Исламсылыҡ (ғәр. الإسلام السياسي‎; — сәйәси ислам; рус. Исламизм) — мосолман халҡы йәшәгән йәмғиәт һәм дәүләт эсендәге төрлө ҡаршылыҡтар, шулай уҡ улар ҡатнашлығындағы дәүләт-ара мөнәсәбәттәр шәриғәт нормалары нигеҙендә хәл ителәсәк шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелгән дини-сәйәси идеология һәм практик эшмәкәрлек[1].

Исламсылыҡ
Рәсем
Ҡапма-ҡаршыһы anti-Islam[d]
 Исламсылыҡ Викимилектә
1990-сы йылдарҙың икенсе яртыһынан төрлө исламсы ойошмалар ҡулланған байраҡ. Ҡара ерлеккә аҡ төҫтә шәһәҙәтяҙылған.

Исламсылыҡ сығанаҡтары һәм үҙенсәлектәре үҙгәртергә

Дамаск университеты профессоры Садиҡ әл-Ғәзм фекеренсә, ислам дине "ислам төшөнсәһен йыһаттың иң көслө формаларын тергеҙеү аша ғәмәлгә индерелә «[2].

Әл-Ғәзм исламдың түбәндәге айырылғыһыҙ үҙенсәлектәрен һанай:

  • фундаментализм — ислам нигеҙҙәренә ҡайтыу (сәләфилек)
  • иман һәм йолаларҙы әүҙем тергеҙеү
  • интегрализм — йәмғиәт һәм дәүләт тормошоноң бөтә өлкәләрен шәриғәт закондары менән берләштереү
  • теократизм — Аллаһты юғары власть булараҡ тергеҙеү
  • теономизм — шәриғәт нормаларын туранан-тура, һүҙмә-һүҙ һәм һәр яҡлап ҡулланыу
  • терроризм — оҙайлы эҙемтәләрҙе иҫәпкә алмайынса, дошманға максималь зыян килтереү ысулы.

Даниэль Пайпс — билдәле америка тарихсыһы, публицист, яҙыусы һәм сәйәси комментатор, ислам һәм яҡын көнсығыш конфликты белгесе, ошолай иҫәпләй:[3]:

Исламсылыҡ — фашизм һәм коммунизмдан ҡала өсөнсө тоталитар идеология — хәҙерге заман проблемаларын хәл итеүгә урта быуаттар ҡарашын тәҡдим итә. Ретроград һәм агрессив рәүештә мосолман булмағандарҙы ҡыҫырыҡлай, ҡатын-ҡыҙҙарҙы иҙеүгә бара һәм ислам власының көс ҡулланып таралыуын аҡлай.

Ҡайһы бер тикшеренеүселәр фекеренсә, исламсылыҡ — ул клерикаль даирәләрҙең XX быуатта ислам донъяһының фәнни һәм матди артта ҡалыуына, хәҙерге донъяның модернизация һ.б. процестарына реакцияһы[4][5]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Игнатенко А. А. От Филиппин до Косово // Независимая газета, 12.10.2000.
  2. Садик Дж. аль-Азм. Что такое Исламизм?
  3. Даниэль Пайпс. Без друзей на Ближнем Востоке // National Review Online, 8 ноября 2011 г.
  4. Сюкияйнен Л. Р. Ислам и перспективы развития мусульманского мира 2008 йыл 6 ғинуар архивланған. // Полит.ру, 19.09.2006.
  5. Исламизм как реакция на модернизационные процессы. Голос России. Дата обращения: 21 сентябрь 2013. 2013 йыл 22 сентябрь архивланған.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • John Calvert. Sayyid Qutb and the Origins of Radical Islamism. New York: Columbia University Press, 2010, pp. vii+377, (Hardback). ISBN 978-0-231-70104-4 (revew)