Йәрмөхәмәт (Бөрйән районы)
Йәрмөхәмәт (рус. Ярмухаметово, Мазалы)— Башҡортостандың Бөрйән районындағы юҡҡа сыҡҡан ауылдарының береһе.. XIX быуаттың беренсе яртыһында 6-сы кантондың 10-сы йортона ингән. 1864 йылдан 4-се Бөрйән улусы составында булған. 1919 йылдан ул Йылайыр кантонының Бөрйән улусына инә. 1930 йылдан — Бөрйән районы составында булған.
Йәрмөхәмәт | |
Нигеҙләү датаһы | 1834 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | ауыл |
Тарихы
үҙгәртергәИсәнғазы ауылының ерҙәрен Ҡананикольск һәм Вознесенка заводтары тарафынан ҡыҫырыҡлана башлағас, Маҙалы шишмәһенең Ағиҙел йылғаһына ҡушылған ерҙә, Маҙалы туғайында 12 йорттан торған утарға нигеҙ һалалар. 1834 йылда утар ҙурайып, . Йәрмөхәмәт (Маҙалы) ауылын барлыҡҡа килтерә.
Ауылға атама уға башлап нигеҙ һалыусы - Йәрмөхәмәт Йәнсурин (икенсе документта уның фамилияһы Зианчурин (Ейәнсурин) тип яҙылған. Улдары Ҡаһарман, Ҡахатаран, Әхмәтйән. Йәрмөхәмәт Йәнсурин — 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ике хәрби миҙал менән бүләкләнгән. Ауылда 1859 йылда —120 кеше, 1920 йылда 345 кеше йәшәгән. Халҡы ярым күсмә малсылыҡ менән шөғөлләнгән. 60 кеше 80 ат, 60 һыйыр, 16 һарыҡ һәм 18 кәзә тотҡан. Уларҙың береһе генә 8 ботҡа яҡын яҙғы иген сәселгән.