Йосопов Әлим Данил улы

Йосопов Әлим Данил улы (18 март 1972 йыл, Өфө) — Рәсәй тележурналисы, НТВ телеканалында «Итоги недели с Ирадой Зейналовой» программаһы корреспонденты. Элек — иҫке НТВ, ТВ-6, ТВС һәм «Беренсе канал»дың сәйәси күҙәтеүсеһе була.

Йосопов Әлим Данил улы
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 18 март 1972({{padleft:1972|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (52 йәш)
Тыуған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө журналист
Уҡыу йорто А. М. Горький исемендәге Урал дәүләт университеты[d]
 Йосопов Әлим Данил улы Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Иртә йылдары үҙгәртергә

Әлим Йосопов 1972 йылдың 18 мартында Өфө ҡалаһында тыуа. 1994 йылда Екатеринбургта Урал дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлай, 4-се һәм 5-се курстарҙа Мәскәүҙә, Мәскәү дәүләт университетында, Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетының халыҡ-ара бүлегендә стажировка үтә.

1991 йылда Нижневартовск ҡалаһында мәғлүмәт программаһында эшләй, ВИД телекомпанияһы өсөн сюжеттар яһай[1].

Бер үк ваҡытта, 1991 йылдан (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 1992 йылдан) 1994 йылға тиклем РТР телеканалында «Вести» мәғлүмәт программаһының штаттан тыш хәбәрсеһе булып эшләй[2].

Телевидениела карьераһы үҙгәртергә

1994 йылда Йосопов НТВ телеканалына Мәғлүмәт хеҙмәте хәбәрсеһе вазифаһына килә. Был телеаналдың «Бөгөн» һәм «Йомғаҡтар» программалары өсөн эшләй[3]. Илдәге сәйәси тормош тураһында авторлыҡ эссе яһай[4], президент пулаһында эшләй[5]. Күпмелер ваҡыт шулай уҡ беренсе урыҫ-чечен һуғышында эшләй[6][7].

1998 йылдан алып 1999 йылдың апреленә тиклем — НТВ Лондон бюроһы етәксеһе — Бөйөк Британияла НТВ-ның үҙ хәбәрсеһе була[1][8]. Бөйөк Британия буйынса НТВ телеканалының үҙ хәбәрсеһе булып Андрей Черкасов тәғәйенләнгәс, Әлим Йосопов Мәскәүгә ҡайта, һәм 1999 йылдың апреленән 2001 йылдың апреленә тиклем йәнә махсус хәбәрсе[9], сәйәси күҙәтеүсе булып эшләй[10]. Ул ваҡытта НТВ сайтында «НТВ: за кадром» рубрикаһында сәйәси темаларға бер нисә мәҡәлә авторы була (хәҙерге newsru.com)[11][12]. 2001 йылдың 29 ғинуарында НТВ журналистарының президент Путин менән осрашыуында ҡатнаша[13][14].

2001 йылдың апрелендә, НТВ каналынан Киселев командаһы киткәндән һуң, бергә эшләгән күпселек коллегалары менән бергә Борис Березовскийҙың ТВ-6 телеканалына эшкә күсә[15][16]. 2001 йылдың майынан 2002 йылдың ғинуарына тиклем — ТВ-6 Мәғлүмәт хеҙмәтенең «Хәҙер» һәм «Йомғаҡ» программаһы күҙәтеүсе[17][18]. НТВ каналын тар-мар иткән ваҡытта Олег Добродеевҡа әйткән «Беләһегеҙме, Олег Борисович, һөнәрҙән дә мөһимерәк нәмәләр бар» тигән һүҙҙәре киң танылыу яулай[19][20][21].

2002 йылдың июненән 2003 йылдың мартына тиклем, ТВ-6 телеканалы туҡтағандан һуң, ТВС телеканалында «Яңылыҡтар» һәм «Йомғаҡтар»[22] программаһында сәйәси күҙәтеүсе сифатында эшләй[23].

2003 йылдың мартында[24], ТВС ябылырҙан өс ай алда[25][26], Әлим Йосопов «Беренсе канал»ға документаль фильмдар авторы сифатында эшкә күсә[27][28][29]. 2003 йылдың сентябрендә «Беренсе канал»да күрһәтелгән «Һуғыш алдынан пейзаж» документаль фильмының авторы һәм алып барыусыһы[30][31].Һуңынан 2003 йылдың ноябрендә ошо уҡ телеканалда күрһәтелгән «Лондон, Новгород, Рим — свобода выбора» документаль фильмын төшөрә[32][33].

2004 йылдың ноябрендә «Беренсе канал»да өлкән хәбәрсе вазифаһын ала[34] 2005 йылдан 2011 йылға тиклем — «Беренсе канал»дың мәғлүмәт тапшырыуҙары дирекцияһы хеҙмәткәре, күҙәтеүсе[35], комментатор, каналдың хәбәрселәр бүлеге етәксеһе[36]. «Новости», «Времена»[37] һәм «Время»[38][39] мәғлүмәт программаларында репортаждар авторы. «Беренсе канал» хәбәрсеһе булараҡ, 2008 йылдың авгусында Көньяҡ Осетиялағы һуғышты, 2011 йылдың мартында Японияла ер тетрәүҙе яҡтырта[40], 2007 йылдың апрелендә Киевта сәйәси көрсөк көндәрендә эшләй[41][42], шулай уҡ 2005 йылдың ҡышында Юлия Тимошенко менән интервью яҙҙыра[43]. Жанна Агалакова менән бергә 2007 йылдың апрелендә Францияла президент һайлауҙарын яҡтырта[44].

2006 йылдың июнендә «Чемпионат мира вне игры» махсус репортажын әҙерләй[45]. Иван Благой менән бергә Япониялағы ер тетрәү тураһында «Апокалипсис-2011» документаль фильм төҙөй[46].

2007 йылдан Рәсәй телевидениеһы академияһы ағзаһы.

2011—2012 йылдарҙа — ОГТРК «Ямал-Регион» баш мөхәррире [47][48]. 2012 йылдың июлендә биләгән вазифаһынан китә[49].

2019 йылдан 2012 йылға тиклем[28] — Мәскәүҙә мәғлүмәт бюроһы начальнигы, ОГТРК «Ямал-Регион» генераль директоры кәңәшсеһе[50][51].

2019 йылдың яҙында «Үҙәк телевидение» программаһы күҙәтеүсеһе булып НТВ каналына ҡайта[52]. Шул уҡ йылдың декабрендә «Ирада Зейналова менән аҙна йомағаҡтары» тапшырыуында эшләй[53].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 ЮСУПОВ Алим Данилевич. Лабиринт (10 ноябрь 2016).
  2. Алим Юсупов ужаснулся, увидев себя на телеэкране. Аргументы и факты (6 февраль 2001). 2013 йыл 2 май архивланған.
  3. ИСПЫТАНИЕ СРОКОМ. Что сегодня думают о телевидении, власти и обществе журналисты НТВ, ТВ-6, ТВС спустя четыре года после встречи с президентом. Новая газета (24 февраль 2005).
  4. Наблюдение за наблюдениями. Искусство кино (1 февраль 1998).
  5. Политический журналист «Общей газеты» и член «кремлевского пула» девяностых Елена Дикун: «Никому в голову не приходило, что за правду можно выгнать из пула».
  6. Грозный сравнивали со Сталинградом. Деловая трибуна (10 декабрь 2019). 2020 йыл 2 ғинуар архивланған.
  7. Что не пропустить по ТВ и в Сети с 9 по 15 декабря. Российская газета (9 декабрь 2019).
  8. НТВ сокращается. Антенна-Телесемь (8 февраль 1999).
  9. Я И СЕМЬ МИНУВШИХ ДНЕЙ. Свобода, как зубная паста, - в тюбик не вернешь.Общая газета(21 сентября 2000).
  10. 25 лет НТВ. Светлана Сорокина. Виктор Шендерович (27 октябрь 2018).
  11. На сайте НТВ найдется то, что не решились дать в эфир. lenta.ru (5 декабрь 2000).
  12. Домашняя психология. Итоги (12 декабрь 2000). 2015 йыл 5 ғинуар архивланған.
  13. Разговор Путина с журналистами НТВ был "сложным и долгим". NEWSru.com (29 ғинуар 2001).
  14. Письмо Сталину. Газета.ру (11 апрель 2006).
  15. ОРИГИНАЛ И ДУБЛИ. Труд (4 май 2001).
  16. Переворот на НТВ свершился: хроника событий утром 14 апреля. Яблоко (14 апрель 2001).
  17. Алим Юсупов о событиях недели. NEWSru.com (9 декабрь 2001).
  18. Без лица: мнение обозревателя ТВ-6 (22 ғинуар 2002).
  19. Смотрите, кто ушел. Корреспондент Ъ оказался единственным действительно независимым свидетелем смены власти на НТВ. Коммерсантъ (16 апрель 2001).
  20. РЕЙТИНГ ВРАНЬЯ (19 апрель 2001). 2019 йыл 7 май архивланған.
  21. НТВ, которое было Нашим ТелеВидением (12 апрель 2006).
  22. Националистические эксцессы.ФОМ(25 июля 2002)
  23. Надежда Прусенкова. РОМАНТИКА С РУТИНОЙ ПОПОЛАМ. Политический обозреватель ТВС Алим ЮСУПОВ: «Никого из политиков нельзя любить и никому нельзя верить». Новая газета (17 июнь 2002).
  24. Хрюн против олигархов. Московский комсомолец (12 марта 2003).
  25. ТВС осталось без Алима Юсупова. Комсомольская правда (8 апреля 2003).
  26. Уставные отношения.Известия(7 мая 2003).
  27. ВПРОК-2. Первый канал выпустит фильм для потребителей партий.Московские новости(2003).
  28. 28,0 28,1 Алим Юсупов. Корреспондент службы информации НТВ. НТВ.
  29. Летняя телевизионная гостиная. Александр Пономарев и Алим Юсупов.Радио Свобода(19 августа 2003).
  30. Спасибо партии за это! Известия (12 сентябрь 2003).
  31. ЗВЕЗДА В ТУМАНЕ СЕНТЯБРЯ. Мой месяцеслов (30 сентябрь 2003). 2021 йыл 22 ғинуар архивланған.
  32. Об уроках предвыборной телевизионной кампании. Радио Свобода (8 декабрь 2003).
  33. Алим Юсупов проведет экскурсию по парламентам. Комсомольская правда (24 ноябрь 2003).
  34. Кирилл Клеймёнов чистит авгиевы конюшни. И это только начало.Пресс-Атташе(17 декабря 2004).Архивировано 6 января 2005 года.
  35. Каким будет телевидение при президенте Медведеве?.Эхо Москвы(27 апреля 2008).
  36. Татьяна Миткова может уйти с НТВ. Грани.ру (20 декабря 2005). Архивировано 17 марта 2014 года.
  37. Времена. Первый канал (14 сентябрь 2003).
  38. Монетизацию вытеснили антисемитизмом.Независимая газета (4 февраля 2005).
  39. Дело Литвиненко теперь и в России. Английские спецслужбы работают с Генпрокуратурой. Первый канал (10 декабря 2006).
  40. Кем стали НТВшники. Радиопортал (16 апреля 2011).
  41. Украинский политический кризис на российском телеэкране. Радио Свобода (9 апреля 2007).
  42. Пасхальные праздники разрядили политическое противостояние на Украине. Первый канал (7 апреля 2007).
  43. Поп-звезд и юмористов сменила пропаганда монетизации.Известия (8 февраля 2005).
  44. Во Франции определились победители первого тура президентских выборов.Первый канал(23 апреля 2007)
  45. Зона, свободная от футбола - в репортаже на Первом канале.Первый канал (22 июня 2006)
  46. Апокалипсис 2011.Первый канал(18 марта 2011).Архивировано 9 декабря 2014 года.
  47. Кадровые перемены не помеха. Муниципальное ямальское телевидение падает в крепкие объятия "Ямал-Регион". Накануне.ру (12 февраль 2014).
  48. Главный телеканал Ямала остался без шеф-редактора. Сотрудники: «Это означает, что команда Гусельникова продолжает контролировать ситуацию…» ura.ru (16 июль 2012).
  49. Топ-менеджер Russia Today назначен главным редактором ОГТРК "Ямал-Регион". Накануне.ру (20 июль 2012).
  50. О телерадиокомпании / Руководство компании / Руководство. Ямал-Регион. 2016 йыл 4 март архивланған.
  51. Специальные проекты Фонда АРТ. Фонд «Академия Российского телевидения». 2017 йыл 4 июнь архивланған.
  52. Как Ким Чен Ын из безумного диктатора превратился в улыбчивого лидера. НТВ (27 апреля 2019)
  53. Алим Юсупов. Корреспондент службы информации НТВ

Һылтанмалар үҙгәртергә