Йорт хужалығы һәм кулинария мәктәбе бинаһы (Дондағы Ростов)
Иҫтәлекле урын | |||
Йорт хужалығы һәм кулинария мәктәбе бинаһы
| |||
Бина 2006 йылда | |||
Ил | Рәсәй | ||
Ҡала | Дондағы Ростов, Семашко тыҡырығы, 51/1 | ||
Архитектура стиле | эклектика | ||
Проект авторы | Васильев Григорий Николаевич | ||
Төҙөлгән ваҡыты | 1901 йыл | ||
Статус |
| ||
Йорт хужалығы һәм кулинария мәктәбе бинаһы Викимилектә |
Йорт хужалығы һәм кулинария мәктәбе бинаһы Дондағы Ростовта Семашко һәм Дума тыҡырыҡтары мөйөшөндә урынлашҡан. 1901 йылда Ростов архитекторы Г. Н. Васильев проекты буйынса төҙөлә[1]. Йорт төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ статусына эйә[2].
Тарихы
үҙгәртергә1898 йылда Ростов сәүҙәгәре һәм «спирт-араҡы короле» Николай Ильич Токарев үҙ аҡсаһына ашнаҡсылыҡ сәнғәте һәм йорт хужалығы буйынса ғәмәли мәктәп аса. Тәүге мәлдәрҙә ул Токаревтың ҡатын-ҡыҙҙар училищеһының икенсе ҡатында урынлаша[3]. 1901 йылда архитектор Григорий Николаевич Васильев проекты буйынса Николаевск тыҡырығында (хәҙер Семашко тыҡырығы) мәктәп өсөн яңы бина төҙөлә. Был йортто сауҙагәр ҡалаға бүләк итә[4].
Совет власынан һуң бинала ашхана урынлаша. 1990 йылдарҙа йорт хосусилаштырыла һәм унда «Тереза» кафеһы асыла. 2009 йылда бинаны «Ginza Project» холдингы һатып ала һәм унда асты унда «Мәҙәниәт паркы» ресторан-клубын аса[5]. Яңы хужа йорттоң үҙенсәлекле төҫтәрен үҙгәртә, уны һоро тонда буята.
Архитектураһы
үҙгәртергәИке ҡатлы ҡыҙыл кирбес фасадлы бина эклектика рухында төҙөлә, уны биҙәүҙә төрлө архитектура стилендәге элементтар ҡулланыла. Ҡыйыҡтың тимер ябыуы — модерн күренеше. Тәҙрә уйымдарын йөҙлөктәр һәм таштар менән биҙәү — классика элементы. Шулай уҡ боронғо рус архитектураһы өлгөләре лә ҡулланылыу тапҡын.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Любовь Феоктистовна Волошинова. Городской архитектор начала XX века — Григорий Николаевич Васильев . Донской временник. Дата обращения: 23 ноябрь 2013.
- ↑ Ростов-на-Дону (объекты культурного наследия регионального значения) . Официальный портал Правительства Ростовской области. Дата обращения: 23 сентябрь 2013.
- ↑ Здание Школы домоводства и кулинарии . voopiik-don.ru (1 август 2012). Дата обращения: 23 ноябрь 2013.
- ↑ Кукушин B. C. Эклектика // История архитектуры Нижнего Дона и Приазовья. — Ростов-на-Дону: ГинГО, 1995. — 275 с. — ISBN 5-88616-027-2.
- ↑ О ресторане Park Культуры . ginzaproject.ru. Дата обращения: 23 ноябрь 2013. 2013 йыл 28 сентябрь архивланған.