Ҡәйепов Иҫәнғол Мәмбәт улы

(Иҫәнғол Ҡәйепов битенән йүнәлтелде)

Иҫәнғол Мәмбәт улы Ҡәйепов (17731848) — хәрби эшмәкәр. Майор. Дворян.

Иҫәнғол Мәмбәт улы Ҡәйепов
Тыуған көнө

1773({{padleft:1773|4|0}})

Тыуған урыны

Ырымбур губернаһы, Нуғай даруғаһы, Үҫәргән улусы, Һабыр ауылы

Вафат булған көнө

1848({{padleft:1848|4|0}})

Вафат булған урыны

Ырымбур губернаһы, Ырымбур өйәҙе, Үҫәргән улусы, Мәмбәт ауылы

Подданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Эшмәкәрлеге

хәрби эшмәкәр

Биографияһы үҙгәртергә

Ҡәйепов Иҫәнғол Мәмбәт улы 1773 йылда Ырымбур губернаһы Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Йылайыр районы) Һабыр ауылында тыуған. Сығышы менән башҡорт дворян нәҫеле Ҡәйеповтарҙан булған.

1790 йылдан ҡалмыҡтарҙың һәм ҡаҙаҡтарҙың һөжүмен кире ҡағыу өсөн төҙөлгән Ырымбур сик һыҙығында башҡорт казагы булып хеҙмәт итә.

1811 йылдан коллеж регистраторы, ә 1812 йылдан 9-сы башҡорт кантоны башлығы Буранғол Ҡыуатовтың ярҙамсыһы вазифаларын үтәй[1].

1817 йылдан провинция сәркәтибе, 1818 йылдан Ырымбур губернаторы ҡарамағындағы башҡорт кантондарының хәрби попечителе вазифаларын башҡара.

XIX быуат башында үҙе ойошторған хәрби гарнизоны менән етәкселек итә. Был гарнизон хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылында урынлашҡан булған, ауылдың исеме Иҫәнғол Ҡәйеповҡа бәйле[1]. Башҡа мәғлүмәттәр буйынса ауыл улус старшинаһы Иҫәнғол Ҡәйепҡолов исеме менән аталған[2][3].

Хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы Мәмбәт ауылына нигеҙ һалыусыларҙың береһе булып тора, ошо ауылда яҡынса 1827 йылда мәсет төҙөй. Хәҙерге ваҡытта был мәсет «Иҫәнғол» исемен йөрөтә һәм тарих, мәҙәниәт һәм архитектура ҡомартҡыһы булып тора[1].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 Хайбуллинская энциклопедия / гл. ред. Р. Х. Ибрагимов. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 245. — 648 с. — ISBN 978-5-88185-243-6.
  2. Күскилдин Д. Ғ. Иҫәнғол // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. Әсфәндиәров Ә. З. Олатайҙарҙың бар тарихы.... — Өфө: Китап, 1996. — С. 74. — 224 с. — ISBN 5-295-01672-2.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Ильясова А. Я. История башкирского дворянства. — Уфа: Китап, 2015.