Каменская Валентина Георгиевна

Каменская Валентина Георгиевна (15 февраль 1947 йыл, Ленинград) — ғалим-психофизиолог, Рәсәй мәғариф академияһының ағза-корреспонденты (2007).

Каменская Валентина Георгиевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 15 февраль 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (77 йәш)

Биографияһы үҙгәртергә

1947 йылдың 15 февралендә Ленинград ҡалаһында тыуған.

1970 йылда А. А. Жданов исемендәге Ленинград дәүләт университетын тамамлай.

1975 йылда — «Особенности функциональной организации слухового входа во фронтальные отделы коры мозга кошки» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.

1995 йылда «Время в процессе отражения и как фактор организации целенаправленных акустико-моторных реакций человека» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

1970 йылдан Санкт-Петербург дәүләт университетында (элек А. А. Жданов исемендәге Ленинград дәүләт университеты) биология-тупраҡ факультетының юғары нервы эшмәкәрлеге физиологияһы кафедраһында өлкән лаборант булып эшләй.

1992 йылдан алып 2013 йылға тиклем — А. И. Герцен исемендәге Рәсәй дәүләт педагогия университетының Балалыҡ институтында психология һәм бала психофизиологияһы кафедраһы етәксеһе.

2014 йылдан — И. А. Бунин исемендәге Елецк дәүләт университетының психофизиология һәм педагогик психология кафедраһы профессоры.

2007 йылда — психология һәм йәш буйынса физиология бүлексәһенән Рәсәй мәғариф академияһының ағза-корреспонденты итеп һайлана.

Фәнни эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе: үҫеш һәм когнитив эшмәкәрлек психофизиологияһы, интеллектуаль һәләт.

«Дифференциаль психология һәм психофизиология» фәнни-педагогик мәктәбенә нигеҙ һалаыусы.

2014 йылдан алып 2016 йыл буйынса — Санкт-Петербургтың Мәскәү районының 507-се мәктәбендә район кимәлендәге «Организационно-педагогическая модель индивидуального образовательного маршрута ученика в профильном обучении на основе сетевого взаимодействия» эксперименталь майҙансығының ғилми етәксеһе.

Конфликтология, психофизиология, индивидуаль айырмалылыҡтар психофизиологияһы курстарын уҡый.

Ғилми хеҙмәттәре үҙгәртергә

  • Каменская В. Г. Социально-психологические основы управленческой деятельности. — М.: Academia, 2002, 2018.
  • Каменская В. Г. Психология конфликта: мотивация и психологические защиты, М.: Юрайт. 2018
  • Каменская В. Г., Томанов Л. В., Драганова О. А. Психодиагностика ребёнка. — М.: Форум, 2011, 2017.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • «Санкт-Петербургтың 300 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы.
  • Рәсәй Фән һәм мәғариф министрлығының Почет грамоталары.
  • Рәсәй Мәғариф академияһының Почет грамотаһы (2017) — психология өлкәһендәге юғары ҡаҙаныштары һәм хеҙмәттәре өсөн.
  • Николай Геннадиевич Басов исемендәге өлкә премияһы лауреаты (2017).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә