Ирхина Валентина Васильевна

 

Ирхина Валентина Васильевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 1928
Тыуған урыны Волгоград өлкәһе
Вафат булған көнө 8 апрель 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})
Вафат булған урыны Суровикино[d], Волгоград өлкәһе, Рәсәй
Һөнәр төрө тракторсы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Ирхина Валентина Васильевна (19288 апрель 2015) — совет ауыл хужалығы алдығыһы, Волгоград өлкәһе Клетский районының Верхнебузиновский» совхозы звеньевойы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1976).

Биографияһы үҙгәртергә

Ирхина Валентина Васильевна 1928 йылда Волгоград өлкәһе Клетский районы территорияһындағы урыҫ ғаиләһендә тыуған.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ирхина Валентина Васильевна баҫыусылыҡ бригадаһында эшләй башлай. 1957 йылдан алып «Верхнебузиновский» совхозының 1-се бүлексәһендә тракторсы булып эшләй. 1965 йылда хужалыҡ иҫәбендәге звено ағзаһы була. Ирхина Валентина Васильевна һуңыраҡ картуф үҫтереү звеноһының етәксеһе була. Бер нисә йыл дауамында уның звеноһы социалистик ярышта еңеп сыға.

Һигеҙенсе биш йыллыҡтың йомғаҡтары буйынса «Москвич» автомобиле менән бүләкләнә һәм Хеҙмәт ҠыҙылБайраҡ орденына лайыҡ була.

1976 йылдың 23 декабрендә СССР Юғары Советы Президиумының Указына ярашлы ауыл хужалығында юғары һөҙөмтәләр алғаны һәм үҫемлекселектә рекордлы күрһәткестәргә ирешкәне өсөн Валентина Васильевна Ирхинаға Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә һәм уға Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырыла[1].

Валентина Васильевна Ирхина артабан да ауыл хужалығында эшләүен дауам итә. КПСС-тың XXVI съезына делегат итеп һайлана.

Пенсияға сыҡҡандан һуң Волгоград өлкәһенең Суровикино ҡалаһында йәшәй. 2015 йылдың 8 апрелендә вафат була.

Наградалары үҙгәртергә

Хеҙмәт уңыштары өсөн лайыҡ булған:

Иҫкәрмә үҙгәртергә

  1. Почётные граждане. xn--80aaalgyijnlgy2g.xn--p1ai. Дата обращения: 15 апрель 2020.

Һылтанмалар үҙгәртергә