Истанбул ҡыйралышы

Истанбулдағы 1955 йылғы ҡыйралыш

Истанбул ҡыйралышы  (грек. Σεπτεμβριανά Септемвриана — «Сентябрь ваҡиғалары», төрөк.төр. 6–7 Eylül Olayları6–7 Eylül Olayları Алты — Йеди Эйлюль Олайлары — «6—7 сентябрь ваҡиғалары») — Төркиә территорияһында Истанбулдағы грек әҙселегенә ҡаршы йүнәлтелгән иң әһәмиәтле һәм иң күләмле ҡыйралыштарҙың береһе, 1955 йылдың 6—7 сентябрендә була.

1955 йылда Истанбулда һәм Принц утрауҙарында йәшәгән грек халҡын ҡырыу 

Был ҡыйралыштан һуң хәҙерге Төркиәлә йәшәгән грек халҡын (киңерәк ҡарағанда — мосолман булмағандарҙы, сөнки ҡырылыш йәһүдтәргә лә ҡағыла ) ҡырыуҙың 2,5 мең йыллыҡ тарихы ахырына етә. Боларыу барышында, төрөк мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 13-тән алып 16-ға тиклем грек  (шул иҫәптән ике рухани) һәләк була һәм күп сиркәүҙәр емертелә, биналар яндырыла, ҡаланың инфраструктураһына зыян килә. Ҡыйралыштан күрелгән иҡтисади зыян 1,2 миллиард һумға (хәҙерге баһалау) төшә. Боларыуҙар Төркиәнең башҡа ҡалаларына ла, бөтәһенән элек  Измиргә ҡағыла, унда [1]:Β-63 ҡалаһында НАТО штабында булған грек офицерҙарының ғаиләләре зыян күрә. Шул уҡ ваҡытта Измирҙәге НАТО ғәскәрҙәре лә, Көнбайыш Европа йәмәғәтселеге лә ваҡиғаларға ҡыҫылмай.

Башы үҙгәртергә

Ғосман империяһында христиандарҙы ҡырыу XIX—XX быуаттар буйына дәүләттең эске сәйәсәтенең айырылғыһыҙ бер өлөшө булып ҡала. Уларҙың күпселеге христиандарҙың милли хәрәкәттәрен баҫтырырға тырышҡан власть башындағы мосолман төрөктәре тарафынан ойошторола. Христиандар ҙа ҡыйралыштар ойошторғолай, ләкин уларҙа империяның хәрби мөмкинлектәрен ҡуллана алмағанлыҡтан ҡорбандар әҙерәк була (Пелопоннес һуйышы, 1820-се йылдарҙа Гректарҙың бойондороҡһоҙлоҡ өсөн һуғышы). XX быуат башында ла милләт-ара хәлдәр киҫкенләшеп тора (Балҡан һуғыштары, Грек-төрөк һуғышы).  1922—1924 йылдарҙа Европа державалары тарафынан үткәрелгән грек-төрөк халыҡ алмашыуы ике Балҡан дәүләтендә хәлдең бер аҙ баҫылыуына килтерә. Ләкин договорға индерелгән иҫкәрмә пункттарына бәйле көсөргәнешлек усаҡтары ла һаҡланып ҡала. Мәҫәлән, төрлө тарихи-мәҙәни сәбәптәргә бәйле Константинополдә йәшәгән христиан гректар (ул мәлгә 270 меңләп кеше, йәғни халыҡтың 40 проценты;  XV  быуатта ҡалала гректар күпселекте тәшкил иткән була), утрауҙарҙа ((Имброс / Гөкчеада) һәи (Тенедос / Бозжаада) йәшәгән христиан гректар, йәнә Көнбайыш Фракияла йәшәгән мосолмандар (төрөктәр, помактар, сиғандар; 86 меңләп кеше) халыҡ алмашыу сараһынан ситтә ҡалдырыла. Ул саҡта Бөйөк Британияныҡы булған Кипрҙа һәм Италияға ҡараған Додеканес утрауҙарында ла мосолмандар йәшәп ҡала.

Төркиәгә һәм Көнбайыш Европаға күпләп күсенһәләр ҙә, Грецияла мосолман әҙселеге үҙенең рәсми статусын да, туған телен дә, тыуым юғары булғанлыҡтан электән йәшәгән төбәктәрендә һан яғынан өҫтөнлөгөн дә һаҡлап ҡала  (мәҫәлән, 2001 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы,  Ксанти округында — халыҡтың 51,7 проценты), шул уҡ ваҡытта Истанбул христиандары 1920-сы йылдарҙан бирле яңы төрөк власы тарафынан баҫтырыла килә. Гректарға ҡайһы бер профессиялар биләү тыйыла, хоҡуҡтары сикләнә. Утрауҙарҙа грек телендә уҡытыу туҡтатыла, материктан төрөктәр күсерелә. 1925—1955 йылдарҙа барған эмиграция һөҙөмтәһендә Истанбулда йәшәгән гректар XX быуатта 270 меңдән (39,6 процент) 100 меңгә (7,8 процент) ҡалып кәмей. 1955 йылға ҡалала 100 000 самаһы грек ҡала, уларҙың яртыһы премьер-министр Аднан Мендерестың Демократик партияһы ойошторған ҡыйралыштан һуң уҡ Төркиәне ташлап китә[2].

Ваҡиғалар ағышы үҙгәртергә

Билдәле төрөк публицисы Зәйнәп Ҡараташ яҙғанынса, ҡыйратыу төркөмдәре төрөк армияһының тактик мобилизация төркөмө тарафынан ойошторола [3]. Һәр төрлө вәхши ғәмәлдәр менән бергә, ҡыйратыусылар грек зыяраттарынан мәйеттәрҙе соҡоп алып, теләһә ҡайҙа быраҡтырып китә[4]. Профессор Нико Узуноғлу ҡыйралыш ойоштороуҙы, башҡа сәбәптәр менән бергә,  планлаштырылған хәрби түңкәрелеш менән дә бәйләй[5].

Эҙемтәләре үҙгәртергә

1965 йылға Истанбулда йәшәгән гректар һаны  48 меңгә (2,8 процент) ҡала. 2000 йылда ҡалала ни бары 2 мең грек йәшәй.[6] Имброс (Гөкчеада) һәм Тенедос (Бозжаада) утрауҙарына ла күпләп төрөктәр күсерелә һәм уларҙа ерле халыҡтан беренсеһендә 250, икенсеһендә 25 грек ҡала, ә мәктәптә һәм администрацияла грек телен ҡулланыу тыйыла, мәктәптәр 1975 йылдан ябыла. 

Грецияның үҙендә (Көнбайыш Фракияла) төрөк телендә белем биреү әле лә һаҡлана[7]. Грецияла мосолман төрөктәр күбәйә, бөгөн уларҙың һаны 120 мең кеше тәшкил итә.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 100+1 Χρόνια Ελλάδα, εκδ. Μανιατέας, 1999
  2. «Το πλέγμα των ελληνοτουρκικών σχέσεων και η ελληνική μειονότητα στην Τουρκία, οι Έλληνες της Κωνσταντινούπολης, της Ίμβρου και της Τενέδου 1955—1964» , Διπλωματική Μεταπτυχιακή Εργασία, Ανθή Λιμπιτσιούνη, 2008, Αριστοτέλειο Πανεπιστήμιο Θεσσαλονίκης.
  3. http://www.todayszaman.com/national_60th-anniversary-of-pogroms-targeting-rums-marks-progress-in-rapprochement_398336.html 2015 йыл 7 сентябрь архивланған.
  4. Από μέρα σε μέρα // ΡΙΖΟΣΠΑΣΤΗΣ
  5. http://www.todayszaman.com/national_uzunoglu-sept-6-7-pogrom-first-move-in-may-27-coup_398243.html 2015 йыл 7 сентябрь архивланған.
  6. According to the Human Rights Watch the Greek population in Turkey is estimated at 2,500 in 2006.
  7. Council of Europe Parliamentary Assembly

Һылтанмалар үҙгәртергә