Иҡсанов Фәтих Хәйрулла улы
Иҡсанов Фәтих Хәйрулла улы (1 сентябрь 1935 йыл — 19 октябрь 1992 йыл) БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1986). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1969).
Иҡсанов Фәтих Хәйрулла улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 1 сентябрь 1935 |
Тыуған урыны | Тирәкле ауылы, Баҡалды ауыл Советы (Архангел районы), Архангел районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 19 октябрь 1992 (57 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Рәсәй |
Һөнәр төрө | режиссёр |
Уҡыу йорто | Рәсәй театр сәнғәте университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәИҡсанов Фәтих Хәйрулла улы 1935 йылдың 1 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Архангел районы Тирәкле ауылында тыуған[1]. Бала саҡтан халыҡ музыкаһы ярата, бейей, күп кенә инструменттарҙа уйнарға өйрәнә, үҙешмәкәр сәнғәттә әүҙем ҡатнаша. Халыҡ таланттарының район һәм республика смотҙарында еңеүсе була[2]. Етенсе класты тамамлағас, Фәтих ҡасып тиерлек Өфөләге һөнәрселек училищеһына, йәғни ФЗО-ға, уҡырға китә. Артабан Фәтих армия хеҙмәтенә саҡырыла, Тымыҡ океан флотында кок булып хеҙмәт итә. Ял сәғәттәрендә «Матрос» бейеүен башҡарып, иптәштәренең күңелен күтәрер була. Ҡайтҡас, белем алырға кәрәклеген аңлап, Өфө сәнғәт техникумының театр бүлегенә уҡырға инә. Уны 1964 йылда тамамлай (Ғабдулла Ғиләжев курсы). Училищены уңышлы тәмамлағандан һуң, 1964 йылда Фатих Хәйрулла улы Башҡорт академия театры артисы булып эшләй башлай. 1972 йылдан Башҡорт дәүләт филармонияһы режиссеры булып эшләй[2]. 1973 йылда Мәскәүҙә Театр сәнғәте институтын (ГИТИС) тамамлай (И. Г. Шароев курсы). «Ҡаҙ өмәһе», «Яҙғы моңдар», «Көҙгө моңдар», «Йәш тауыштар» театрлаштырылған байрамдары һәм концерттары, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең ижади кисәләре, 50‑нән ашыу интермедия, шулай уҡ башҡорт телевидениеһында юмористик тапшырыуҙар сценарийҙары авторы һәм режиссёры[1]. Республика тальян байрамының (Өфө, 1985—87) инициаторы һәм ойоштороусыһы, «Йәдкәр» фольклор ансамблен ойоштороусыларҙың береһе. Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында (1955), Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивалендә (1985; икеһе лә — Мәскәү) ҡатнаша[1]. 1985 йылда оҫта тальянсыларҙы бер майҙанға туплай һәм Республикала беренсе тапҡыр «Тальян байрамы» тип аталған байрам ойоштора. Уның ошо башланғысын билдәле Заволокин да килеп ҡарап китә һәм артабан Рәсәй буйынса «Уйна, гармун!» тигән тапшырыу киң билдәлелек ала[3].
Иҡсанов Фәтих Хәйрулла улы 1992 йылдың 19 октябрендә Өфөлә вафат була, тыуған ауылында — Архангел районының Тирәкле ауылында ерләнә[2].
Хәтер
үҙгәртергә- 2004 йылда Иҡсанов исемендәге призға «Моңға бай гармун байрамы» республика гармун байрамы ойошторола.
- Өфөлә Иҡсанов йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
- Тыуған ауылында урамға Иҡсанов исеме бирелгән[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1986).