Кавалер йорттары (Петергоф)

Кавалер йорттары — Петергофта тарихи биналар комплексы. 17991801 йылдарҙа төҙөлгән. Федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекттары.[2] Идара урамында урынлашҡан.

Кавалер йорттары
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Петергоф[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследия list of cultural heritage monuments in Peterhof, part 4[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d][1]
Карта
 Кавалер йорттары Викимилектә

Әлеге йорттар архитектор Ф.П. Броуэр проекты буйынса һарай яны чиндарын һәм хеҙмәтләндереүсе штатты урынлаштырыу өсөн төҙөлгән. Башта кавалер йорттары ағастан булған, улар 1732 йылда М.Г. Земцов проекты буйынса төҙөлгән. Йорттар артында Кавалер Һәм Һөнәрселәр ихаталары булған. Иҫке йорттар урынына хәҙерге Кавалер йорттары төҙөлә, элекке ағас йорттарҙың бер өлөшө 18531858 йылдарҙа улар урынына ике Фрейлин йорто төҙөлгәнгә тиклем һаҡланып ҡалған[3][4]

Санкт-Петербург проспектына сығыусы манаралы йорт айырым урын биләй. Ҡыңғырау өсөн тәғәйенләнгән манараһы баштағы ағас комплекста була, ул Петергофта төҙөүселәрөсөн эш көнөнөң башланыуын хәбәр итеп торған. Һуңынан йорт таштан үҙгәртеп төҙөлгәс (проектлауҙа Броуэрҙан тыш И.Е.Старов та ҡатнашҡан, әммә төҙөлөштө Броуэр алып барған), яңы башняла иҫке ҡыңғырауҙы һаҡлап ҡалалар. Йортта Петергоф һарай идаралығы, шулай уҡ һыҙым архивы урынлаша. Идаралыҡтан үҙенең исемен Идара урамы ала. 1831 йылда башняның беренсе ҡатында Крестовоздвиженский сиркәүе йыһазландырыла, ул Яңы Петергофта берҙән-бер сиркәү була. 2005 йылдың 9 сентябрендә Петергофтың 300-йыллығы айҡанлы башняла катильон асыла. Йорт өлөшләтә торлаҡ булып ҡала[5]

Архитектураһы

үҙгәртергә

Кавалер йорттары классик төҙөлөштәге таш бер ҡатлы төҙөлөштән ғибәрәт. Фасадтары шыма, тура мөйөшлө һуҙылған тәҙрәләр менән. Йорттарҙың биҙәге юҡ, тик тура һыҙыҡлы кәрниз аҫтында йоҡа формалы һыҙығы бар[3][4]

Йорттар исемлеге

үҙгәртергә
  • Идара урамы, 1 (мөйөшлө йорт) — «Батшаның күңел асыуы» музейы
  • Идара урамы, 2
  • Идара урамы, 4 —Уйын кәрттәре музейы
  • Идара урамы, 6
  • Идара урамы, 8
  • Идара урамы, 10 — «Петергоф» Дәүләт музей-ҡурсаулығының реставрация һәм реконструкциялау бүлектәре
  • Идара урамы, 12 (Петергоф һарайы идаралығы йорто) — Петергоф балауыҙ фигуралары музейы

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Постановление Правительства РФ № 527 от 10.07.2001
  2. Рф хөкүмәте ҡарары менән 10.07.2001 № 527 тарихи һәм мәҙәни мираҫ объекты тураһында Федераль Исемлегенә (Рәсәй) әһәмиәте, г. Санкт-Петербург.
  3. 3,0 3,1 Кавалерский дом. citywalls.ru. Дата обращения: 26 июнь 2018.
  4. 4,0 4,1 Кавалерские дома. http://tamara.shemyak.com. Дата обращения: 26 июнь 2018.
  5. Дом Петергофского дворцового правления. Крестовоздвиженская церковь - Музей восковых фигур - Офисно-жилое здание. citywalls.ru. Дата обращения: 26 июнь 2018.