Йылан (Аҡтаныш районы)

Бүләр волосының (һуңынан (1866) Әмекәй волосының) Бүләр түбәһе ауылы

Йылан (рус. Зилан, Зилановка) — Ҡалмыя, Сөн йылғалары буйында Бүләр улусының (һуңынан (1866) Әмекәй улусының) Бүләр түбәһенә (хәҙеге Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районы) ҡараған аҫаба башҡорттар ерендә нигеҙләнгән ауыл[2].

Йылан
Дәүләт  Рәсәй империяһы
Халыҡ һаны 158 кеше (1795),
161 кеше (1816),
210 кеше (1848),
318 кеше (1859),
384 кеше (1870),
495 кеше (1902)[1]

Тарихы үҙгәртергә

Йылан ауыла XVIII быуат башында, 1704—1711 йылдарҙағы ихтилалдар ваҡытынан уҡ билдәле. Ул ваҡытта башҡорттар 72 төр һалым уйлап сығарғыусыларға ҡаршы күтәрелә[2]. 1795 йылда ауылда 18 хужалыҡта 158 башҡорт йәшәй. 1816 йылда 39 йортта 161 башҡорт йәшәүе, уларҙың араһында 4 ғаиләнең ике ҡатынлы булыуы билдәле. 18161838 йылғы иҫәп алыу араһында 32 кеше вафат була, 48 бала тыуа. 1848 йылда йорттар һаны — 34, башҡорттар иҫәбе 210 була. Ауылда мәсет булыуы теркәлә. 1859 йылда — 318, 1870 йылда 75 йортта 384 башҡорт теркәлә, мәктәп иҫәпкә алына. 1875 йылда башҡорттарҙың ауылдан алыҫта ятҡан ерҙәрҙе һатыуҙа ҡатнашыуы билдәле[2]. 1902 йылда 99 йортта 495 аҫаба башҡорт йәшәй. 1912 йылда ауыл биләмәһендәге аҫаба башҡорттарҙың 3346 дисәтинә аҫаба ере була, уның 414 дисәтинәһе генә эшкәртелә һәм сәселә. Нигеҙҙә арыш менән һолоға өҫтәнләк бирелә, бойҙай, картуф кеүек культуралар бик ултыртылмай[2].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә