Иҫке Ғүмәр (Ырымбур өлкәһе)

Иҫке Ғүмәр (рус. Старогумирово) — Ырымбур өлкәһе Новосергиевка районы ауылы. Ҡотош ауыл биләмәһенә керә.

Ауыл
Иҫке Ғүмәр
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Ырымбур өлкәһе

Муниципаль район

Новосергиевка районы

Координаталар

52°38′ с. ш. 53°58′ в. д.HGЯO

Милли состав

башҡорттар

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

56

ОКАТО коды

53 231 819 003

ОКТМО коды

53 631 419 111

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Иҫке Ғүмәр (Рәсәй)
Иҫке Ғүмәр
Иҫке Ғүмәр
Иҫке Ғүмәр (Ырымбур өлкәһе) (Ырымбур өлкәһе)
Иҫке Ғүмәр

Тарих үҙгәртергә

Тәүге тапҡыр 1795 йылда телгә алына[1]. Революцияға тиклем Иҫке Ғүмәр ауылы Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе Бөрйән улусы ҡарамағында була[1].

Ауылға Ирәндек башҡорттары нигеҙ һала, 1739—1741 йй. билдәле[2]. Тәүге төпләнеүсенең исеме менән аталған (Ғүмәр Иҫәкәй), уның ҡартатаһы Алдар батыр. 1782 йылдан — Йомран-Табын улусы 9-сы башҡорт кантоны, Быҙаулыҡ өйәҙе, Өфө наместниклығы. 1795 йылдан — 9-сы башҡорт кантоны, һуңға 10-сы, 34 йорт. 1851 йылдан — Йомран-Табын улусы 9-сы башҡорт кантоны, Быҙаулыҡ өйәҙе, Һамар губернаһы.

1917 йылдан Башҡортостан автономияһы (1919 йылдан Башҡорт АССР-ының) Туҡ-Соран кантоны составына керә, уның үҙәге була. Ә 1923 йылдан республиканың Бәләбәй кантоны ҡарамағында була. ВЦИК ҡарарына ярашлы 1924 йылдың 21 октябрендә Ҡаҙаҡ АССР-ы составына бирелә. 1934 йылдан Ырымбур өлкәһе ҡарамағында була.

Халҡы үҙгәртергә

1795 1834 1866 1900[1]
118 239 232 427
Халыҡ иҫәбе
2010[3]
137

2002 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса башҡорттар (94 %) йәшәй[4].

Урамдары үҙгәртергә

  • 461218 йылға аръяғындағы урамы
  • 461218 Туғай урамы

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә