Катрин Камиллери

(Камиллери Катрин битенән йүнәлтелде)

Катрин Камиллери (24 февраль 1970 йыл) — мальтиялы, юрист һәм Мальтаның ҡасаҡтар эштәре буйынса иезуит хеҙмәте директоры (JRS). Катрин һыу аша ҡасып килеүселәрҙең эше менән билдәле һәм 2007 йылда ҡасаҡтар өсөн Нансен премияһы менән бүләкләнә.

Катрин Камиллери
Тыуған көнө

24 февраль 1970({{padleft:1970|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (54 йәш)

Ил

 Мальта

Тәүге йылдары һәм белем алыуы үҙгәртергә

Камиллери Катрин 1970 йылда Мальта утрауында тыуа. Унда ул юриспруденцияны өйрәнә һәм, студент саҡта уҡ, ҡасаҡтарҙың хоҡуҡтарын өйрәнеү һәм уларҙы яҡлау тикшеренеүҙәре менән шөғөлләнә. 2006 йылда Мальта университетын тамамлағандан һуң, Катрин бәләкәй юридик фирмала эшләй башлай, унда беренсе тапҡыр ҡасаҡтар менән бәйләнешкә инә[1].

Эше үҙгәртергә

2002 йылда, Мальтаға кәмәләр менән килеп, һыйыныу эҙләгән кешеләр һәм иҡтисади мигранттар һаны ҡырҡа арта. Тыуған иленә ҡайтҡас эҙәрләүҙәргә дусар буласаҡ Ливия ҡасағының депортацияһына юл ҡуймау буйынса тәүге эшенән һуң, уларҙың мәнфәғәтен яҡлауға Камиллериҙың ҡыҙыҡһыныуы арта.

Тәүге ваҡытта Катрин үҙ карьераһын ҡасаҡтар эштәре буйынса иезуит хеҙмәтендә ирекмән булараҡ башлай, артабан Камиллери тулы булмаған эш көнөнә урынлаша, һәм, ахыр сиктә, тулы эш көнөнә эшләй башлай. JRS Мальтала тотолғандарға даими рәүештә профессиональ юридик хеҙмәттәр күрһәтеүсе беренсе ойошма була[2].

1997 йылдан алып Камиллери Катрин Мальтаның административ үҙәктәрендә тотолған йөҙләгән кешегә юридик консультациялар бирә.

2007 йылда, Катриндың Урта диңгеҙ аша кәмәләрҙә ҡасып килеүсе кешеләрҙең хоҡуҡтары яҡлауын ихтирам итеп, Нансен премияһы (United Nations Refugee Award) менән бүләкләнә.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Европейский год межкультурного диалога (EYID) 2008 — (2008) [1] 2008 йыл 18 февраль архивланған.. accessed July 20, 2008.
  2. Интервью с Марлен Галеа на SBS 2008 йыл 20 август архивланған. Примечание: В большинстве онлайновых биографий в качестве даты указан 1997 год. В этом интервью Катрин Камиллери утверждает 1996 год как дату зачисления в JRS