Ишкилдин Әмир Фәтҡулла улы

химик-технолог, техник фәндәр докторы, профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанғн химигы

Ишкилдин Әмир Фәтҡулла улы (рус. Ишкильдин Амир Фаткуллович; 21 октябрь 1941 йыл22 февраль 2011 йыл) — химик-технолог, техник фәндәр докторы (1998), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (2001)[1].

Ишкилдин Әмир Фәтҡулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 21 октябрь 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Тыуған урыны Бикес, Теләүембәт ауыл Советы (Күгәрсен районы), Күгәрсен районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 22 февраль 2011({{padleft:2011|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (69 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө ғалим
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы үҙгәртергә

Әмир Фәтҡулла улы Ишкилдин 1941 йылдың 21 октябрендә БАССР-ҙың Йомағужа районы (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы) Бикес ауылында тыуған.

Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Өфө нефть институтына уҡырға инә.

Тормош һәм хеҙмәт юлы үҙгәртергә

1966 йылда Өфө нефть институтында хеҙмәт итә.

19751979 йылдарҙа Афғанстандағы Ҡабул политехник институтында уҡыта.

19911995 йылдарҙа Өфө нефть институтының технологик факультеты деканы.

Фәнни хеҙмәттәре ауыр нефть ҡалдыҡтарын (асфальт, гудрон, крекинг-ҡалдыҡтар) тәрәнәйтеп эшкәртеүҙең яңы варианттарын булдырыуға, акустик методтар ҡулланыу нигеҙендә нефть битумын етештереүҙе интенсивлаштырыу мәсьәләләренә бағышланған.

Ишкилдин етәкселегендә Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводында, «Өфөнефтехим» ЯСЙ-ендә XX-се быуаттың 1990-сы йылдар уртаһында производствоға индерелгән асфальтты яңынан эшләп сығарыу технологияһы һәм гудронды асфальт торошонан ҡаҙан яғыулығына әйләндереү тормошҡа ашырылған.

Ғалим ҡатнашлығында гудронды гидровисбрекинг технологияһы өйрәнелгән, һәм уны һынау тәжрибәһе 1990-сы йылдарҙа Өфө аҙ тоннажлы нефть-химик производстволары тәжрибә заволында үткәрелде.

120 фәнни хеҙмәт һәм 8 уйлап табыу авторы.

2011 йылдың 22 февралендә Өфө ҡалаһында вафат була[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанғн химигы (2001)

Хеҙмәттәре үҙгәртергә

  • Термический крекинг и новые резервы углубления переработки нефти. Уфа, 1995 (авторҙаш)
  • Межфазные явления с участием нефтяных остаточных продуктов. Уфа, 1996[3][4]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә