Викидатала элемент юҡ

Ишбулат (исем) — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла

Этимология үҙгәртергә

Ишбулат башҡорт, ғәрәп, фарсы телдәренән — иш + булат.[1]

Билдәле кешеләр үҙгәртергә

Фамилия үҙгәртергә

Ишбулатов Хажиәхмәт Исхаҡ улы (16 март 1851 йыл — 1921 йыл) — Рәсәй империяһы һәм Рәсәйҙә Граждандар һуғышы осороноң хәрби эшмәкәре. Генерал-лейтенант (1918). Беренсе бөтә донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы.

Ишбулатов Нәғим Хажғәле улы (10 август 1928 йыл — 7 февраль 2006 йыл) — башҡорт тел белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1975), профессор (1981). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980).

Ишбулатов Рәхим Усман улы (7 апрель 1911 йыл — 18 июнь 1967 йыл) — рәссам, 1939 йылдан СССР-ҙың Рәссамдар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1961).

Ишбулатов Мөнир Сибәғәт улы (19 ғинуар 1935 йыл — 23 октябрь 2010 йыл) — мәғариф хеҙмәткәре, яҙыусы. 1994 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы

Ишбулатов Ғәйнулла Ғөбәйҙулла улы (9 сентябрь 1903 йыл — 1975 йыл) — уҡытыусы, мәғариф эшмәкәре, журналист. Дәреслектәр һәм синыфтан тыш уҡыу китаптары авторы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1955).

Ишбулатов Рөстәм Хажиәхмәт улы (документтарҙа рус. Ижбулатов Рустем Ахметович; 29 октябрь 1905 йыл — 18 апрель 1938 йыл) — хәрби хеҙмәткәр. 1934 йылдан Ҡара диңгеҙ флотының һыу аҫты кәмәләре дивизионы командиры, 3-сө ранг капитаны. Сәйәси золом ҡорбаны.

Туҡтамыш Ишбулатов (1730—?) — Уложенная комиссия (17671768) депутаты.

Атаһының исеме үҙгәртергә

Мурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙы (16 май 1960 йыл) — телетапшырыуҙар алып барыусы, 1993 йылдан «Башҡортостан» дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһының телевидение студияһы дикторы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2017)

Ауылдар үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Ишбулат (күл) (йәки Икбулат) — Свердловск өлкәһенең Дегтярск ҡалаһы ситендәге күл, Урта Уралдың көнбайыш битләүендә урынлашҡан.

Сығанаҡтар үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә