Исхаҡова Альбина Хажим ҡыҙы

Исхаҡова Альбина Хажим ҡыҙы (рус. Исхакова Альбина Хажимовна; 25 ғинуар 1938 йыл) — спортсы, бейеүсе, йәмәғәтсе. Спорт гимнастикаһы (1958) һәм саңғыла уҙышыу (1959) буйынса Башҡорт АССР-ы чемпионы. Спорт гимнастикаһы буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1959). Башҡорт халыҡ бейеүҙәрен башҡарыусыларҙың «Байыҡ» республика конкурсы лауреаты (2011). Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы менән бүләкләнеүсе.

Исхаҡова Альбина Хажим ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 25 ғинуар 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (86 йәш)
Тыуған урыны Әбйәлил районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө йәмәғәт эшмәкәре

Биографияһы үҙгәртергә

Альбина Хажим ҡыҙы Исхаҡова 1938 йылдың 25 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районының Асҡар ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. Балалар йортонда тәрбиәләнгән, Өфө ҡалаһындағы 1-се мәктәпте тамамлаған. Спорт менән әүҙем шөғөлләнә, спорт гимнастикаһы буйынса Рәсәй һәм Башҡортостан чемпионы була[1].

Хаҡлы ялда булғанда йәмәғәт эшенә әүҙем ҡушылып китә. Башҡортостан Республикаһының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ойошмаһы эшендә ҡатнаша, Өфөләге «Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәгендә «Өләсәйҙәр мәктәбе» етәксеһе була.

Тормош юлдашы Исхаҡов Фәнис Ғәйнетдин улы менән Камилә һәм Арыҫлан исемле балаларҙы тәрбиәгә алып үҫтерәләр, бының өсөн улар 2008 йылда «Иң яҡшы аҫрау ғаилә» тигән исемгә лайыҡ була һәм махсус премия менән бүләкләнә[2].

72 йәшендә бейеү башҡарып республика «Байыҡ» телевизион конкурсы лауреаты, 2010—2011 йылдарҙа Бөтә Рәсәй үҙешмәкәр сәнғәт фестивале призеры була[3] .

«Тамыр» телестудияһының «Тамыр» өләсәйе" тигән абруйлы махсус исеменә лайыҡ булған. 79 йәшендә хәләле Фәнис Ғәйнетдин улы менән ГТО нормаларын үтәп, алтын значоктар яулай[4].

2017 йылда «Урал» галереяһында үҙе етештергән ҡул эштәренән шәхси күргәҙмә үткәрә.

Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, башҡорт халҡының мәҙәниәтен һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап ҡалыуға ҙур өлөш индереүен билдәләп, Альбина Хажим ҡыҙын Почёт грамотаһы менән бүләкләгән.

Видеояҙмалар үҙгәртергә

YouTube сайтында Видео Исхакова Альбина

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә