер бригада ир-егеттәр килә. 22 июндә ауыл Советы алдында йыйылған халыҡҡа һуғыш башланыуы тураһында хәбәр итәләр. Хөбөтдин исемле ағай: «Бөгөнгө күргән төштәрем шуға булған икән. Мин әйләнеп ҡайта алмам инде»,-тип илай. Ысынлап та уға һәм тағы егерменән артыҡ ир-егеткә Камбулатҡа (Ҡанбулат) кире ҡайтырға насип булмай.

Һуғыштан һуң ауыл халҡы колхозда эшләй, һуңыраҡ Ергәндең бер өлөшөндә ойошторолған СССР-ҙың 50-йыллығы исемендәге колхозға инә.[3]

Ҡанбулат ауылы тергеҙелә үҙгәртергә

2013 йылда ауыл тергеҙелә[4]. Бында әле бер кеше йәшәй.

Ауылды тергеҙеү тураһында документтар әҙерләгәндә ауыл атамаһы буйынса бәхәс ҡуба. Башта хәҙерге әйтелеше буйынса Ҡамбулат исемен ҡалдырырға тигән тәҡдим әйтелә (ҡарағыҙ: «Мәләүез районының Ҡамбулат ауылы тергеҙелә»,[5]), әммә ауылға исеме боронғо Ҡанбулат исеме ҡушыла.

Урындағы үҙидара һәм йәмәғәт берекмәләре буйынса комитеты рәйесе Венера Шәрәфетдинова «Спутник FM» каналына биргән интервьюһында түбәндәгеләрҙе һөйләй:

Законопроектты әҙерләгәндә икенсе уҡыу ваҡытында комитет яңы булдырылған тораҡ пункт исемен «Камбулатово» тип «М» хәрефе менән яҙыу башҡорт атамаларын рус теленә әйләндереп яҙыу ҡағиҙәләренә тап килмәй тип тапты. Ошо сәбәпле комитет төҙәтмә әҙерләне, уға рашлы яңы булдырылған тораҡ пункт «Н» хәрефе менән «Канбулатово» тип атала.

Рәсәй Федерацияһы хөкүмәтенең 2014 йылдың 25 февралендәге «Башҡортостан Республикаһындағы географик объекттарға исем биреү тураһында» тигән 143-сө һанлы ҡарары :

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы— Ҡоролтайы тәҡдиме буйынса түбәндәге исемдәр бирергә:

«Ҡанбулат» — Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районында булдырылған ауылға;

«Тирәкле» — Башҡортостан Республикаһының Нуриман районында булдырылған ауылға;

2014 йылдың 28 мартында «Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәр сиктәрен, статустарын һәм административ үҙәктәре тураһында» закон ҡабул ителә (28.03.2014 й. № 77-З):

1 статья

Башҡортостан Республикаһының 2004 йылдың 17 декабрендәге «Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәр сиктәрен, статустарын һәм административ үҙәктәре тураһында» 126-з һанлы законы 2 статьяһының 1 бүлегенә… түбәндәге үҙгәрештәр индерергә:

1) 37 пункттың «з» подпунктында «Үрге Юлдаш» һүҙенән һуң «Ҡанбулат» тип өҫтәргә

Шулай итеп, 2004 йылда үҙгәртелгән закон ошолай яңғырай:

з) Ергән ауыл Советы: Ергән ауылы — административ үҙәк, Тирәкле , Үрге Юлдаш, Ҡанбулат, Климовка, Нурдәүләт, Һабаш, Семеновка, Столяровка,Йомаҡ (37з ҡушымта);

Халҡы үҙгәртергә

Халыҡ иҫәбе
1795185919922013
7313600

1795 йылдың V ревизия документтарында Ҡамбулатта 11 йортта 73 кеше йәшәгән тип әйтелә. 1859 йылда 27 йортта 136 кеше йәшәй. Биш ирҙең икешәр ҡатыны була.

Географик урыны үҙгәртергә

Ағиҙел йылғаһының урта ағымының уң яҡ ярында, Ергәнтау битләүендә урынлашҡан.

Ауылдан (Ағиҙел аша сығып):[6]

  • район үҙәгенә тиклем (Мәләүез): 35 км тирәһе,
  • ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Ергән): 3,5 км,
  • яҡындағы тимер юл станцияһы (Салауат): 20 км

Урамдары үҙгәртергә

  • Тыныслыҡ урамы (рус. улица Мира )[7]

Ауыл хужалығы үҙгәртергә

1917 йылға тиклем ҡанбулаттар 168 бот ужым, 464 бот ярауай иген сәскән. Ауыл халҡы 588 ат, 458 һыйыр малы, 23 һарыҡ, 4 баш кәзә 42 умарта иҫәпкә алынған[8]. Ләкин был һандар ҙур шик тыуҙыра, сөнки Беренсе донъя һуғышы ваҡытында ауыл хужалығы иҫәбен алғанда халыҡ бөтә булған малын дәүләттең өҫтәлмә йыйымдарынан ҡурҡып, иҫәпкә индермәгән.

Малсылыҡ, игенселектән тыш ҡанбулаттар умартасылыҡ һәм йәшелсә үҫтереү, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә[1]. Ауылда ваҡ ҡош-ҡорт күпләп тотола.

Тағы ҡарағыҙ үҙгәртергә

-Мәләүез районы

-Ергән ауыл Советы (Мәләүез районы)

-Ергәнтау

Әҙәбиәт үҙгәртергә

- Станислав ШАХОВ. Как крестьяне и чиновники в Башкирии вернули к жизни деревню-призрак//КП-Уфа, 28 Ноября 2012

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 В Мелеузовском районе появится деревня Канбулатово // РЕСПУБЛИКА | новости башинформ.рф
  2. Ҡамбулат // Словарь топонимов Республики Башкортостан / сост.: А. А. Камалов, Р. З. Шакуров, З. Г. Ураксин, М. Ф. Хисматов. — Уфа : Китап, 2002. — С. 114. — 5000 экз. — ISBN 5-295-03192-6.
  3. М.Вильданов.Напиток здоровья
  4. Закон Республики Башкортостан от 3 июня 2013 года № 688-З «Об образовании географического объекта в Мелеузовском районе Республики Башкортостан» 2015 йыл 4 ғинуар архивланған.
  5. В Мелеузовском районе возрождается деревня Камбулатово // ВЛАСТЬ | новости башинформ.рф
  6. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  7. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
  8. Канбулатово | Генеалогия и архивы

Һылтанмалар үҙгәртергә