И. М. Сеченов исемендәге Беренсе МДМУ-ның ботаника баҡсаһы

И. М. Сеченов исемендәге Беренсе Мәскәү медицина университеты ботаника баҡсаһы — Мәскәүҙәге ботаника баҡсаһы. Мәскәү-йылғаның һул ярында, Мәскәү үҙәк әйләнешенең «Деловой центр» станцияһы янында урынлашҡан. 1946 йылда нигеҙ һалынған. Баҡсаның майҙаны 4,95 гектар тәшкил итә. Ботаника баҡсаһы төбәк әһәмиәтендәге айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһе статусына эйә[2].

И. М. Сеченов исемендәге Беренсе МДМУ-ның ботаника баҡсаһы
Нигеҙләү датаһы 1946
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Пресненский район[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследия Q27602982?
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d][1]
Указания, как добраться Тестовская улица, 20
Карта
 И. М. Сеченов исемендәге Беренсе МДМУ-ның ботаника баҡсаһы Викимилектә

Тарихы үҙгәртергә

Мәскәү фармацевтика институты (хәҙер И. М. Сеченов исемендәге Беренсе Мәскәү медицина университеты) янындағы ботаника баҡсаһы студенттарҙың уҡыу практикаһы һәм ғилми эштәр базаһы булараҡ 1946 йылдың 25 сентябрендә булдырыла. Баҡсаһының проекты уның тәүге директоры Б. М. Гинер тарафынан ботаник В. Н. Ворошилов менән берлектә эшләнә. 1947 йылдың яҙында беренсе үҫемлектәр ултыртыла[3]. 1949 йылда ағас һәм ҡыуаҡ үҫемлектәрҙең 100-ҙән ашыу төрө ултыртыла. 1950-1960-сы йылдарҙа ботаника баҡсаһында генетик-селекционерҙар А. Р. Жебрак һәм В. В. Сахаров эксперименттар үткәрәләр[4].

Ботаника баҡсаһы 2016 йылда тәүге тапҡыр ирекле экскурсион йөрөү өсөн асыла[5].

Тасуирламаһы үҙгәртергә

Ботаника баҡсаһы биләмәһенең майҙаны 4,95 гектар тәшкил итә, шуларҙың 2,5 гектарын дендрарий биләй. Шулай уҡ үлән үҫемлектәре питомнигы (0,5 гектар) һәм эксперименталь участкалары (0,5 га) бар, унда башлыса дарыу үҫемлектәре үҫә[3].

2016 йылға ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, ботаника баҡсаһында яҡынса үҫемлектәрҙең 1505 төрө үҫә, шул иҫәптән һирәк осрай торған 6 м бейеклектәге сәскәләнеүсе магнолия кобус. Шулай уҡ реликт ике ҡалаҡлы гинкго, Майер аҡ шыршыһы, бүре емеше, Кавказ морознигы, гортензия черешчатый һәм башҡалар үҫә[5].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә